Һуңғы йылдарҙа ил һәм республика етәкселегенең эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүгә, урта һөнәри уҡыу йорттарын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүе бер кемгә лә сер түгел. Баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан Өфө киң профилле колледжы ла бер нисә йыл эсендә иҫ киткес ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Бындағы шарттар менән танышҡандан һуң, бөгөнгө йәштәргә белем, һөнәр алыу, үҙеңде төрлө яҡлап асыу, үҫтереү өсөн булдырылған мөмкинлектәрҙе күреп, ирекһеҙҙән бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙым.
Уңыштар тос
Әлеге көндә Өфө киң профилле колледжы 12 төрлө йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй. Ул “Йәш һөнәрмәндәр”, “Абилимпикс”, быйылдан “Профессионалдар” чемпионат хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Уҡыу йортонда демонстрацион имтихандар биреү буйынса ете үҙәк булдырылған. Быйыл “Хеҙмәтте һаҡлау” һәм “Киберхәүефһеҙлек” буйынса тағы ике демоимтихан биреү үҙәге асырға ниәтләйҙәр.
– Колледжыбыҙ даими рәүештә матди-техник базаһын нығыта бара. Уҡыу аудиториялары, оҫтаханалар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Яңы йүнәлештәр асыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Былтыр банк эшмәкәрлеге буйынса тәүге студенттарҙы ҡабул иттек, был белгеслек бик ҙур һорау менән файҙаланылыуын күрһәтте. Киләсәктә социаль тәьминәт буйынса белгестәр әҙерләүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ, – тип эшмәкәрлек йүнәлештәре менән таныштырҙы колледж директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов.
Маҡсатлы алып барылған эшмәкәрлектең һөҙөмтәләре лә тос: Өфө киң профилле колледжы студенттары республика, төбәк-ара, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа даими ҡатнашып, алдынғы урындар яулап тора. Иң һуңғы уңыштарҙы ғына барлап үтәйек. Пензала үткән Бөтә Рәсәй юғары мода һәм милли кейем фестиваль-конкурсында I һәм III урындарға лайыҡ булғандар. Күптән түгел Санкт-Петербургта уҙған XXV парикмахер сәнғәте, биҙәү косметикаһы, моделләү һәм тырнаҡ дизайны буйынса чемпионатта колледж студенты Илдар Мусин ике I һәм бер II урын яулап ҡайта. “Физик тәрбиә” һәм “Адаптив физик тәрбиә” белгеслеге студенттары даими рәүештә республика ярыштарында еңеү яулап ҡыуандыра.
Колледждың берҙәм коллективы республика һәм федераль кимәлдәге төрлө проекттарҙа, грант конкурстарында даими ҡатнашырға тырыша. Мәҫәлән, былтыр уҡыу йорто директоры С.Б. Баязитов етәкселегендә төбәк Башлығының Башҡортостандың дәүләт һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант конкурсында ҡатнашып, өс миллион һум алыуға өлгәшкәндәр. Ошоға ярашлы “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу әсбабы әҙерләп сығарылған, уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты йыһазландырылған. Быйыл федераль кимәлдәге “Профессионалитет” проектында ҡатнашырға иҫәп тоталар.
“Бында уҡыу оҡшай!”
Артабан директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Сөмбөл Рифғәт ҡыҙы Ғәниева оҙатыуында колледж менән яҡынданыраҡ таныштыҡ. Ысынлап та, бында булдырылған шарттарға күптәр көнләшерлек. Башланғыс кластарҙа белем биреү, визаж һәм стилистика, эстетик косметология, ашнаҡсы эше, парикмахер сәнғәте, һанлы модельер һәм башҡа йүнәлештәр буйынса асылған оҫтаханалар бар йәһәттән уңайлы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Рәхәтләнеп уҡы, өйрән, яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштер! Әйтергә кәрәк, колледж студенттары бындай мөмкинлектәр менән бик теләп ҡуллана, күптәр төп белгеслек буйынса уҡыуҙан тыш, өҫтәмә һөнәрҙәргә эйә булып сыға.
Ашнаҡсы эше буйынса оҫтаханала буласаҡ ашнаҡсылар менән таныштыҡ. Икенсе курс студенттары уҡытыусылары Лилиә Энгель ҡыҙы етәкселегендә балыҡ эшкәртергә өйрәнә ине.
– Рәхәтләнеп, ҡыуанып эшләрлек шарттар булдырылды. Күреүегеҙсә, ниндәй генә техника һәм ҡорамалыбыҙ юҡ! Беҙҙең уҡыу йорто базаһында төрлө кимәлдәге ярыштар йыш үтә. Уларҙа үҙебеҙ ҙә ҡатнашып, һөнәри оҫталығыбыҙҙы арттырабыҙ, студенттар ҙа белемгә ынтылышы, төрлө конкурстарҙа еңеүҙәре менән ҡыуандырып тора, – ти юғары категориялы ашнаҡсы-кондитер Лилиә Юминова.
– Уҡыу оҡшай. Алған белемебеҙҙе шунда уҡ практикала нығытып барабыҙ. Бында алған белем һәм тәжрибә киләсәктә беҙгә мотлаҡ кәрәк буласаҡ, – ти студент ҡыҙҙар Наҙгөл Ғилманова, Анна Смаглюк һәм Илина Муллайәнова.
Наҙлы ла, маҡсатлы ла!
Өфө киң профилле колледжына сәфәребеҙҙең тағы бер маҡсаты ғинуар айында билдәләнгән Рәсәй студенттар көнө айҡанлы ойошторған конкурсыбыҙ еңеүсеһе Наҙлыгөл Саяпова менән яҡындан танышып, вәғәҙә иткән бүләкте тапшырыу ине. Бәйгебеҙҙә III урынды яулаған Наҙлыгөл башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегендә уҡый. Ул Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫкән.
– Мин – рухлы башҡорт ҡыҙымын. Бәләкәйҙән халҡыбыҙҙың йыр-моңона, бейеүенә, туған башҡорт теленә ғашиҡмын. Атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма бының өсөн рәхмәтлемен. Бәләкәй саҡтан китап уҡырға, бейергә, йырларға яраттым, – тип үҙе менән яҡындан таныштырҙы Наҙлыгөл.
Уның Илһөйәр исемле апаһы бар. Ошондай матур мәғәнәле исемдәрҙе ҡыҙҙарына атаһы һайлаған. Ҡыҙҙар икеһе лә, әсәһе кеүек, бешеренергә әүәҫ. Наҙлыгөл бәләкәйҙән шуҡ, тиктормаҫ, көләкәс бала булып үҫә. 1-се класта уҡыған сағында уҡ киләсәктә уҡытыусы булырға хыяллана. Уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мәктәптә тырышып уҡый, башҡорт теле буйынса район олимпиадаһында еңеү яулап, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыуға өлгәшә.
Алдына һөнәр һайлау бурысы килеп баҫҡас, Наҙлыгөл, һис икеләнмәйенсә, Өфө киң профилле колледжының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Бында ла төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда Бөтә Рәсәй “Йыл студенты” премияһының финалисы булып таныла. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, сараларҙа, яҙыусылар менән ойошторолған осрашыуҙарҙа йыш ҡатнаша. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған “Әсә теле-2022” республика конкурсында абсолют еңеүсе булып таныла. Ошо конкурс һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе дипломы һәм Башҡортостан мәғариф һәм фән министры А.В. Хажиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ә былтыр тырыш ҡыҙ уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә Президент стипендияһына лайыҡ була.
“Маҡсатым – яҡшы уҡытыусы булыу, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылыу”, – ти Наҙлыгөл. Беҙ уға һәм бөгөн Өфө киң профилле колледжында уҡып йөрөгән маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы, тырыш йәштәргә тик уңыштар, хыял-маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Шулай уҡ уҡыу йортоноң берҙәм, эшһөйәр коллективына ла йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү эшендә яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә яҙһын!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА