Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Апрель 2023, 18:40

Өфө ҙур сараны ҡабул итә

Баш ҡалабыҙҙа хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтә. 

Өфө ҙур сараны ҡабул итә
Өфө ҙур сараны ҡабул итә

10 апрелдә Өфөлә хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабы старт ала, унда 287 бала саҡырылған. Сара Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында уҙа. 

Олимпиадала ҡатнашыусыларға яҙма һәм телдән тур эштәрен башҡарырға тура киләсәк. Яҙма тур төрлө кимәлдәге эштәрҙе башҡарыуҙы үҙ эсенә ала. Олимпиаданың телдән үткәрелгән туры хәҙерге заман хоҡуғының көнүҙәк мәсьәләләренә ҡағылышлы тәҡдим ителгән темаларҙың береһенә асыҡ сығыш яһауҙан ғибәрәт. Сығыш яһағандан һуң ҡатнашыусылар 5 минут эсендә башҡа ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирә.

Бәйгеселәрҙең эштәрен Рәсәй Федерацияһының алдынғы юристары, илдең билдәле юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары баһалаясаҡ.

Ярыштарҙан тыш, үҫмерҙәрҙе төбәктең тарихи ҡомартҡылары һәм мәҙәни мираҫы менән танышыу, музейҙарға сәйәхәт һәм тематик саралар көтә. Уҡытыусылар өсөн лекциялар һәм тематик экскурсиялар ҡаралған.

Олимпиаданы ябыу тантанаһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабын уҙғарыу – республика өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров та ҡатнашасаҡ.

Фото: Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабы сайтынан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: