Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын Уҡытыусы һәм остаз йылында тантаналы шарттарҙа ҡаршыланы. Ошо йылдар эсендә уға 27 мәктәп директоры етәкселек итә. Һуғыш башланыр алдынан урта мәктәпкә әүерелә, 1944 йылда уны 18 уҡыусы тамамлай. Тап ошо йыл беренсе сығарылыш йылы булып иҫәпләнә.
Хәҙерге быуын уҡытыусылары Исмаил мәктәбенең данлы тарихын, уның үҫеш юлдарын яҡшы белә. Ошонда белем алып, яңынан мәктәп тупһаһын уҙып, йәш быуынды уҡытырға килгән педагогтар ҙа етерлек. Фәниә Сәғәҙиева, Шамил Әхмәров, Ильфира Насирова, Ләйсән Шишова, Илнар Шәрифуллин, Айгөл Ғәлиева, Ләйсән Мурзаева – бына улар. Педагогтар династиялары ғорурланыу өсөн тағы бер сәбәп. Юбилей тантанаһы үткән сәхнәгә Әхмәровтар династияһының вәкилдәрен – Зөһрә Рәсих ҡыҙы һәм Шамил Лерун улын саҡырып тәбрикләнеләр.
Мәктәптең ғорурлығы – уның уҡыусылары. Уларҙың бер нисәһен генә һанап үтеү ҙә был уҡыу йортонда ниндәй ҙур тәрбиә эштәре алып барылғаны, профессиональ йүнәлеш бирелгәне хаҡында һөйләй. Салауат Юлаев ордены кавалеры Сәлихйән Адиев, “Почет Билдәһе”, Ленин ордендары кавалеры Фаат Хәкимов, республиканың атҡаҙанған малсылыҡ хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Венера Лоҡманова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова , Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ризван Хәкимов һәм башҡа бик күптәр. Исмаил мәктәбе коллективына яңы үрҙәр яулауҙа уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Юлдаш” гәзите.