Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Март 2023, 19:50

Быйыл 495 мең бала ял итәсәк

Республикала 1 849 балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаһы бар. Улар иҫәбендә – 962 көндөҙгө лагерь, 102 ҡала ситендәге стационар, алты палаткалы, 73 тематик һәм 706 балалар хеҙмәт һәм ял лагеры.

Быйыл 495 мең бала ял итәсәк
Быйыл 495 мең бала ял итәсәк

2023 йылғы балаларҙың йәйге сәләмәтләндереү кампанияһына республика ҡаҙнаһынан 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был 2022 йылға ҡарағанда 755,5 миллион һумға күберәк. Ошондай һандарҙы мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында килтерҙе. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.

Республика биләмәһендә бөтәһе 1 849 ойошма балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмалары реестрында тора. Улар иҫәбендә – 962 көндөҙгө лагерь, 102 ҡала ситендәге стационар, алты палаткалы, 73 тематик һәм 706 балалар хеҙмәт һәм ял лагеры.

– Йәйге осорҙа 495 меңгә яҡын баланы йәлеп итергә планлаштырабыҙ, был мәктәп йәшендәге балаларҙың 95 процентын тәшкил итәсәк, – тине Айбулат Хажин. – Йәйге миҙгелдә төп тема –  тәрбиә биреү, әле бөтә лагерҙар ҙа тейешле программалар әҙерләй.

Министр, республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам күрһәтеүен дауам итә, тип хәбәр итте. Шулай уҡ ҡышҡы каникулдар осоронда бындай ғаиләләрҙән 120 бала Стәрлебаш районының ҡаланан ситтәге “Орлёнок” лагерында ял итте. Яҙғы каникулда унда тағы 120 бала барасаҡ.

– Быйыл ғинуар айында Башҡортостан ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙа капиталь булмаған объекттар булдырыу проектында еңгән Рәсәйҙең 15 төбәге иҫәбенә инде. Республика ошо маҡсатҡа федераль берлектә финанслау аласаҡ, – тине Айбулат Хажин. – Республикала алты модуль булдырыласаҡ. Уларҙы 1 мартта төҙөй башлағандар, ә 25 майға 300-гә яҡын баланы ҡабул итәсәктәр.

Бынан тыш, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 1,5 мең самаһы бала өсөн ял һәм һауыҡтырыу ойошторола. Министр әйтеүенсә, төбәккә ЛНР-ҙан 30 бала килгән дә инде, уларҙы “Патриот” хәрби-патриотик паркына урынлаштыралар. Шулай уҡ уларға Башҡортостандағы йәш армия хәрәкәтенең иң яҡшы 30 ҡатнашыусыһы ҡушыласаҡ.

Радий Хәбиров янғынға ҡаршы һәм санитар хеҙмәттәргә республикалағы йәйге лагерҙарҙа әҙерлек сараларын үткәрергә ҡушты.

– Балалар яҡшы ял итергә тейеш, – тине ул. – Лагерҙарыбыҙҙа улар өсөн хәүефһеҙ һәм сифатлы һауыҡтырыу сараларын ойошторорға кәрәк.

Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер тема – Амран Моратшин исемендәге республика Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәген үҫтереү пландарын тикшерҙеләр.

Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге директоры Сергей Севницкий хәбәр итеүенсә, оборона продукцияһын һынауға әҙерлек – өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе. Уның характеристикаларын раҫлау өсөн ҡулланылған ҡорамал аттестация үтергә һәм ыңғай эксперт һығымтаһы алырға тейеш.

– Оборона министрлығы ихтыяждары өсөн продукция сығарған предприятиеларҙа һынауҙар үткәреүгә ихтыяж арта. 2023 йылдың дүртенсе кварталында уҡ был эште башларға ниәтләйбеҙ, – тине Сергей Севницкий.

Бынан тыш, үҙәк еңел сәнәғәт продукцияһы өсөн яңы лабораторияла һынауҙар күләмен арттырырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2023 йылдың 23 мартында Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Антон Шалаев ҡатнашлығында эшләй башланы.

Апрелдә үк Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә республикалағы еңел сәнәғәт продукцияһы етештереүселәре өсөн фокус-сессия үткәрергә, яңы лабораторияның мөмкинлектәре менән таныштырырға ниәтләйҙәр.

Бынан тыш, Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Антон Шалаевтың Башҡортостанға сәфәре сиктәрендә республикала станоктар эшләү өлкәһендә һынау комплексы төҙөү тураһында һөйләшеп килешелде.

Башҡортостан Башлығы Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге коллективына төбәктә заманса һынау базаһын үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Беҙҙә Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү яйға һалынған. Һеҙ - республиканың станоктар эшләү кластерын булдырыуҙа беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ. Ошо йәһәттән беҙгә федераль кимәлдә лә ярҙам күрһәтелеүе бик мөһим, – тине ул.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: