Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров февраль айында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереүгә ҡағылышлы саралар тураһында указға ҡул ҡуйғайны.
Ошо указ нигеҙендә Күмертау ҡалаһындағы 3-сө башҡорт гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен биреү тураһында әйтелгәйне.
3-сө башҡорт гимназия-интернаты директоры Шайморат Тимербулатов әйтеүенсә, әле белем усағында ошо йүнәлештә маҡсатҡа ярашлы эштәр башланған.
- Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемендәге кабинет булдырҙыҡ. Бында биҙәү, йыһазландырыу эштәре бара. Шулай уҡ гимназиябыҙҙа тәүге Президентыбыҙҙың барельефын булдырырға, уҡыу йортоноң тышына алтын хәрефтәр менән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт гимназия-интернаты тип яҙып ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Яҡын арала Мортаза Рәхимовтың эшмәкәрлегенә һәм яҡты хәтеренә арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыу ҙа планға алынған, - тине Шайморат Азамат улы.