Бөгөн, 17 апрелдә Булгаков ауылында яңы “Юғарыға ос” мәктәбе асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Инна Иҡсанова, генераль подрядсы “Башгражданстрой” ойошмаһының вәкиле Марат Зәмилев, Өфө районы советы рәйесе Владимир Аристархов, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, Өфө районы прокуроры Рөстәм Шәйбәков ҡатнашты.
Азамат Абдрахманов, мәғарифҡа инвестициялар – заман сәйәсәтендә иң стратегик йүнәлештәрҙең береһе, тине.
– Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән әүҙем үҫешкән Өфө районындағы мәғариф байрамы менән ҡотлайым. Өфө районы балалар һаны буйынса республикалағы өсөнсө муниципаллитет булып тора, – тине тантаналы линейкала Айбулат Хажин.
“Торлаҡ” федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән “Юғарыға ос” мәктәбе 825 балаға иҫәпләнгән һәм балаларҙың тулы үҫеше өсөн бөтә кәрәкле нәмә менән йыһазландырылған. Бында уңайлы кластар, ике ҙур спорт залы, гимнастика залы, китапхана, тауыш яҙҙырыу студияһы, телестудия, радиоэлектроника кабинеты, планетарий, уйын һәм түңәрәк бүлмәләре, проект эшмәкәрлеге кабинеттары, оҫтаханалар бар.
Мәктәптә бөгөндән 118 беренсе класс уҡыусыһы белем ала башлай, ә 1 сентябрҙән Яңы Булгаков биҫтәһендә һәм яҡындағы ауылдарҙан балалар белем алырға киләсәк.
Балаларға мөрәжәғәт итеп, Вилорий Угаров уларға Өфө районының һәм Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүҙәрен теләне.
Фото: Өфө районы хакимиәте.