Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2023, 13:50

Башҡортостан фән өлкәһендә Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә эшләүсе юғары белем биреү ойошмаларында Ҡытай Халыҡ Республикаһынан  99 студент уҡый. Ҡытайҙар Башҡортостан университеттары студенттары өсөн стажировкалар ойоштороу яҡлы.

Башҡортостан фән өлкәһендә Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте киңәйтәБашҡортостан фән өлкәһендә Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә
Башҡортостан фән өлкәһендә Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Сибай ҡалаһында үтәсәк «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының программа комитеты ултырышын үткәрҙе.

Төбәк һәм федераль спикерҙар, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары ҡатнашасаҡ сарала Ҡытай Халыҡ Республикаһы инвестиция форумында партнер ил булараҡ ҡатнашасаҡ, тип хәбәр ителде.

«Сян-Э» халыҡ-ара компанияһының Директорҙар советы рәйесе Чжан Ци әфәнде һөйләүенсә, ул Башҡортостан менән күп яҡлы хеҙмәттәшлек булдырыу менән ҡыҙыҡһына. Һүҙ, атап әйткәндә, фән өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү, шулай уҡ ҡайһы бер инвестиция проекттары тураһында бара.

- Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә эшләүсе юғары белем биреү ойошмаларында Ҡытай Халыҡ Республикаһынан  99 студент уҡый. Юғары уҡыу йорттары Ҡытай Халыҡ Республикаһы партнерҙар менән фән, мәғариф һәм мәҙәни өлкәләрҙә әүҙем һәм уңышлы эш алып бара, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Чжан Ци әфәнде билдәләүенсә, ҡытайҙар Башҡортостан университеттары студенттары өсөн стажировкалар ойоштороу яҡлы. Университет етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барырға һәм Хунань провинцияһына «Сян-Э» компанияһында стажировка үтеү, шулай уҡ ҡытай телен өйрәнеү өсөн Өфө дәүләт нефть университетының 50 студентын саҡырырға әҙер.

Билдәләп үтергә кәрәк, «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында ҙур составта Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хунань провинцияһы делегацияһы килергә йыйына. «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә бөтәһе төрлө темаға 20-нән ашыу сессия үткәреү планлаштырылған.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас