Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Апрель 2023, 18:30

Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы

Бөгөн Өфөлә “Ҡанатлан!” республика мәктәп мәғарифы форумы үҙ эшен башланы. Сара 6-7 апрелдә “Торатау” конгресс-холында уҙа һәм был юлы Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала. 

Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы

Бөгөн Өфөлә “Ҡанатлан!” республика мәктәп мәғарифы форумы үҙ эшен башланы. Сара 6-7 апрелдә “Торатау” конгресс-холында уҙа һәм был юлы Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала.

- Уҡытыусы һәм остаз йылында беҙҙең төп бурыс - педагог һөнәрен популярлаштырыу. Әлбиттә, тәү сиратта форумда педагог һөнәрен киңерәк танытыу алымдарын, кадрҙар дефицитын тикшерәсәкбеҙ. Шулай уҡ мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыуға, уҡытыусыларға, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән проекттар ҡараласаҡ. Шулай уҡ уңышлы методик тәжрибәләр менән уртаҡлашырға тырышырбыҙ, - тип билдәләне Айбулат Хажин.

Форумдың тәүге көнөндә һигеҙ дискуссия майҙансығы эшләй. Сарала ҡатнашыусылар һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам мәсьәләләрен, педагогтарҙы аттестациялау системаһындағы үҙгәрештәрҙе, яңы мәғариф программаларын һәм мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә идара итеүҙе тикшерә.

Белеүебеҙсә, беренсе “Ҡанатлан!” форумы 2019 йылда Радий Хәбировтың башланғысы буйынса уҙҙы. Төбәк етәксеһе артабан да үҙ сығыштарында форумдың мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡ булыуын бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бишенсе тапҡыр үткәрелгән “Ҡанатлан!” форумы үҙенең кәрәкле булыуын иҫбатланы һәм күләмле сара статусын алды. Бынан алда уҙғарылған форумдарҙа биш көнлөк уҡыу режимына күсеү, йәш уҡытыусыларға гранттар бүлеү, полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү, берҙәм тәрбиәүи киңлек булдырыу (“Тематик шәмбеләр”), мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыу һәм башҡа башланғыстарға бәйле мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

Бишенсе “Ҡанатлан!” республика мәғариф форумы секцияларының береһендә уҡытыусылар һәм эксперттар Башҡортостандың белем биреү ойошмаларында берҙәм тәрбиәүи киңлекте тикшерҙе.

БР Мәғариф һәм фән министрлығының өҫтәмә белем һәм тәрбиә биреү бүлеге начальнигы Лира Тереғолова билдәләүенсә, Башҡортостанда Тәрбиә биреү стратегияһы тормошҡа ашырыла, унда тәрбиә эшенең төп йүнәлештәре билдәләнгән.

- Башҡортостанда Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтен булдырыу уҙған йылдың әһәмиәтле проекттарының береһе булды. Быйыл “Беренселәр хәрәкәте”нә өс меңдән ашыу уҡыусыбыҙ ҡушылды. Форум майҙансыҡтарының береһе тап ошо темаға арнала, - тип һөйләне Лира Тереғолова.

Бөгөн Башҡортостандың 1022 мәктәбендә “Балалыҡ навигаторҙары” проекты тормошҡа ашырыла, унда директорҙарҙың балалар йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү һәм тәрбиә буйынса кәңәшселәре эшләй.

Форумдың беренсе көнөндәге майҙансыҡтарҙың эшендә 500-гә яҡын кеше – уҡытыусылар, белем биреү учреждениелары етәкселәре, ҡала һәм райондарҙың мәғариф бүлектәре вәкилдәре, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәселәре һәм педагогтары ҡатнашты.

- Ил, республика етәкселеге һәм власть органдары мәктәпкәсә белем биреүгә ҙур иғтибар бүлә. Имен һәм яҡланған бала саҡ, һәр баланың тулы үҫеше өсөн тигеҙ мөмкинлектәр тәьмин итеү дәүләт сәйәсәтенең төп өҫтөнлөгө булып тора, - тине үҙ сығышында Айбулат Хажин.

Иртәгә – форумдың икенсе көнөндә педагогик белем биреү, маҡсатлы уҡытыу, инклюзив белем биреү темаларына, тәрбиә системаһына арналған тағы ла биш фекер алышыу майҙансығы ойошторола.

“Башинформ” агентлығы фотолары.

 

Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы эш башланы
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас