Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Апрель 2023, 15:00

Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды

Конкурста студенттар һәм уҡыусылар көс һынашты.

Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды

Өфө ҡалаһының Ҡала мәҙәниәт һарайында "Профессионалдар" һөнәрмәндәр оҫталығы һәм юғары технологиялар буйынса беренселектәрҙең төбәк этабын ябыу тантанаһы үтте.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова республикабыҙ белем усаҡтарында оҫтаханаларҙың барлыҡҡа килеүенә, дөйөм ятаҡтарҙа шарттарҙың яҡшырыуына, уҡыу корпустарының яңырыуына шатлығын йәшермәне.

Мәртәбәле конкурста һөнәри колледждар студенттары һәм мәктәптәр уҡыусылары (14 йәштән алып) йөҙҙән ашыу компетенция буйынса көс һынашты. Агросәнәғәт комплексы, индустрия технологияһы, логистика, мәғариф технологияһы, уҡыу йорттарында белем биреү, өҫтәмә белем биреү, хеҙмәттәр күрһәтеү, медицина, матурлыҡ индустрияһы һәм башҡа йүнәлештәр шуға асыҡ миҫал.

Туймазы дәүләт юридик колледжы студенты Руфина Ғарифуллина әйтеүенсә, бындай бәйгеләр студентҡа үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамау өсөн ныҡ отошло.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Йәштәр араһында оҫталар асыҡланды
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас