Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Апрель 2023, 15:30

Белем һәм тәрбиәгә иғтибар арта бара

Былтыр республика мәғарифын үҫтереүгә 91 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Белем һәм тәрбиәгә иғтибар арта бара
Белем һәм тәрбиәгә иғтибар арта бара

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, былтыр республика мәғарифын үҫтереүгә 91 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

- Был - уҙған өс йыл эсендә иң ҙур сумма. Дөйөм алғанда, бюджетыбыҙҙы “белемгә йүнәлешле” тип баһаларға мөмкин, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе. Уға 1010 мәктәпкәсә ойошма, ике меңдән ашыу мәктәп, 93 колледж һәм һигеҙ вуз инә.

- 2022 йылда 5,5 мең урынлыҡ биш мәктәп һәм 510 урынлыҡ дүрт балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Рәсәй Президентының өс йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урын менән тәьмин итеүгә өлгәшеү буйынса Указын ваҡытынан алда үтәнек. Тағы биш мәктәпте һәм өс балалар баҡсаһын сафҡа индерәсәкбеҙ. Бынан тыш, өс коррекция мәктәбен яңыртабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәттәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙең ыңғай динамикаһы һаҡлана. Мәктәпкәсә төп белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуҙың төрлө формалары хуплана.

- Башҡортостанда 2019 йылдан “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” үҙенсәлекле проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул шәхси секторға һәм өс йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә финанс яҡтан ярҙам күрһәтә. 2022 йылда проект илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды һәм Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан Рәсәй төбәктәренә таратыу өсөн тәҡдим ителде, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Проект муниципаль балалар баҡсаларында урын менән тәьмин ителмәгән ике айҙан өс йәшкәсә балаларҙың ата-әсәләренә шәхси балалар баҡсаһында муниципаль берәмектәрҙең максималь түләү дәүмәленән артмаған хаҡҡа урын алырға хоҡуҡ бирә. 2019 йылдан 5259 сертификат бирелде. 2023 йылдың 1 ғинуарынан проектҡа Иглин районы ла ҡушылды.

Республикала полилингваль дөйөм белем биреү ойошмалары селтәре булдырыла. Бөгөн дүрт полилингваль мәктәп эшләй (Өфөлә - ике, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала берәр мәктәп). 2022 йылда 240 белем биреү ойошмаһы һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен индереү маҡсатында һанлы ҡорамал комплекттары менән йыһазландырылған, 216 “Үҫеш нөктәһе”, 12 заманса ҡорамал менән йыһазландырылған оҫтахана, ете балаларға һанлы белем биреү үҙәге ойошторолған.

- Былтыр республика Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң көслө 10 төбәге иҫәбенә инде, 8-11-се класс уҡыусылары өсөн Милли технологик олимпиаданың аҙаҡҡы этабында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә, 86 төбәк командаһы араһында биш лидер иҫәбенә инде һәм лидер сертификатын алды, - тип һөйләне Айбулат Хажин.

Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы барлыҡ федераль проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, “Мәктәп белем биреү системаларын яңыртыу” программаһына ярашлы, Рәсәйҙә 2026 йылдың аҙағына тиклем 7,3 мең мәктәп бинаһын ремонтлау ҡаралған.

- Былтыр федераль программа ярҙамында 63 мәктәп бинаһы ремонтланды. Быйыл 77 бинала ремонт үткәреү планлаштырыла. Был маҡсаттарға ике йылда 7,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Республика мәғариф системаһында ошондай күләмле яңыртыу эштәре тарихта тәүге тапҡыр уҙғарыла, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

2023 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Йылдың маҡсаты - педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген башҡарыусыларҙың айырым статусын таныу. Уҡытыусы һәм остаз йылы саралары уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтеләсәк.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: