Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Апрель 2023, 07:00

Балаларға ял бүлмәһе кәрәк

14 йәше тулғандар тауыш бирҙе.

Балаларға ял бүлмәһе кәрәк
Балаларға ял бүлмәһе кәрәк

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелә. Хәҙер мәктәп уҡыусылары үҙҙәре теләгән проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә ала. Проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Әбйәлил районының Ишҡол урта мәктәбе уҡыусылары ла ошо конкурста ҡатнашыуҙы хупланы. Был проектка 14 йәше тулған 8-11-се класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды. Улар биш проект тәҡдим итте: “Психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы”, “ Саф һауа һәм һыу менән тәьмин итеү”, “Музыкаль студия ”, “Заманса химия кабинеты”, “Заманса информатика кабинеты”. Был проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине.

Проекттарҙы яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, иғтибар менән, хатта һоҡланып һәм ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ.

Сығыштарҙан һуң тауыш биреү үткәрелде. Һөҙөмтәләр буйынса “Психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы” проекты еңеп сыҡты.

Мәктәп кимәлендә проектты ышаныслы яҡлаған еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Маҡсатыбыҙға ирешһәк, быйыл республика ҡаҙнаһынан субсидия алып, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыр инек.

Динара Әбүзәрова, Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас