Белем һәм тәрбиә
26 Апрель 2023, 12:00

Башҡорт гимназияларына Мортаза Рәхимов исеме бирелде

Республиканың тәүге Президенты исемен мәңгеләштереү буйынса эш дауам итә.

Башҡорт гимназияларына Мортаза Рәхимов исеме бирелдеБашҡорт гимназияларына Мортаза Рәхимов исеме бирелде
Башҡорт гимназияларына Мортаза Рәхимов исеме бирелде

Хәҙер Күмертауҙағы 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы башҡорт гимназияһы республиканың беренсе Президенты исемен йөрөтәсәк. Тейешле ҡарарҙарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.

Күмертау гимназияһы исемде үҙгәртеүгә бәйле сығымдарҙы үҙенең бюджеттан тыш саралары иҫәбенә финанслай. Мораҡта тейешле сығымдар район бюджеты иҫәбенә атҡарыласаҡ, тиелә документта.

Күмертауҙағы белем усағы – республикалағы иң боронғо мәктәп-интернаттарҙың береһе. Ул 1959 йылда асылған. 1962 йылда мәктәп Юрий Гагарин исемен ала.

Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығы коллегияһы ҡарары менән 1993 йылда 2-се Күмертау мәктәп-интернаты эксперимент тәртибендә мәктәп-интернат-гимназия итеп үҙгәртелә. 1996 йылда учреждение республиканың көньяҡ төбәге райондары һәм Ырымбур өлкәһе өсөн 3-сө башҡорт гимназия-интернаты статусын ала.

Фото selskieogni.ru

Мәғлүмәт сығанағы: РБК-ӨФӨ

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас