Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Апрель 2023, 08:58

“Шөкөр ҡылып тартам тәсбихте...”

Ул балаларҙы шәхес итеп үҫтерә.

Ә. Кәримованың шәхси архивынан.
Фото:Ә. Кәримованың шәхси архивынан.

Быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылында Сибай гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусым, нисәмә йылдар дауамындағы оло терәгем, һәр эшемә фатихаһын биргән изге күңелле кәңәшсем Әлнисә Кәримова тураһында һүҙем. Уның ижад һәм тәрбиә мәктәбен үткән гимназистар бөгөн республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралған һәм, иманым камил, уларҙың һәр береһе күңеле түрендә яратҡан остазына ҡарата оло рәхмәт һәм ихтирам хисе йөрөтә.

 

Маҡсатың булһа, юлы табылыр

 

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы 1963 йылдың 18 мартында күп балалы Алдырхановтар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, ул бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәре тураһында хыяллана. Бейек күтәрмәле туфли кейгән уҡытыусылар кеүек булам тип, ағастан эшләнгән еп кәтүген ойоҡ эсенә һалып кейеп, тыҡылдата баҫып мейес янына килә һәм уға күмер менән яҙып, һеңлеләрен, күрше ҡыҙын уҡырға өйрәтә. Аҙаҡ әсәйҙән ҡаты ғына шелтә эләгә инде...

Бала саҡтан маҡсатлы, ныҡышмал ҡыҙҙы яҡты хыялдары Сибай мәктәп-интернатына алып килә. Ул барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай башлай. Шағир Ирек Кинйәбулатов етәкләгән ижад түңәрәгенә йөрөй, “Башҡортостан пионеры” гәзитенә мәҡәләләр яҙа, “Йәш хәбәрсе” танытмаһына эйә була. Күңеле һәр ваҡыт ижадҡа тартылған ҡыҙ бала саҡтан бейергә ярата.

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы студент йылдарын да һағынып иҫкә ала. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге, “Йәнгүзәл” фольклор ансамбленә,  бейеү, драма түңәрәктәренә йөрөй. Университеттың иң алдынғы студенттарынан һанала.

Бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән остазым Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгәнендә мәктәптәр буйлап йөрөп, һәр кластың журналынан башҡорттарҙың адресын йә телефонын яҙып ала һәм өйҙән-өйгә йөрөп, аңлатыу эштәре алып бара. 1992 йылдың 1 сен­тябрендә Яр Саллының 52-се мәк­тәбендә Әлнисә Кәримова (Алдыр­ханова) ойошторған башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асыла. Ошо уҡ мәлдә уның тырышлығы менән “Юлдаш” башҡорт ойошмаһы төҙөлә.

Дәртләнеп, гөрләп эшләп йөрөгән еренән, ғаилә хәлдәре буйынса, тыуған яғына күсеп ҡайтырға тура килә. Тормошоноң ҡатмарлы ғына мәлендә төрлө яҡлап аяҡ салыусылар ҙа етерлек була. Шулай ҙа донъяла изге күңеллеләр ҙә етерлек. “Кеше һүҙенә ҡарамайынса, мине эшкә алған Сибай ҡалаһының 2-се гимназияһы директоры Зифа Ғәле ҡыҙы Сөләймәноваға рәхмәт (рухы шат булһын). Уның ышанысын эшем менән раҫланым: шул осорҙа фольклор буйынса гел Гран-при яуланыҡ, ниндәй генә һабантуйҙарҙа, милли байрамдарҙа сығыш яһаманыҡ”, – ти Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.

Артабан инде ул үҙе уҡыған Сибай гимназия-интернатына күсеп, бала саҡтан йәненә яҡын мөхиттә йөҙөп йөрөп эшләй башлай. Остазы, Сибай мәктәп-интернатында 40 йылға яҡын балаларға башҡорт теленән белем биргән Сәлимә Сафа ҡыҙы Өмөтбаеваның исемен мәңгеләштереп, уның исемендәге кабинет булдыра. Олуғ уҡытыусының улдары Илгиз һәм Илдар Хәйруллиндар алдынғы уҡыусыларға әсәһе исемендәге премияны тапшырып килә.

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының үҙенә генә хас традициялары ла бар. Яңы уҡырға килгән һәр бала “башҡорт теле бүлмәһендә тик башҡортса һөйләшәбеҙ” тигән ҡағиҙәне үҙләштерә. Уҡытыусым уҡыусыһының һәләтен үҫтереүгә бер ҡасан да көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Яҙыусылар, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө гәзит-журналдар менән бәйләнеш булдыра ине. Халыҡ йырҙарын үткәндә – йырсыларҙы, дини темаға – дин әһелдәрен, сәсәндәр ижадын өйрәнгәндә сәсәндәрҙе саҡырып, дәрес-осрашыуҙар ойоштора. Ул ҡатмарлы темалы дәрестәрҙе лә нисектер еңел һәм ҡыҙыҡлы итеп бирә ала ине. Темаға ярашлы йә тарих төпкөлдәрен барлай, халыҡ ижадына бәйле булһа, йырлап, һамаҡлап ебәрә, хатта бейеп тә ала.

Бала саҡтан ойоштороусы һәләтенә эйә остазымдың мәктәп һәм ҡала буйынса үткәргән саралары юғары кимәлдә була. Ул бер ваҡытта ла ҡулына ҡағыҙ тотоп сығыш яһамай. Уның асыҡ дәрестәрен көньяҡ-көнсығыш төбәк, республика уҡытыусылары, директорҙар ҡарап, юғары баһаланы. Билдәле ғалимдар Мирас Иҙелбаев, Салауат Галин, Әхәт Илмөхәмәтов һәм башҡалар бик матур баһаламалар яҙған. Остазым Сибай институтында ла методика, башҡорт халыҡ ижады дәрестәрен уҡытып ала.

 

Аҡыл төбө – тәжрибә

 

Уҡытыусы ғына түгел, ижадсы ла булып танылған Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы гимназия-интернатта һәләтле балалар өсөн түңәрәктәр ойоштора. “Әүлиә" фольклор түңәрәгендә халҡыбыҙҙың аҫыл йолалары сәхнәләштерелә, “Аҡ ҡауырһын"да балалар ижад серҙәрен өйрәнә. Йыл һайын бер нисә уҡыусыһының остазы юлын — филология йүнәлешен һайлауы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Сәлиә Мөхәмәтғәлина, Әлфирә Сәғитова (Сынбулатова), Фәтих Мулләхмәтов, Гөлниса Сафина, Нурия Фәтхуллина, Гөлдәр Ишйәрова, Байрас Азаматов, Салауат Заманов, Фәрүәз Рафиҡов – Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы журналистары. БДУ-ла белем алған уҡыусылары Гөлшат Исхаҡова менән Гөлдәниә Һағынбаева М. Кәрим исемендәге грантҡа эйә булды. Заһит Ғәбитов, Рифат Йәмлихин, Илгиз Абдрахманов, Тимур Вәлитов мәктәптәге сараларҙа кинәнеп сығыш яһап, ҙур сәхнәгә юл алды. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, төрлө шиғри бәйгеләрҙә гел алдынғылыҡ яулай. Шулай уҡ фәнни-эҙләнеү, проект эштәре менән Бөтә Рәсәй конференцияларында, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Туймазыла, Санкт-Петербургта булып, ҙур еңеүҙәр менән ҡайттылар.

Өләсәйҙәр мәктәбен ныҡлы өйрәнгән остазым башҡорт фольклоры буйынса диссертация яҙа. Халыҡ ижады өлгөләре тураһында фәнни мәҡәләләре менән республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конференцияларҙа сығыш яһай, мәҡәләләре йыйынтыҡтарҙа баҫыла. Әлнисә Кәримова – “Салауат батыр – ил күрке", “Өләсәйем һандығы" , “Сауап”, “Интернатта нығый пар ҡанат", “Ирән­дектең аҫыл таштары”, “Ирәндегем –  моңдар иле” ,"Ҡурайсыһын данлай Туғажман”, “Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө" һәм башҡа йыйынтыҡтарҙың авторы һәм төҙөүсеһе.

Күптәр уны оҫта журналист булараҡ та белә. Фәһемле әҫәрҙәре “Йәншишмә” гәзитендә, “Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарында, мәҡәләләре "Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан”, “Сибайский рабочий”, “Тамаша” кеүек баҫмаларҙа, дәрес һәм кластан тыш сара өлгөләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында баҫылып тора. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән балалар “Сулпылар” телевизион конкурсында урындар яуланы, шулай уҡ ижад емештәре төрлө концерттарҙа, радио тулҡындарында ла йыш яңғырай.

 

Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр

 

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Яр Саллыла иң рухлы балаға үҙенең премияһын булдырған. Бер нисә йыл рәттән Сибайҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға матур сара үткәреп килә. Остазым “Миләш” халыҡ вокаль ансамблендә йырлай, байрамдарға сценарий яҙа, күп сараларҙы үҙе алып бара.

Баймаҡ районы “Ирәндек” этнотуры етәксеһе Фәнис Йәноҙаҡ улы Кәримов йыл һайын Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай бәйгеһе үткәреүҙе матур йолаға әүерелдергән. Былтыр Баймаҡ районының Моҫтай ауылында республика кимәлендәге “Ирәндек” этнотурын асыу тантанаһы уҙҙы. Был изге эштәргә Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы ла тос өлөш индерә. 

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, уҡытыусымдың еңеүҙәре лә, маҡтаулы исемдәре лә бихисап. Ул – Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың Журналистар һәм Яҙыусылар  союздары ағзаһы, Салауат Галин исемендәге премия лауреаты, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурсы лауреаты, төрлө гранттар, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүсеһе.

Биш йыл элек Сибай филармонияһы уның ижады буйынса “Һандығы семәрлелер, күңелдәре серлелер” тигән үҙенсәлекле тамаша күрһәткәйне, быйыл, Уҡытыусы һәм остаз йылында, “Ғүмер ҡыңғырауҙары” исемле концерт программаһы әҙерләнә.

Уҡытыусымдың тынғыһыҙ эшендә тормош иптәше Марат ағай – һәр ваҡыт терәк һәм таяныс. Остазым – ҡыҙы Наҙлыгөлгә һәм улы Айназға хәстәрлекле әсәй һәм кәңәшсе. Ҡыҙы – Өфөлә, улы менән Гөлназ килене Когалымда төпләнгән. Йәшәүенең йәме булып ейәнсәре Әҙилә менән ейәне Данил үҫә. 

Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, бөтә күңелен биреп, ихлас башҡарыу хас остазыма. Эйе, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының уңыштары тос, ҡаҙаныштары күп, ләкин уға һауаланыу хас түгел. Үҙе әйтмешләй, иң ҙур баһа – уҡыусыларының рәхмәте. Балаларҙы, халҡын, тыуған ерен ихлас яратҡан, үҙ эшенең оҫтаһы булған оло йөрәкле, көслө рухлы, донъяға киң ҡарашлы заман уҡытыусыһы Әлнисә Кәримованы (Алдырханованы) уҡыусылар бик ярата, сөнки уның һәр дәресе рухиәт, телебеҙгә һөйөү, еребеҙгә ихтирам тәрбиәләй, ә балаларҙы шәхес итеп үҫтерә.

Оло йөрәкле уҡытыусыма

Еткерәмен мең-мең рәхмәтте.

Хоҙайымдан һорап именлекте,

Шөкөр ҡылып тартам тәсбихте.


Гөлдәниә ҒИМАШЕВА (ҺАҒЫНБАЕВА)

Читайте нас: