Мәктәп уҡыусыһынан – идея, республика тарафынан – ярҙам: Башҡортостанда мәктәп инициативалы бюджетлауын һәм предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса проекттар конкурсы старт алды.
Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы алып барыла. Мәктәп уҡыусыларының башланғысына нигеҙләнгән проекттарға конкурс һайлауы иғлан ителгән. Конкурстың операторы - “Башҡортостан Республикаһының фәнни-белем биреү үҙәге идарасы компанияһы”. Ғаризалар 17 апрелдән алып 16 майға тиклем ҡабул ителә.
Конкурстың яңы тәртибенә ярашлы, проектта Башҡортостандың бөтә мәктәптәре лә ҡатнаша ала. Ләкин бер мәктәптән бер генә проект тәҡдим ителергә тейеш. Уның уңышы уҡыусыларҙың, мәктәп проблемаһына битараф булмағандарҙың әүҙемлегенә лә тығыҙ бәйле.
"Конкурста ҡатнашыуҙың тәү сиратта уҡыусыларға проект идаралығы оҫталығын үҫтереүгә,финанс грамоталылығын күтәреүгә, социаль яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә булышлыҡ итеренә ышанабыҙ”, -тине фәнни–белем биреү үҙәге идаралығы компанияһы директоры Ирина Буренина.
Мәктәп уҡыусыларының тәҡдимдәре тикшеренеү, спорт, ижади саралар уҙғарыуға, мәктәптә ял зонаһын булдырыуға, музыка һәм телевизион студиялар, кинозалдар йыһазландырыуға , спорт майҙансыҡтарын, мәктәптең эске интерьеры дизайнын яңыртыуға йүнәлтелгән булыуы мөмкин.
Евразия фәнни-белем биреү үҙәге проектының маҡсаты ябай: республикабыҙ ҡала һәм район уҡыусыларына үҙҙәренең идеялары менән үҙҙәренең мәктәп киңлеген яңырта алыуҙарын күрһәтеү.
Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 40 миллион һум аҡса бүленгән, уларҙың 30 миллион һумы мәктәп уҡыусыларының 60 инициативалы проекттарын яҡлауға һәм 10 миллионы Евразия фәнни–белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары менән берлектә предуниверсарийҙар булдырыуға йүнәтелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп инициативалы бюджетлау пилот проекттары былтыр республиканың 20 муниципалитетында тормошҡа ашырылды.