Бөгөн эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Күмертау тау колледжында булды. Колледжды капиталь ремонтлауға Хөкүмәт быйыл 60 миллион һум аҡса бүлде.
Әлеге ваҡытта колледжда белем биреү процесы бара. Былтыр бинаны капиталь ремонтлауға документация әҙерләнгән. Капиталь ремонт проекты буйынса фасад, ҡыйыҡ ремонтлау, бөтә инженер селтәрҙәрен алмаштырыу, биналарҙы биҙәү, тәҙрәләрҙе, елләтеү ҡоролмаларын, автоматик янғын сигнализацияһын алмаштырыу ҡаралған.
- Студенттар лайыҡлы шарттарҙа талап ителгән һөнәрҙәрҙе алырға тейеш, шуға күрә бында ремонт эштәрен үткәреү кәрәклеге көнүҙәк. Быйыл бөтә ремонт эштәрен тамамлау зарур, - тип билдәләне Андрей Назаров.
Уҙған йылда ремонт эштәрен башҡарыуға 5,8 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән. Дүрт ҡатлы уҡыу корпусының төп бинаһының ҡыйығына капиталь ремонт үткәреү, ағас конструкцияны алмаштырыу эштәре башҡарылған, ҡыйығына профилле табаҡ түшәлгән, сарлаҡ япмаһын йылытыу кеүек эштәр башҡарылған, һыу үткәргес системаһы ҡуйылған.
Бынан тыш, Андрей Назаров “Профессионалитет” федераль проектында база ойошмаһы сифатында ҡатнашырға кәңәш итте.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамларға ҡушты.
Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостан Хөкүмәте.