

Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы-интернатында мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған “Юрматы мәргәне” төбәк турниры мәлендә был белем усағында оҫта уҡ атыусылар ғына түгел, ә йыр-моңға маһирҙар булыуына ла инандыҡ.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге “Аҡбуҙат” бейеү ансамбленең сығышы һеҙҙең дә ял көнөгөҙҙө биҙәһен әле. Был коллективта бәләкәстәр шөғөлләнһә, ҙурыраҡтар “Алтынай” ансамблендә ҡала кимәлендәге байрамдарҙа ла сығыш яһай.
Автор фотоһы һәм видеоһы.