Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Апрель 2023, 07:00

"Балалар менән эшләүҙән йәм табам"

Иң ауыр саҡта, үҙен ҡулға алып, һынауҙарға бирешмәй, ғаиләһе өсөн ныҡлы терәк булып ҡалыуы - ысын ирҙәргә хас ныҡлыҡ өлгөһө.

"Балалар менән эшләүҙән йәм табам"
"Балалар менән эшләүҙән йәм табам"

1-се Борай урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Фәнис Сифат улы Шәйхинуров - хеҙмәт династияһын лайыҡлы дауам итеп, уға яңы сағыу биҙәктәр өҫтәгән егәрле шәхестәрҙең береһе. Райондың Иҫке Таҙлар ауылында тыуып үҫкән егет армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Тәүге хеҙмәт юлын Ваныш мәктәбендә башлай, аҙаҡ тормоштағы үҙгәрештәр уны район үҙәгенә алып килә.

Тәбиғәттәге тере йән эйәләрен һәм уларҙың мөхит менән бәйләнешен өйрәнгән фән ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та, әлбиттә. “Әммә ул ҡатмарлы ла өлкә,– ти Фәнис Сифат улы. – Тормоштоң бөтә аспекттарын, уның структураһын, функцияларын, үҫешен, эволюцияһын һәм тере организмдарҙың Ерҙә бүленешен өйрәнеүсе фән бит ул биология. Ул тере тәбиғәттең үҫеш үҙенсәлектәрен быуаттар дауамында күҙәтә, асыштар яһай. Ни өсөн беҙ тәбиғәт донъяһына һаҡсыл булырға, кешелектең емерткес әмәлдәренән уны ҡурсаларға тейешбеҙ – быны һәр бала бәләкәйҙән белеп үҫергә тейеш”.

Мәктәп янындағы тәжрибә участкаһына етәкселек итеү ҙә биология уҡытыусыһы иңендә. Балалар һәм уҡытыусылар тырышлығы менән картуфтан, еләк-емештән алынған уңыш та ярайһы, бер өлөшө мәктәп ашханаһына китһә, икенсе өлөшө йәрминкәләрҙә һатыла. Ауыл балалары өсөн тәбиғәт менән аралашыу, баҡса эштәре ғәҙәти эш тойолһа ла, уҡытыусы менән үҫемлектәр донъяһын бергәләп байҡау балаларҙа биология фәненә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ғөмүмән, Фәнис Сифат улың - ижади ҡарашлы, алдынғы технологияларҙы уңышлы ҡулланып, уҡыусылыр күңелендә осҡон уятыусы, белемгә ынтылыш биреүсе уҡытыусыларҙың береһе булараҡ абруйлы шәхес.

Остаз өсөн уҡыусыларының муниципаль, республика кимәлендә ойошторолған конкурс һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулауы, мәктәп данын уңышлы яҡлауы әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ. “Баланың белемгә ынтылыуын күреү минең өсөн барыһынан да өҫтөн. Был – минең хеҙмәтемә лайыҡлы баһа ла, – тип уртаҡлашты фекерҙәре менән  уҡытыусы. – Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙың республика этабында 12 уҡыусымдың призерҙар иҫәбенә инеүе минең өсөн ҡыуаныс булды. Уларҙың күбеһе тормоштарын медицина, биология өлкәләре менән бәйләне.

Былтыр уҡыусым Тимур Фәйзуллиндың биология буйынса олимпиадала икенсе урынды яулауы барыбыҙ өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды. Башҡорт дәүләт медицина университетында беҙҙең мәктәпте тамамлаған балаларҙың күпләп белем алыуы күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалмай. Биология фәне – үҙләштереү өсөн ауыр, уҡыу йортона инеү ҡағиҙәләре үҙгәреп тора, көсөргәнеш ҙур. Мәктәп программаһын үҙләштереп кенә уҡыу йортона инеү тураһында хыялланырға ла ярамай. Балалар менән күпме кәрәк, шунса ваҡыт факультативта шөғөлләнәм, бары белем алыу теләктәре генә һүнмәһен-һүрелмәһен. Биология-экология өлкәһендә эҙләнеү эштәре алып барыу ҙа уҡыусыларҙа фән менән ҡыҙыҡһыныуҙы уята”.

Ә биология фәнен яҡшы белгән уҡыусылар ниндәй һөнәрҙәргә эйә була ала? Байтаҡ икән. Табип, ветеринар, урман хужалығы инженеры, агроном, биология уҡытыусыһы,психолог, вирусолог, генетик, зоолог, нейробиолог һәм башҡа профессиялар.

 Утыҙ йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Фәнис Шәйхинуров өлгәшелгән уңыштар менән  генә сикләнеүҙе үҙһенмәй, квалификацияһын күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу, ғилми конференцияларҙа проекттар яҡлау эштәре менән янып йәшәй. Рәсәй һәм Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлыҡтары тарафынан бирелгән почет грамоталары, рәхмәт хаттары, грамоталар, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре - Фәнис Шәйхинуровтың тынғыһыҙ хеҙмәтенә лайыҡлы баһа. Уҡытыусының өлгө алырлыҡ шөғөлдәре етерлек: еңел атлетика, саңғы кростарында, спартакиадаларҙа , йөҙөү буйынса ярыштарҙа уның ҙур теләк һәм дәрт менән ҡатнашыуына йәштәр ҙә һоҡланырлыҡ!

Тормоштоң ҡатлаулы булыуы ла, көтөлмәгән һынауҙары менән ҡаҡшатыуы ла билдәле. Һөйөнөстәрҙән, уйын-көлкөнән генә тормай шул тормош. Фәнис Сифат улының иң ауыр саҡта, үҙен ҡулға алып, һынауҙарға бирешмәй, ғаиләһе өсөн ҡорос терәк булып ҡалыуы - ысын ирҙәргә хас ныҡлыҡ өлгөһө. Ҡатыны вафат булғандан һуң ике бәләкәй улы менән етемһерәп ҡалған йортта тормошто яңыса ҡороу анһат булмағандыр.

Фәнис Сифат улы йәшәү мәғәнәһен балаларын кеше итеп үҫтереүҙә, яратҡан эшендә һәм мәктәп коллективында күрә. Улдарының күңелен болоҡһотмау, яраларын әрнетмәү өсөндөрмө, әллә хәләл ефетенә тоғролоҡ һаҡлапмы, ул өйләнеү хаҡында уйлап та ҡарамай. Хәҙер инде юғары белем алып, хеҙмәт юлын башлаған улдарының береһе ғаилә ҡороу теләген атаһына еткергән. Тормош шулай үҙ яйы менән алға тәгәрәй. Геройыбыҙҙың: “Туғандарыбыҙ  бик берҙәм, аралашып, ярҙам итешеп донъя көтәбеҙ”,– тиеүендә хаҡлыҡ бар. Шәйхинуровтар, ысынлап та, баҙыҡ имәндәрҙәй көслө, бай рухлы, ышаныслы нәҫел.

Борай районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас