Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Апрель 2023, 17:50

Атай-әсәйҙәр имтихан биреп ҡараны

Был саараның төп маҡсаты - имтихандар алдынан булған көсөргәнешлекте кәметеү, балалар үтәсәк һынауҙарҙы дөрөҫ аңлау, уларға терәк булыу өсөн шарттар һәм ата-әсә менән бала араһында теләктәшлек хисе булдырыу.

Атай-әсәйҙәр имтихан биреп ҡараны
Атай-әсәйҙәр имтихан биреп ҡараны

Бөтә Рәсәй “Ата-әсәләр тарафынан БДИ тапшырыу көнө” акцияһы һуңғы йылдарҙа даими үткәрелеп килгән сараға әйләнде. Ул Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан ойошторола.

Өфө ҡалаһының Калинин районы мәктәптәре әлеге сарала етенсе йыл рәттән ҡатнаша. Быйыл атай-әсәйҙәр рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы биреп ҡараны. Рус теле – сығарылыш уҡыусыларына урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн кәрәк булған ике мотлаҡ имтихандың береһе.

Һынау рәүешендә үткәрелгән БДИ ваҡытында ата-әсәләр үҙҙәрен балалары урынына ҡуйып ҡарап, улар үтәсәк процедуралар менән таныша: теркәлеү, телефондарҙы һәм шәхси әйберҙәрҙе тапшырыу, имтихан тапшырыу пунктына инеү өсөн тикшереү үтеү, бланктар тултырыу һ.б. Шулай уҡ улар БДИ барышын тикшереү, эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары, имтихан материалдарын баҫыу һәм эшкәртеү кеүек эштәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинлегенә эйә була.

Калинин районы мәктәптәре ата-әсәләре рус теленән имтихандың ҡыҫҡа вариантын эшләп ҡараны. Һынау башланыр алдынан ойоштороусылар аудиторияларҙа мотлаҡ инструктаж үткәрҙе.

“Ата-әсәләр тарафынан БДИ тапшырыу көнө” акцияһының төп маҡсаты – имтихандар алдынан булған көсөргәнешлекте кәметеү, балалар үтәсәк һынауҙарҙы дөрөҫ аңлау, уларға терәк булыу өсөн шарттар һәм ата-әсә менән бала араһында теләктәшлек хисе булдырыу.

Фотолар: Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. 

Атай-әсәйҙәр имтихан биреп ҡараны
Атай-әсәйҙәр имтихан биреп ҡараны
Атай-әсәйҙәр имтихан биреп ҡараны
Атай-әсәйҙәр имтихан биреп ҡараны
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: