Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының исем туйы үтте. Был проект – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының һәм Аҡмулла университетының берҙәм башланғысы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Дидактик материалдың авторҙары – Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлина һәм Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтҡолова. Был материалдар төрлө милләт, шул иҫәптән туған телен насар белгән йәки бөтөнләй белмәгән башҡорт балалары йөрөгән балалар баҡсаларында эшләгән тәрбиәселәр өсөн йүнәлтелгән.
Әлеге башланғысҡа ярашлы төрлө халыҡтарҙың 15 төрлө әкиәте ингән сағыу китап әҙерләнгән, кубиктар, пазлдар эшләнгән. Уларҙы һынау өсөн Өфө ҡалаһының 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 277-се балалар баҡсаһында һәм Салауат ҡалаһындағы 50-се башҡорт балалар баҡсаһында асыҡ дәрестәр үткән. Проекттың исем туйында ҡатнашҡан тәрбиәселәр балаларҙың дәрес барышында китапта булған төрлө халыҡ әкиәттәре менән ҡыҙыҡһынып танышыуы, башҡорт телендә яңы һүҙҙәр өйрәнеүе тураһында һөйләне. Хатта әкиәттәр буйынса бәләкәй генә сәхнәләштереүҙәр, яңы техника буйынса һүрәттәр ҙә эшләп өлгөргәндәр, ике командаға бүленеп, кубиктар һәм пазлдар йыйыу буйынса ярышҡандар.
“Әкиәттә ҡунаҡта” тип аталған был дидактик материалдың төп асылы шунда: бала төрлө халыҡ әкиәтен тыңлау барышында айырым һүҙҙәрҙе генә башҡортса ишетә һәм хәтерендә ҡалдыра бара, ә тотош текст башлыса рус телендә уҡыла, өйрәнелә. Һынап ҡарауҙа ҡатнашҡан балалар баҡсалары тәрбиәселәре был алымдың ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәле булыуын айырып билдәләне. Шулай уҡ проекттың үҙенсәлектәре тураһында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова, Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли белем биреү идаралығы начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов та ентекле итеп һөйләне һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Шулай уҡ был көндә Салауат ҡалаһындағы 50-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Шәфҡәт ҡыҙы Байгилдина етәкселегендә килгән тәрбиәселәр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәпкәсә белем биреү йүнәлеше буйынса уҡыған студенттар менән осрашып, уларға асыҡ дәрес күрһәтте, ҡыҙыҡлы күргәҙмә материалдар менән таныштырҙы. Студенттар был саранан ҡәнәғәт ҡалыуы, Салауат ҡалаһына бергәләп барып, башҡорт балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге, белем биреү һәм тәрбиә алымдары менән яҡындан танышырға теләк белдерҙе.
Автор һәм Айгөл Ғәбитова фотолары.