Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
31 Март 2023, 20:20

Тәрбиә буйынса һорауыңды бирә алаһың

8-9 апрелдә Башҡортостанда “Заманса ата-әсә” форумы уҙғарыла.

Тәрбиә буйынса һорауыңды бирә алаһың
Тәрбиә буйынса һорауыңды бирә алаһың

8-9 апрелдә “Торатау” конгресс-холында ата-әсәләр форумы уҙғарыла. Унда балаларҙы тәрбиләү, уларҙың һәләтен үҫтереү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк.

Программа сиктәрендә 8 апрелдә “Ата-әсәне уҡытыу көнө” ойошторола, унда “Заманса баланы тәрбиәләү тренды. Ниндәй ҡиммәттәр тәрбиәләргә, ниндәй һәләтте үҫтерергә”, “Баланы тәрбиәләү: һөйөү нисек мейене формалаштыра” һәм башҡа темалар күтәреләсәк.

Шулай уҡ 8 апрелдә “Тиҙ уҡыу” , «Каллиграфия»,”Китап клубы” темаларына оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.

9 апрелдә “Берлектәге йәкшәмбе” көтә. Был көн дә балалар һәм ата-әсәләр өсөн файҙалы буласаҡ. Форум ҡунаҡтары өсөн профессионал психологтар, докладсылар сығыш яһаясаҡ. Сарала ҡатнашыусылар Мәғариф министрлығы белгестәренә һәм саҡырылған эксперттарға тәрбиә менән бәйле һорауҙарын бирә аласаҡ.

Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: