Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Апрель 2023, 10:20

Ҡала мәктәптәре көнләшерлек

Белем усағында 13 премия булдырылған.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Элек-электән Әбйәлил районының Байым урта мәктәбе – районда ғына түгел, ә тотош республикала иң алдынғы белем усаҡтарының береһе. Бындағы шарттарға  ҡала мәктәптәре лә көнләшерлек. Заманса йыһазландырылған кабинеттар, “Үҫеш нөктәһе” үҙәге, бар талаптарға яуап биргән ашхана, спорт залы, бейеү түңәрәге ағзалары өсөн хореография залы, компьютер кластары – барыһы ла йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм белем биреүҙә бар яҡлап булышлыҡ итә.

 

Еңеүҙәр, уңыштар күп

 

Юғары талаптарға яуап биргән белем усағы менән үҙе лә замандан ҡалышмай атлаған, талапсан һәм тәжрибәле Зилә Зарипова етәкселек итә. Уның директор булып эшләүенә тиҙҙән 20  йыл тула. Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зилә Шәғәле ҡыҙы белдереүенсә, әле коллективта 21 педагог эшләй. Балалар һаны – 217, мәктәп яны балалар баҡсаһына 25 сабый йөрөй. Ауылда айырым балалар баҡсаһы бар, әммә, урындар аҙ булыу сәбәпле, беренсе класҡа барасаҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп янындағы төркөмгә йөрөй.

Байым урта мәктәбенә Иҫке Балапан башланғыс мәктәбе, Туйыш, Ғәбдүк ауылы балалары йөрөп уҡый, өс филиалы бар. Улар – Аһылай, Рәхмәт башланғыс белем биреү мәктәптәре һәм Иҫке Балапандағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы.

Йәнекәй ауылында тыуып үҫкән Зилә Зарипова Байым урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск дәүләт педагогия инсти­тутының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1992 йылда туған мәктәбенә эшкә килә, артабан директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм тағы ике йылдан мәктәп директоры вазифаһын биләй.

– Һәр белем усағына ғына хас күренештәр була, беҙҙең мәктәптең төп брендына әйләнгән “Йондоҙсоҡтар парады” – тап шундайҙарҙың береһе. Уҡыу йылы аҙағында иң алдынғы уҡыусыларҙы, төрлө олимпиада-конкурс еңеүселәрен тәбрикләү маҡсатында шундай сара уҙғарыла. Беҙ ҡабыҙған ошо кескәй йондоҙсоҡтар киләсәктә район, республика данын арттырып, төрлө өлкәләрҙә яҡшы белгестәр булып танылыу таба. Шуға күрә һәр уҡыусы тәүге көндән үк “Йондоҙсоҡтар парады”нда үҙ йондоҙсоғон алыр өсөн тырыша һәм шуға ынтыла. Был уҡыусылар өсөн генә түгел, уҡытыусылар, хатта ата-әсәләр өсөн дә бер ынтылыш булып тора. Шулай уҡ “Йондоҙсоҡ” таҫмалары йыр, бейеү, спорт буйынса алдынғыларға, фәнни-тикшеренеү, төрлө конкурстар еңеүселәренә лә тағыла.

Икенсенән, дөйөм мәктәп сараларын ойоштороу уҡыу йылы башында уҡ кластарға бүлеп бирелә. Уларҙан бер бала ла ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, йыл һайын мәктәптең Яңы йыл шыршы байрамын 10-сы класс уҡыусылары үткәрә. Шуға күрә унынсылар уҡыу йылы башынан шыршы байрамын нисек үткәреү, ниндәй яңылыҡтар индереү кеүек һорауҙар менән яна һәм йыл һайын элеккеһен ҡабатламай, яңыса тамаша тәҡдим итә. Шулай уҡ унынсы класс уҡыусылары мәктәп яны лагерында вожатыйҙар булып бәләкәй класс уҡыусыларына төрлө уйындар уйната, улар менән лагерь дауамында бергә шөғөлләнә. Бында улар коллектив менән эшләргә өйрәнә, бәләкәйҙәр өсөн яуаплылыҡ тоя. Был – үҙҙәрен бар яҡлап һынап ҡарау өсөн дә отошло алым.

Уҡыусыларҙа илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсатында беҙҙең мәктәптә шайморатовсылар класы асылды. Районда улар икәү генә, шуларҙың береһе беҙҙә булыуы – үҙе оло мәртәбә. Бишенсе кластағы 20 бала шайморатовсылар сафына алынды, уларҙың класс етәксеһе – Лилиә Миңлебаева. Шуны ла әйтеп китер инем, мәктәптә оҙаҡ йылдар дауамында йәш юл хәрәкәте инспекторҙары мәктәбе эшләй. Унда шөғөлләнеүселәр йыл һайын “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” йәш юл хәрәкәте инспекторҙары республика конкурсында ҡатнаша, район мәктәптәре араһындағы район этабы конкурсы ла беҙҙең мәктәп базаһында үтә. Был эште Әбйәлил районы буйынса ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә Илсиә Дәүләтҡолова алып бара. Беҙҙең белем усағының ҡаҙаныштары, еңеүҙәре, уҡыусыларҙың уңыштары бик күп, уҡытыусылар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Дөйөм алғанда, мәктәп коллективы һуңғы йылдарҙа район һәм республика кимәлендә даими еңеүҙәр яулай, – ти Зилә Шәғәле ҡыҙы.

Байым урта мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙың 75 проценттан ашыуы юғары уҡыу йорттарына инә. Күберәк техник йүнәлештәге һөнәрҙәрҙе һайлай улар. 2020 йылда Байым мәктәбе Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә ирешеп, “Белемле мәктәп” исеменә лайыҡ булған.

 

Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ

 

Байым мәктәбендә төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар тарафынан 13 премия булдырылған. Мәҫәлән, З.Ғ. Мәхийәнов исемендәге премия 2015 йылда Зөлфәр Ғәббәс улы иҫтәлеген мәңгеләш­тереү маҡсатында Мәхийәновтар ғаиләһе тарафынан булдырылған. Ул “Рус теле белгесе”, “Йыл спортсыһы”, “Йыл лидеры” номинацияларында “Йыл уҡыусыһы” мәктәп конкурсының өс еңеүсеһенә бирелә. Йыл да “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында V – XI класс уҡыусыларына тапшырыла.

2016 йылда Әбйәлил районы советы депутаты Я.Н. Зәйтүнов тарафынан бул­дырылған премияны башланғыс класс уҡыусылары уҡыуҙағы айырым ҡаҙа­ныштары өсөн ала. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ауыл йәштәр премияһы 2017 йылда Байым күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин тарафынан булдырылған. Премия “Шатлыҡ” бейеү ансамблен тамамлаусыларға һәм бер уҡытыусыға хеҙмәт һәм хореография сәнғәтен пропагандалаған өсөн тапшырыла.

2018 йылда балалары тарафынан Роза Ғәйнулла ҡыҙы Моратова исемендәге премия булдырылған. Ул йыл һайын “Тере классика” конкурсының ике еңеүсеһенә тапшырыла.

Оҙаҡ йылдар Байым урта мәктәбе директоры булып эшләгән һәм уҡыусыларға тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҙур эштәр алып барған Илдар Исламовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Исламовтар ғаиләһе булдырған премия 2018 йылдан алып география, биология, экология, тыуған яҡты өйрәнеү фәненән айырым ҡаҙаныштар өсөн бер уҡыусыға тапшырыла. Әйткәндәй, Байым ауылында уҡытыусылар Зөлфәр Мәхийәнов һәм Илдар Исламов исемендәге урамдар ҙа барлыҡҡа килгән.

“Йылдың иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн” премияһы 1984 йылда мәктәпте тамамлаған, филология фәндәре кандидаты Хәнифә Рәхимова (Ишбулатова) тарафынан булдырылған. Премия йыл һайын “Киләсәк интеллекты” халыҡ-ара фәндәр академияһы конкурстары еңеүсеһенә (призерына) тапшырыла.

Гөлниса Абдрахман ҡыҙы Сөләймәнова исемендәге премия 2021 йылда бул­дырылған. Уны ҡыҙы Д.А. Исҡаҡова йыл һайын бер уҡыусыға теүәл фәндәрҙе өйрәнеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн тапшыра.

Өфөләге 22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры премияһын 2022 йылда Азалия Батыр ҡыҙы Сафиуллина булдырған. Премия йыл һайын бер уҡыусыға башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметтарын өйрәнеүҙәге айырым ҡаҙаныштары өсөн бирелә.

Быйылғы уҡыу йылында Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы уңайынан мәктәп директоры Зилә Зарипова ла үҙ премияһын булдырған. Ул Байым мәктәбенең беренсе директоры Ғаттар Солтан улы Төлкөбаев исемендәге премия тип атала һәм йыл һайын “Заманса мәктәп”, “Үҫеш нөктәһе” федераль проекттары сиктәрендә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусыға тапшырыла.

Бына шундай уҡытыусылары ла, мәктәпте тамамлаусылары ла һәм әле белем алған уҡыусылары менән дә сикһеҙ ғорурлана Байым урта мәктәбе. Ғорурланырлыҡ та шул, сөнки ошоғаса районда ғына түгел, тотош республикала Уҡытыусыға ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл дә тап ошо белем усағында урынлашҡан ине. Хәҙер бындай һәйкәл Өфөлә лә асылды.

 

Уҡытыусыға – һәйкәл

 

Былтыр белем усағы майҙансығында донъялағы иң изге һөнәр эйәһе – уҡытыусыға һәйкәл асылды. Уны эшләү тәҡдиме – ошо мәктәптә белем алған һәм тәүге хеҙмәт юлын башлаған Әбйәлил районы ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаевтыҡы. Мәктәп хакимиәте тарафынан хуплау тапҡас, эш башлана. Һәйкәлде Магнитогорск ҡалаһынан рәссам-скульптор Сергей Ёлкин эшләй.

– Һәйкәл төҙөү хыялы күптән бар ине. Төрлө варианттарҙы ҡарап, Байым урта мәктәбендә туҡталдым. Үҙем Аһылайҙа башланғыс белемде алһам да, артабан Байым һәм Ташбулат урта мәктәптәрендә уҡыным. Атайымды бер тапҡыр ҙа күрмәһәм дә, ул да ошондағы белем усағының директоры була. Үҙем дә хеҙмәт юлымды Байым урта мәктәбендә уҡытыусы булып башланым. Элек-электән был белем усағы районда ғына түгел, тотош республикала алдынғы мәктәптәрҙең береһе булды һәм бөгөн дә үҙенең данына тап төшөрмәй. Бер быуатлыҡ тарихы булған уҡыу йортон тамамлаусылар араһында быуын һайын уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар, педагогик династиялар бик күп. Уҡытыусыға һәйкәл – ул уҡытыусы тигән исемде мәңге ғорур йөрөткән төрлө быуын уҡытыусыларына мәңгелек хәтер ҙә, киләсәк быуынға оло аманат та. Тап улар илебеҙҙең киләсәген аң-белемгә илтә, йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләй, Тыуған илебеҙгә һөйөү уята. Ошо изге эштә бар башланғыстарымды ҡабул итеп, ярҙам ҡулы һуҙған Зилә Зарипова етәкселегендәге мәктәп коллективына, район һәм ауыл хакимиәттәренә, ауыл халҡына ҙур рәхмәт белдерәм, – ти Ансар Ғаттар улы.

Күптән түгел Әбйәлил районының мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Уҡытыусы һәм остаз йылын  асыу тантанаһы ла тап Байым урта мәктәбендә үтте. Сара ҡунаҡтарҙың  Уҡытыусы һәйкәленә сәскәләр һалыуынан башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, район хакимиәте вәкилдәре һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

 

Спорт ҡына түгел, ә тотош сәнғәт

 

Шулай тиҙәр физкультура уҡытыусыһы Гөлниса Ғилметдинова дәрестәрен. Күптәр белмәйҙер ҙә әле, районда тик Байым урта мәктәбендә генә ойошторолған гимнастика спортының үҫеше күптәрҙе һоҡландыра. Гөлниса Йомаҙил ҡыҙының секцияһына уҡыусылар теләп йөрөй. Нәфис гимнастик күнегеүҙәр кәүҙәләренең һығылмалылығын ғына тәьмин итеп ҡалмай, ә был төр буйынса төрлө ярыштарҙа оло еңеүҙәр ҙә алып килә. Һәр йыл һайын тиерлек гимнастика менән шөғөлләнгән ҡыҙ һәм малайҙар республика буйынса призер йә иһә еңеүсе була, ә инде район буйынса улар һәр саҡ беренсе!

Ғәбдин ауылы ҡыҙы Гөлниса Йомаҙил ҡыҙы Магнитогорск педагогия училищеһында уҡыған сағында гимнастика буйынса дәрестәр ала. Үҙе лә мәктәптә уҡыған йылдарында, һығылмалы һәм һомғол бул­ғанлыҡтанмы, был шөғөл менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Байым урта мәктәбенә эшкә ҡайтҡас, физкультура дәрестәрен гимнастик күнегеүҙәр менән байыта, уның буйынса махсус программа төҙөй һәм өҫтәмә рәүештә секция алып бара. Бөгөн башланғыс кластан алып юғары кластарға тиклем һәр уҡыусы гимнастика менән етди шөғөлләнә. Район буйынса тик Байым мәктәбендә генә гимнастика дәрестәре үтә.

– Уҡыусыларым йыл һайын физкультура буйынса республика олимпиадаһында еңеүсе була. Республика данын Рәсәй кимәлендә лә уңышлы яҡлайбыҙ. Якутияла, Ульяновск, Ҡазан, Екатеринбург ҡа­лаларында сығыш яһағаныбыҙ бар, ҡайҙа ғына барһаҡ та призлы урынһыҙ ҡайтмайбыҙ. Шулай уҡ уҡыусылар еңел атлетика, волейбол, баскетбол, саңғы буйынса алдынғылар иҫәбендә. Үҙем дә йәйәү йөрөргә яратам, Туйыш ауылында йәшәйем һәм һәр көн эшкә йәйәү киләм һәм ҡайтам, – ти Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

Үҙе лә сәләмәт тормош алып барған, уҡыусыларын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән, районда берҙән-бер гимнастика буйынса дәрестәр биргән Гөлниса Ғилметдиноваға артабан да уңыштар  һәм яңы еңеүҙәр юлдаш булһын.

 

“Аштары тәмле!”

 

Бында шулай уҡ уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Мәктәп ашханаһында 25 йыл эшләгән Ләлә Ғатауллина хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр генә ишеттем. “Үҙ эшенең оҫтаһы, балаларҙы ярата, аш-һыуға бик маһир”, – ти уның хаҡында мәктәп директоры Зилә Зарипова.

Быйылғы уҡыу йылында ашханала туҡланыуҙы яңы шарттарҙа ойоштороу өсөн ҙур эш башҡарылған: заманса кухня ҡорамалдары һатып алынған, өҫтәл һәм ултырғыстар яҡшы торошта. Ашнаҡсылар балаларҙың тамағы туҡ булһын, ризыҡтарҙы ҙур кинәнес менән ашаһындар өсөн һауыт-һабаның таҙа, сифатлы булыуына ла өҫтөнлөк бирә. Санитария талаптарының теүәл үтәлеүенә иғтибар ҙур.

– Меню талаптарға ярашлы төҙөлә, бар ризыҡтар ҙа сифатлы, һәр саҡ яңы ғына килтерелгәнде файҙаланабыҙ. Балалар беҙҙең бешергән аш-һыуҙы бик яратып ашай, уларҙан ҡалған буш тәрилкәләрҙе күреү – беҙҙең өсөн шатлыҡ ҡына. Һәр саҡ “рәхмәт”, “тәмле” тигән һүҙҙәрҙе ишетеү – хеҙмәтебеҙ өсөн оло баһа, – ти Ләлә Вәлит ҡыҙы.

Сирек быуат уҡыусыларға тәмле ризыҡтар бешергән мөләйем был ханымға ҙур рәхмәт!

 

*  *  *

 

Әлбиттә, бер мәҡәләлә генә Байым урта мәктәбенең бөтә уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын, эштәрен барлау мөмкин дә түгелдер. Шулай ҙа яҙмабыҙҙа райондың иң алдынғы белем усағы менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырырға булдыҡ. Мәктәптә шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлы мөхит тә тыуҙырылған, өс инвалид бала белем ала. Уҡыусылар Рәхимә Насибуллина алып барған хореография дәрестәренә, бейеү түңәрәктәренә теләп йөрөй. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш бар, улар үҙҙәре хоккей майҙансығы эшләп, ситтән хоккей буйынса тренер яллап, улдарынан “Байым тархан” исемле команда төҙөгән. Хатта үҙ аҡсаларына командаға бер иштән кейемдәр ҙә һатып алғандар. Ата-әсәләр һөйләшеп, балаларын үҙ автомобилдәрендә район үҙәге йәки башҡа ҡалаларға хоккей буйынса үткән ярыштарға йөрөтәләр. Тик уларҙы боҙҙа тирләп-бешеп хоккей уйнауҙан һуң кейем алмаштырыу өсөн йылы урындың булмауы ғына борсой. Киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип ышанғы килә. Әлегә, бер нимәгә ҡарамай, “Байым тархан” вариҫтары боҙҙа сәкән һуға, уҡыуҙа ла һынатмай, үҙ “йондоҙсоҡ”тарын алыр өсөн тырышып уҡый, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм уңыштары менән ҡыуандыра.

 
Кәримә УСМАНОВА

Әбйәлил районы.

Читайте нас: