Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
31 Март 2023, 11:30

"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"

Краснодар крайында Башҡортостан Башлығы “Сириус” үҙәгендә булды

"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"

30 мартта Краснодар крайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләтле балаларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән “Сириус” белем биреү үҙәгендә булды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2015 йылда ойошторолған. Ете йыл эшләү дәүерендә “Сириус”тың әҙерлек программаларында 60 меңдән ашыу уҡыусы һәм һигеҙ мең уҡытыусы ҡатнашҡан, шул иҫәптән Башҡортостандан да.

2020 йылдан алып белем биреү үҙәге профилле кластерҙың нигеҙен тәшкил итә. Уның тирәләй 2014 йылғы Сочиҙағы ҡышҡы Олимпиада объекттарында урынлашҡан заманса ҡала – “Сириус” федераль биләмәһе үҫә.

Башҡортостанда “Сириус” үҙәге моделе буйынса 2019 йылда “Аврора” төбәк һәләтле балаларға булышлыҡ итеү үҙәге ойошторолдо. Унда йылына 600-гә яҡын бала уҡый.

Башҡортостан Башлығы “Сириус” фән һәм сәнғәт паркын ҡарап сыҡты, лаборатория комплексының инфраструктураһы, ижади оҫтаханалар, коворкинг-зоналар һәм уҡыу аудиториялары менән танышты. Төбәк етәксеһе шулай уҡ IT һәм генетика үҙәктәрендә булды. Белгестәр тормошҡа ашырылған пилот проекттары тураһында һөйләне. Радий Хәбиров белем биреү үҙәгенең кампусында ла булды.

“Сириус университеты” инфраструктураһын үҫтереү төркөмө етәксеһе Владимир Слюсарев ай һайын белем биреү үҙәгенә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 3–17 йәшлек 800 бала килеүе хаҡында һөйләне.

– Беҙ байтаҡ төбәктәр менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм иң яҡшы тәжрибәне артабан да таратыуҙы планлаштырабыҙ. “Сириус”тың белем биреү моделдәре буйынса шөғөлләнгән талантлы балаларҙың иҫәбен алып барабыҙ, төбәк белем биреү үҙәктәренең һәр ҡайһыһы өсөн баһалау системаһын файҙаланабыҙ, – тине ул. – Башҡортостан университеттары менән дә эш итәбеҙ. Беҙҙә студенттарҙы уҡытыу һәм уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу буйынса пилот программалары тормошҡа ашырылды.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, “Сириус”тың эш тәжрибәһе республикала яңы ғилми-белем биреү киңлектәрен, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары студенттары кампусын һәм математика лицей-интернатын ойоштороу өсөн дә бик файҙалы.

 – “Сириус” – һәләтле балаларҙы үҫтереү өсөн бик яҡшы акселератор. Бында бөтә нимә кеше һәр йәһәттән үҫергә тейеш тигән нигеҙгә ҡорола. Йәғни ул фәнгә лә, сәнғәткә лә, спортҡа ла йәлеп итеүә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә ошо белем биреү үҙәге менән хеҙмәттәшлек яйға һалынды. Былтыр бында Башҡортостандан 68 бала уҡырға килде. Бынан тыш, Өфөлә Башҡортостан “Сириус”ы  – “Аврора” үҙәге уңышлы үҫә. Әлбиттә, беҙ бында күберәк уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы күпләп ебәрергә тырышасаҡбыҙ.

Республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо теманы телгә алды.

“2019 йылда Башҡортостанда үҙебеҙҙең, “Аврора” төбәк үҙәген астыҡ, ул “Сириус” моделе буйынса эшләй. Уның нигеҙендә теге йәки был өлкәлә һәләтен күрһәткән уҡыусылар иң яҡшы уҡытыусылар менән шөғөлләнеү, олимпиадаларға әҙерләнеү, айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеү, сәнғәттә һәм спортта үҫешкә өлгәшеү мөмкинлегенә эйә. Ниндәйҙер өлкәлә уңыш яулаған иң яҡшы уҡыусылар өсөн “Сириус” үҙәгенең профилле сменаларында ҡатнашыуға квота ҡаралған. Быйылғы уҡыу йылында унда 68 бала шөғөлләнгән. Һигеҙ уҡытыусы белемен камиллаштырған. Беҙҙең маҡсат – республика балалары һәм уҡытыусылары өсөн ошондай белем биреү сәфәрҙәрен арттырыу.

Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы, уны Өфөлә математика лицейын төҙөгәндә файҙаланыр инек. Бынан тыш, әле Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы буйынса һуңғы ҡарарҙарҙы ҡабул итәбеҙ. Әле беҙ барған “Сириус”тың үҙ кампусы бар. Яңы идеялар менән ҡайтып китәбеҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров..

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru, vk.com/radiyhabirov

 

"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
"Беҙгә “Сириус”тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡлы"
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: