Белем һәм тәрбиә
8 Апрель 2023, 12:40

Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар

"Хәҙер был мәктәп – республикабыҙҙағы иң заманса белем биреү учреждениеларының береһе", - тип яҙҙы Радий Хәбиров. 

Уҡыу өсөн бөтә шарттар барУҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге 51-се мәктәп – Волга буйы федераль округында иң ҙуры. 1650 урынға иҫәпләнгән, һәр параллелдә – алтышар класс.

Уны микрорайонда йәшәүселәр ныҡ көттө. Ҡайһы бер объектив сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды. Әммә бөтә ауырлыҡтар артта ҡалды. Хәҙер иһә ул – республикабыҙҙағы иң заманса белем биреү учреждениеларының береһе.

Киң коридорҙар, яҡты кластар, яңы мебель һәм ҡорамалдар, ҙур спорт залдары, медицина кабинеты, башланғыс звено өсөн айырым блок, ашхана – уңайлы шарттарҙа уҡыу өсөн бөтәһе лә бар.

Әйткәндәй, 51-се мәктәп – Өфөнөң иң боронғо белем усаҡтарының береһе, ә Калинин районында тәүге мәктәп һанала. Ул 1936 йылда айырым ҡала булған Черниковскта булдырылған. Бында бай традициялар һәм бик яҡшы профессиональ коллектив тупланған.

Барығыҙға ла уңыштар теләйем!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Уҡыу өсөн бөтә шарттар бар
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас