Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Апрель 2023, 21:00

Ғәлиәхмәттә - алтын туй!

Уҡытыусылар ғаиләһе үҙҙәренең ярты быуат бергә йәшәүҙәрен билдәләне

Ғәлиәхмәттә - алтын туй!
Ғәлиәхмәттә - алтын туй!

Хәйбулла район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ғәлиәхмәт ауылында йәшәгән абруйлы уҡытыусылар ғаиләһе - Зариф Фазыләхмәт улы һәм Зөлфиә Байтулла ҡыҙы Теләүғоловтар үҙҙәренең ғаиләһенең күркәм алтын юбилейҙарын билдәләгән.
Улар икеһе лә ҙур хеҙмәт юлдарын балаларға белем биреүгә арнаған, бер нисә быуын ауыл балаларын уҡытып, оло юлға сығарған хөрмәтле уҡытыусылар һәм остаз.
Зариф Фазыләхмәт улы һәм Зөлфиә Байтулла ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, Ғәлиәхмәт урта мәктәбенә башҡорт һәм рус телдәре, әҙәбиәте буйынса уҡытыусылар булып эшкә киләләр. Икеһе лә төрлө ваҡытта директор вазифаһын да алып баралар. Ғәлиәхмәт мәктәбе тарихы улар менән тығыҙ бәйләнгән, һәм уларҙың мәктәп үҫешенә, балаларҙы уҡытыуға һалған көстәре ғәйәт ҙур.
Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн дәүләт тарафынан улар төрлө наградаларға эйә улар: Зөлфиә Байтулла ҡыҙы - Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.

Теләүғоловтар биш балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөн улар бәхетле ҡартатай һәм өләсәй.
Юбилярҙарҙы ҡотлап, Ғәлиәхмәт ауылы клубында, бергә эшләгән коллегалары тарафынан матур сара ойошторолдо. Ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтан һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенән ҡотлау сәләмен еткерҙе. Шулай уҡ район мәғариф идаралығы, мәктәп хакимиәте, коллегалары, тыуғандары ҡотланылар. Юбилярҙарҙы тәбрикләп матур концерт номерҙары ҡуйылды.
Зариф Фазыләхмәт улына һәм Зөлфиә Байтулла ҡыҙына алдағы тормоштарында ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хөрмәтендә бәрәкәтле тормош теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Ғәлиәхмәттә - алтын туй!
Ғәлиәхмәттә - алтын туй!
Ғәлиәхмәттә - алтын туй!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: