Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Март 2023, 11:00

“Иҫке мәктәптәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә”

Төҙөкләндереү планлаштырылған 77 мәктәптең 74-ендә эш башланған.

“Иҫке мәктәптәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә”
“Иҫке мәктәптәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика мәктәптәрен төҙөкләндереү тураһында яҙҙы.

“Быйыл капиталь ремонт планлаштырылған 77 мәктәптең 74-ендә эш башланды ла инде.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президентының башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған мәктәп биналарын яңыртыуҙың федераль программаһын дауам итәбеҙ. 2022 йылда уға ярашлы 63 бинаны тәртипкә килтерҙек, шул иҫәптән 59 мәктәптә ашханаларҙы, шулай уҡ аҙыҡ-түлек блоктарын төҙөкләндерҙек һәм йыһазландырҙыҡ. Былтыр ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль бюджеттан 2,94 миллиард һум алһаҡ, быйыл – 3,6 миллиард һум. Йәнә 640 миллион һум республика бюджетынан бүленә.

Быйылға капиталь ремонт планына ингән һәр мәктәп буйынса план-график төҙөлгән. Эштең үтәлешен даими күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Ремонт ваҡытында балаларҙы башҡа мәктәптәргә күсерәбеҙ. Бындай мөмкинлек булмаһа, башҡа ҡулай биналарҙа – балалар баҡсаларында, колледждарҙа, мәҙәниәт йорттарында уҡытыуҙы ойошторабыҙ. Уҡыусыларҙың бер өлөшө дистанцияла белем аласаҡ.

Аңлайым, ҡайһы саҡта был бик уңайһыҙ, әммә балаларҙан, уларҙың ата-әсәһенән һәм уҡытыусыларҙан бер аҙ түҙем булыуҙарын үтенәм. Республика буйлап эш сәфәренә сыҡҡанда йыш ҡына Президент программаһы буйынса ремонт яһаған мәктәптәрҙе күрһәтеүҙәрен һорайым – һөҙөмтә һәр ваҡыт яҡшы. Әхлаҡи һәм физик яҡтан иҫкергән мәктәптәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: