+20 °С
Болотло


Башҡортостан билдәле шәхестәре менән көслө. Уларҙың береһе, республикабыҙ фәне үҫешенә ҙур өлөш индергән тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов менән дә яҡташтары лайыҡлы ғорурлана.
Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында 20 апрелдә билдәле ғалим, археолог Нияз Абдулхаҡ улына мемориаль таҡтаташ асыла. Ул ғалим йәшәгән йортҡа, түбәндәге адрес буйынса урынлаштырыла: Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 167А. Сара 15 сәғәттә башлана.
Фото: ru.wikipedia.org