

Тиҙҙән уҡыу йылы тамамланып, сығарылыш класс уҡыусылары үҙаллы тормош юлына баҫа. Берәүҙәр юғары уҡыу йорттарында үҙен һынап ҡарар, икенселәр ябай эшсе һөнәрен үҙ итер. Һәр хәлдә, уларҙың һәммәһенә яҡты киләсәк теләп, бөгөнгө хеҙмәт баҙары ниндәй белгестәргә, һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ кисергәнен асыҡларға булдыҡ.
Бөгөн ниндәй һөнәр популяр? “Работа.ру” порталының тикшеренеү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, илебеҙҙә IT-белгестәргә мохтажлыҡ бар, унан ҡала программистар һәм программа төҙөүселәр килә. IT-белгестәрҙең күпселек вакансияһы Мәскәү ҡалаһында күрһәтелгән, хеҙмәт хаҡы ла күберәк.
Башҡортостанда хеҙмәт баҙарында талап ителгән вакансиялар исемлегендә ярҙамсы эшселәр, водителдәр, тегенселәр, ашнаҡсылар, инженерҙар, педагогтар һәм менеджерҙар бар. Оборона сәнәғәте өлкәһендә лә эшселәр кәрәк. Ауыл ерендә уҡытыусы менән медицина хеҙмәткәренең эше хөрмәтле һаналғанға, күп уҡыусылар педагогия вуздарын һайлай торғайны, әле лә уларҙың һөнәре юғары баһалана. Ауыл хужалығы өлкәһенә килгәндә, зоотехник, ветеринар, машина менән һауыу операторы белгестәрен тыны менән һурып алырҙай алға киткән предприятиелар етерлек. Яңыраҡ Мәләүез районында “Ашҡаҙар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илдус Хәлитов үзбәк ир-егеттәренең һауынсы булып эшкә урынлашыуын әйтеп үткәйне. 40 мең һум эш хаҡы, хеҙмәт өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, оҙон аҡса юллап ҡайҙалыр ер аяғы ер башына барырға ла кәрәкмәй. Эштең ояты юҡ, заманында Көйөргәҙе районы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов тырыш хеҙмәте менән тотош республикаға дан алғайны. Һауынсы ир-егеттәргә “афарин” тип әйтергә генә ҡала. Һайлаған һөнәр күңелгә ятып, өҫтәүенә хеҙмәт хаҡы ғаилә аҫрарлыҡ, донъя көтөрлөк, киләсәк көнгә өмөтлө ҡараш ташларға мөмкинлек биреүе – икеләтә шатлыҡ. Ә бына ҡайһы бер һөнәр эйәләренә эшкә урынлашыу еңел түгел. Вакансия булмағанлыҡтан, юғары уҡыу йорто дипломын алғандар икенсе юҫыҡта эш эҙләргә мәжбүр. Бөгөн Мәләүез районы һәм ҡалаһында 356 кеше эшһеҙлек буйынса теркәлгән, шуларҙың 117-һе ауылдан. Мәшғүллек үҙәгенең әйҙәүсе инспекторы Светлана Хөснөтдинова әйтеүенсә, бөгөн врачтар, төрлө категориялы водителдәргә (экскаваторсы, тракторсы, механизатор), кассир, электромонтерҙарға мохтажлыҡ ҙур. Психолог һөнәре лә актуаль ҡала килә, рус теле уҡытыусыһы ла кәрәк. Ойошма-предприятиеларға йыйыштырыусылар, төрлө эш башҡарыусылар етмәй. Ҡултыҡ аҫтына сумка ҡыҫтырып, ҡупшы ғына кейенеп, таҙа кабинетта ғына эшләргә хыялланғандарға тормошҡа реаль күҙлектән ҡарарға ваҡыт еткән. Алтын ҡуллы сантехник, автомобиль ремонтлаусы белгестәр, слесарҙарҙың эш хаҡы лайыҡлы баһалана.
Яңыраҡ республика ҡалалары һәм райондарында Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үтте. Мәләүез ҡалаһында ла юғары һәм махсус уҡыу йорто тамамлағандар, юғары класс уҡыусылары вакансиялар йәрминкәһе менән танышты. Осрашыу барышында райондың ойошма етәкселәре, шәхси эшмәкәрлек вәкилдәре үҙҙәренә кәрәк булған вакансиялар теҙмәһе, эш шарттары, хеҙмәт хаҡы тураһында һөйләне, социаль гарантияларға туҡталды.
Бөгөнгө заманда эш юҡ тип аптырарға түгел, ҡулыңдан ни килә, шуны тотоп эшләргә, белмәһәң, өйрәнә торған заманда йәшәйбеҙ. Элегерәк мәктәптә технология дәрестәрендә, уҡыу производство комбинатында өлкән класс уҡыусылары өсөн һөнәри белем алыу мөмкинлектәре тыуҙырылғайны. Үҫмерҙәр, фрезер, токарь станоктарын үҙ күҙҙәре менән күреп, эш нигеҙе менән таныша торғайны. Бәлки, мәктәптә үк балаларға һөнәри белем биреүҙе тергеҙә башларға кәрәктер? Заводта эшсе токарҙың хеҙмәт хаҡы, мәҫәлән, уҡытыусыныҡына ҡарағанда сағыштырмаса ике-өс тапҡырға күберәк икәнен белгән йәш кеше ошо һөнәр буйынса белем алыр ине.
- Әҡлимә ИМАМОВА