

Уҡыуға ғына түгел, төрлө яҡлап һәләтле уҡыусыларға бай Бәләбәй башҡорт гимназияһы. Уларҙың береһе Максим Калиниченко гимназияға уҡырға Миәкә районынан килгән. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй , Маҡсим бер нисә йыл элек үҙ аллы баянда уйнарға өйрәнгән һәм хәҙер байтаҡ көйҙәр белә. Тыуған ауылына ҡайтҡанда ла үҙенең сығышы менән концерттарҙы биҙәй.
-Баянда уйнауы оҡшай. Көйҙәр ҙә яҙам, ноталар өйрәнәм. Киләсәктә үҙемде сәнғәт кешеһе итеп күрәм, -ти Максим.
Йәштәр араһында баянда уйнарға өйрәнеүселәрҙе күреү бигерәк тә һөйөнөслө булды. Тимәк, гармун, баян моңо киләсәктә лә һүнмәйәсәк.
Автор видеоһы.