Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Апрель 2023, 09:00

"Мин нисек уҡытыусынан үс алдым"

Этлек ҡылһалар ҙа, мәктәптә линейкала рәхмәт белдерә ул, сөнки оло бер эштән ҡотола.

"Мин нисек уҡытыусынан үс алдым"
"Мин нисек уҡытыусынан үс алдым"

Бер бала беренсе тапҡыр "икеле" алған. Дәрестәр бөткәс, илай яҙып ҡайтып бара икән. Әмәлгә ҡалғандай, оло класс егеттәре ҡыуып еткән.
- Бәй, ҡустым, ни булды? Күҙеңдә йәш...

Аңлатҡан был эште.
- Беҙгә лә ҡуя "икеле" ул абый, әйҙә үс алайыҡ! Бүтән ҡуймаҫлыҡ эшләйек, ивет? – Был оло малайҙар бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, ҡустыларын этлеккә этәрә.

Магазинға кереп бер пачка сүпрә алалар (элек шаҡмаҡ сүпрә һатыла ине) һәм малайға тотторалар. "Эңер төшкәс, шым ғына арт яҡлап бар ҙа бәҙрәф соҡорона ошоно ташла. Һаҫыҡ еҫ сығасаҡ унан, аҙна буйына әбрәкәйенә керә алмайынса яфаланһын абый!"

Былар шулай уйлай ҙа ул...
Был малай ҡайта, кис төшөүен көтә. Өйөндә тағы бер ҡап сүпрә табып ала - минән дә өлөш булһын тип, икәүҙе һалырға була.

Кис етә. Үҙҙәренә яҡын ғына торған уҡытыусы йортона бәрәңге баҡсалары буйлап үтеп, “бомбаларҙы” кәрәкле урынға төшөрә бәләкәй “диверсант”.

Ярай, төн үтә, төш етә. Мәктәптән ҡайтһа, бөтә урамда тын алырлыҡ түгел. Уҡытыусы абыйҙың урамынан ниндәйҙер шыйыҡса аға,  насос менән йыуҙырып торалар, ярты сәғәттән тирә-яҡ тағы кубекле шыйыҡса менән тула. Ике көн урамда үтерлек булмай, һаҫыҡ еҫ танауҙы, күҙҙе киҫә, ҡарап булмай. Өсөнсө көнгә генә баҫыла башлай “вулкан”.

Абый мәктәптә линейкала әйтеп үтә: "Кем икәнен белмәйем, әммә рәхмәт, бер эштән ҡотҡарҙығыҙ, соҡор тулғайны, икенсе соҡор ҡаҙырға йөрөй инем, хәҙер кәрәкмәй, бушаны, ағып бөттө".

Бер генә ҡап булһа, соҡорҙан сыҡмай ҡайнар ине лә бит биомасса, малайың арттырып ебәрә шул...

Фото: ru.pinterest.com

Автор - Иншар Асҡаров. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: