Бөгөнгө йәш быуынға донъяла барған ваҡиғаларҙың сәбәптәрен һәм һөҙөмтәләрен аңларға, Рәсәй киләсәгенең образын формалаштырырға һәм шул киләсәктә үҙ урынын табырға “Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре” махсус белем биреү курсы ярҙам итәсәк. Юғары уҡыу йорттарында яңы фән яңы уҡыу йылынан уҡытыла башлай.
Уҡытыу-методик комплексын әҙерләү менән белгестәр әле үк шөғөлләнә. 27-28 мартта Н.И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университетында “Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре” фәнни-методик конференцияһы үтте. Уны Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы һәм “Белем” Рәсәй йәмғиәте ярҙамында “Рәсәй ДНК-һы” проекты ойошторҙо.
“Рәсәй ДНК-һы” проектының ғилми етәксеһе Андрей Полосин һүҙҙәренсә, юғары белем биреү системаһының бурысы – йәмғиәттә белемгә ынтылышты һаҡлау, үҫтереү һәм булдырыу.
Был иҫәп буйынса алтынсы осрашыу, унда ҡатнашыусылар яңы белем биреү курсының йөкмәткеһен тикшерә. Был юлы конференцияла Рәсәйҙең 12 төбәгенән 130-ға яҡын ғилми-белем биреү учреждениеһы вәкилдәре ҡатнашты.
Курс ағымдағы йылдың 1 сентябрендә башлана. Ул гуманитар һәм техник белгеслектәге студенттарға тәғәйенләнә. Курсты лекциялар түгел, ә мауыҡтырғыс интерактив дәрес-экскурсиялар, дискуссиялар һәм эшлекле уйындар алымында ойоштороу күҙаллана.
Өфө нефть техник университетының Хоҡуҡ институты директоры, юридик фәндәр докторы Руслан Зәйнуллин билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә мәғариф сәйәсәтенең яңы йүнәлеше билдәләнде, ул уның тәрбиәүи компонентының тергеҙелеүе хаҡында һөйләй.
Хоҡуҡи традиция һәр ваҡыт дәүләттең тарихына, мәҙәниәтенә, цивилизация үҙенсәлектәренә нигеҙләнә. Рәсәй дәүләтселегенең үҙенсәлеге бар, уны һаҡларға һәм йәш быуынға тапшырырға кәрәк.
- “Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре” дисциплинаһын индереү инициативаһы хәҙерге шарттарҙа бик ваҡытлы һәм әһәмиәтле, - тип билдәләне Руслан Зәйнуллин.
“Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре” курсы мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән “Мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеүҙәр”гә оҡшатып булдырыла. 22 декабрҙә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт советында Владимир Путин рәсми рәүештә вуздар программаһына ошо курсты индерергә тәҡдим итте, ә 29 ғинуарҙа Мәғариф министрлығына 1 авгусҡа тиклем предметты вуздарҙың белем биреү программаларына индереүҙе яйға һалырға ҡушты.
Фото: “Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре” фәнни-методик конференцияһы сайтынан.