Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Март 2023, 14:00

Иҡтисадтың көсө - мәғарифтан

Республика етәкселеге өсөн мәғариф өҫтөнлөклө урында, ти Айбулат Хажин. 

Иҡтисадтың көсө - мәғарифтан
Иҡтисадтың көсө - мәғарифтан

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа 2022 йыл өсөн отчет бирҙе. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика власының әүҙем булышлығы менән һуңғы бер нисә йылда төбәктең уҡыу учреждениелары үҙҙәрен илдә иң яҡшыларҙың береһе итеп ышаныслы таныуын билдәләне.

“Республика бюджетының күбеһенсә мәғариф өлкәһенә йүнәлешле булыуы бик мөһим. 320 миллиард һумдан ашыу аҡсаның 91 миллиарды нәҡ беҙҙең тармаҡҡа бүленгән. Был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Хөкүмәттең барыһына ла – мәктәпкәсәнән башлап һәм һөнәри юғары белемгә тиклем – ҙур иғтибар биреүе хаҡында һөйләй. Беҙҙең учреждениелар йыл һайын юғары кимәлде раҫлай, мәктәптәребеҙ Рәсәй буйынса тәүге 100 һәм хатта тәүге 30 исемлегенә инә. Беҙ беренсе тапҡыр уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаған балалар һаны буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә индек. Республика колледждары тәүге урындарҙы биләй, ә Өфө радиоэлектроника колледжы етәксеһе Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү директорҙары араһында лидер тип танылды. Барлыҡ һалынған аҡса, һис шикһеҙ, иҡтисадҡа эшләй, беҙҙең урта профессиональ белем биреү системаһы федераль проекттарҙа һәм программаларҙа әүҙем ҡатнашыу иҫәбенә иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар бирә”, – тине Айбулат Хажин.

Уның фекеренсә, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә Башҡортостанда Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау йылы тип иғлан ителгән уҙған йыл булышлыҡ иткән. Республиканың мәғариф һәм фән министрлығы етәксеһе Бөтә Рәсәй Уҡытыусы һәм остаз йылы башланғыстарына ла ҙур өмөттәр бағлай.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: