Ишембай нефть колледжы Башҡортостанда яғыулыҡ-энергетика йүнәлешендәге тәүге уҡыу йорто булыуы менән әһәмиәтле. Уның тарихы республикабыҙҙа нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлау менән туранан-тура бәйле. Ишембай ҡалаһына командировка барышында беҙгә ошо бай тарихлы уҡыу йортонда булып, уның эшмәкәрлеге, яңылыҡтары менән танышыу форсаты тейҙе. Бер ыңғай ғинуар айында “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә барған конкурс еңеүсеһе – ошо колледждың уҡыу алдынғыһы Айһылыу Кинйәбаеваны тәбрикләнек.
Уҡыу, үҫеү өсөн шарттар шәп!
Уҡыу йорто алты төрлө йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 2112 студент белем ала. Берҙәм, ижади коллектив йәш быуынға лайыҡлы белем һәм тәрбиә биреү йүнәлешендә арымай-талмай эшләй. Студенттар республика смотрҙарында, конкурс һәм олимпиадаларҙа, техник ижад күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Уларға уҡыу, ижад итеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, ятаҡта йәшәү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған, аудиториялар, лабораториялар заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
– Колледж студенттарының һөнәри йәһәттән үҫеше үҙебеҙҙәге оҫтаханалар һәм уҡыу полигоны базаһында ойошторолған уҡыу һәм производство практикалары барышында нығына. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, студенттарыбыҙ төрлө ярыштарҙа, Бөтә Рәсәй “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатында, “Профессионалитет” кеүек проекттарҙа лайыҡлы сығыш яһай, – тине Ишембай нефть колледжы директоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Хәмит Хәйервара улы Баймырҙин.
Мәҫәлән, былтырғы уҡыу йылында Айгизәр Ҡыҙрасов VII “Йәш һөнәрмәндәр” төбәк чемпионатында беренсе урын яулап, Хабаровск крайында үткән Бөтә Рәсәй һайлап алыу чемпионатында республика данын лайыҡлы яҡлаған. Ошо ярыштарҙа икенсе, өсөнсө урындарға лайыҡ булған студенттар ҙа бар. V курста уҡыған Данил Дудко Бөтә Рәсәй “Йыл студенты” конкурсының “Йыл йәмәғәтсеһе” номинацияһында еңеү яулап ҡайтҡан.
Ишембай нефть колледжы спорт йәһәтенән алдынғылығы менән дә билдәле. Бында ике спорт залы, стадион, тренажер залы, атыу тиры бар, волейбол, баскетбол, футбол, өҫтәл теннисы, шахмат, еңел атлетика, бокс, грек-рим көрәше, гер күтәреү, атлетика гимнастикаһы кеүек спорт секциялары, спорт клубы уңышлы эшләй. Милли көрәш секцияһы колледждың айырыуса ҙур ғорурлығы һанала. Донъя чемпионы Марсель Мырҙагилдин, Донъя чемпионатының бронза призерҙары Ғәли Торошев, Тимур Үлмәновтың исемдәре менән лайыҡлы ғорурлана уҡыу йорто.
Колледжда студенттарҙың үҙидаралығы, профком эшмәкәрлеге яҡшы эшләй, улар ирекмәнлек хәрәкәтендә, “Профессионалитет”, “Ҙур тәнәфес” кеүек Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша. “Феникс” студент клубында, “Йондоҙлоҡ”, “Йәшлек” вокаль студияларында, “Юрматы” халыҡ һәм заманса бейеүҙәр ансамблдәрендә шөғөлләнгән йәштәр үҙҙәренең һәләтен төрлө яҡлап аса, республика, ил күләмендәге сараларҙа лайыҡлы сығыш яһай. Дөйөмләштереп әйткәндә, Ишембай нефть колледжы бер урында тормай, һәр ваҡыт үҫеш, яңылыҡҡа ынтылыш юлында.
Колледж менән танышыу барышында бында йәш быуынды рухлы, илһөйәр итеп, урындағы традицияларға хөрмәт менән тәрбиәләүгә етди иғтибар бирелеүе лә күҙгә ташланды. Дәүләт телдәрен уҡытыу ҙа һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһе республика конкурсында еңеү яулап, иң яҡшы кабинет булараҡ билдәләнгән.
Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Ғинуар айында билдәләнгән Рәсәй студенттары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә “Иң яҡшы студент” тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, командировка барышында ошо конкурста икенсе урын яулаған Ишембай нефть колледжы студенты Айһылыу Кинйәбаеваны тәбрикләп, уға редакцияның дипломын тапшырҙыҡ.
Айһылыу – Ишембай ҡалаһы ҡыҙы. Бөгөн ул Ишембай нефть колледжында машиналар эшләү бүлегенең 3-сө курсында уҡый.
– Исемем ике мәғәнәүи өлөштән тора: “ай” һәм “һылыу”. Тәүгеһе – ай, ә икенсеһе нәзәкәтле, һылыу тигәнде аңлата. Бәлки, шуғалыр ҙа матурлыҡ бәйгеләрендә ҡатнашырға яратам, улар миңә көс, дәрт, илһам бирә. Мәктәп йылдарында ла һәр бәйгелә ҡатнашып, лайыҡлы урындар алдым, – ти Айһылыу.
Тырыш ҡыҙ, уҡыу алдынғыһы булыу менән рәттән, колледж тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, уҡыу йортондағы “Йондоҙлоҡ” вокаль студияһында, “Шоңҡар” фольклор коллективында, Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Юрматы” фольклор ансамблендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Әле күптән түгел иптәштәре менән Салауат ҡалаһында “Салауат вариҫтары”, Өфөлә “Мин сәнғәт донъяһына аяҡ баҫам” республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡайтҡандар. Беҙ барғанда ла колледждың тантаналар залында репетициялар гөрләй ине. Еңеүсебеҙҙе тап шунда осратып, бүләген тапшырҙыҡ.
Айһылыуҙы үҙе уҡыған колледжда “Профессионалитет” проекты амбассадоры итеп һайлағандар. “Был йүнәлештә үҙебеҙ һайлаған һөнәрҙе киңерәк танытыу буйынса аңлатыу эштәре алып барабыҙ”, – ти алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшеп йәшәгән ҡыҙ.
– Айһылыу – һәр йәһәттән маҡтауға лайыҡ студентыбыҙ, ул – минең уң ҡулым, – ти колледждың методика кабинеты мөдире Марина Александровна Игошева. – Бынан тыш, ул – “Ҙур тәнәфес” проектының әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе булған Айһылыу Кинйәбаева Рәсәй “Нефтегазстройпрофсоюзы”ның стипендиаты булыуға ла өлгәште. Үҙен төрлө яҡлап үҫтереүгә, белемен киңәйтеүгә лә иғтибар бүлә ул: “Химик анализдар лаборанты” курсын тамамлап, яңы һөнәр үҙләштергән.
Айһылыу татыу, өлгөлө ғаиләлә матур тәрбиә алған. Ата-әсәһенә – ярҙамсы, ике ҡустыһына – Радмир менән Даянға хәстәрлекле апай ул. Әсәһе Зилә ханым – шәфҡәт туташы, атаһы Радик – адвокат. “Ғаиләм – минең иң ҙур таянысым, ҡәҙерле кешеләрем янында үҙемде һәр ваҡыт яҡлаулы, һаҡлаулы итеп тоям. Ял көндәрен бергә уҙғарырға тырышабыҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ”, – ти уңған ҡыҙ.
Бына шундай шәп ҡыҙ уҡый Ишембай нефть колледжында. Айһылыуҙы еңеүе менән тағы бер тапҡыр ҡотлап, киләсәктә лә уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеп, хыял-маҡсаттарын тормошҡа ашырып йәшәүен теләйбеҙ!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА