

Людмила Егошина – Бөрө ҡалаһында билдәле уҡытыусы, күптәрҙең остазы, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә танылыу яулаған абруйлы химия уҡытыусыһы. Людмила Александровна ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен, бөтә булмышын, йөрәген балаларға биргән, илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләгән, уларҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан.
Мәҫәлән, Марат Лотфуллин Лондонда квант нөктәләрен етештереү буйынса үҙенең махсус лабораторияһын асҡан. Виктор Десяткин иһә Американың Кливленд ҡалаһында Көнбайыш резервы университетында эшләй, ә Илшат Ғәлинуров – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы госпиталендә хирург. Күренекле инженер, танылған табип булып киткән уҡыусылары байтаҡ. Уларҙың бөтәһе лә ҙур булмаған Бөрө районынан. Тәрән белемле уҡытыусы ҡулына эләгеүҙәренә ҡыуаныстары сикһеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре лә ныҡышмал булып сыҡҡан.
Ысынлап та, 8-се мәктәптең легендар педагогының уҡыусылары муниципаль этаптан алып халыҡ-ара олимпиадаларға тиклем еңеү яулаған. Людмила Александровнаның портфолиоһын 13 Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры, республика кимәлендә 15 тапҡыр – еңеүсе һәм 32 тапҡыр призер булған уҡыусыларының исемдәре тулыландыра. Муниципаль этапта “Егошинаныҡылар” 115 тапҡыр еңеүсе була.
Берҙәм дәүләт имтиханында ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр. Биш уҡыусыһының 100 балл йыйыуы күпте һөйләй. Мәҫәлән, 2020 йылда бер кластан ике уҡыусы (Никита Дмитриев менән Ильяс Хафизов) химиянан дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып, районда рекорд ҡуйҙы.
Шул уҡ кластан тағы ике уҡыусы уларҙан әҙ генә түбән – 97-шәр балл йыйҙы. Былтырғы сығарылыш уҡыусылары ла һынатманы. Мәктәптең өс параллель класынан һәм ҡаланың төрлө мәктәптәренән йыйылған 21 уҡыусы химия йүнәлешендә мәктәпте тамамланы. Ике йыл буйына улар, етди рәүештә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеп, 20-һе химия, 18-е – биология, икәүһе математика (профиль) буйынса һынау тотто. Йылдан-йыл ҡатмарлана килгән һынауҙы уңышлы үтеп, 15 уҡыусы Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау һәм педиатрия бүлектәренә уҡырға инде. Ҡалғандары Өфө дәүләт нефть техник университетын, Башҡортостан дәүләт аграр университетын, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалын һайланы.
Химия башҡа фәндәрҙе өйрәнеүгә лә ҡамасауламай. 21 уҡыусының береһе, гуманитар фәндәрҙән дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, юриспруденция буйынса уҡыуын дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, улар юғары балл алғас, Рәсәйҙең башҡа юғары уҡыу йорттарына ла инә алыр ине, ләкин республикабыҙ белем усаҡтарына өҫтөнлөк бирҙе. Был да уҡытыусының йәш быуынды үҙ иленең патриоты итеп тәрбиәләүенән киләлер.
Күренекле остаз "Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем?” тигән девиз менән йәшәй.
– Совет традициялары нигеҙендә тәрбиә алған кеше булараҡ, һәр уҡыусыға тәрән аң-белем һалырға тырышам, мәктәптә күп төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ, һәр теманы демонстратив алым ярҙамында аңлатырға тырышам, – ти ғорурлыҡ менән Людмила Александровна. – Хәҙерге мәктәптә ундай мөмкинлектәр күп. Әгәр ҙә юҡ икән, үҙем булдырам. Беҙҙең хатта парталарыбыҙ махсус быяла менән ҡапланған, ә уның аҫтында – Менделеев таблицаһы. Беренсенән, бөтә шарттары булған химия кабинеты эшләү маҡсат ине. Мин уны булдырҙым. Икенсенән, үҙем өҫтәмә рәүештә күп шөғөлләнәм, әгәр ҙә балалар предметымды һайлаған икән, ваҡытымды йәлләмәйем. 40-45 минут эсендә генә күп нәмәгә өлгөрөп булмай, өҫтәмә шөғөлләнергә кәрәк. Уҡыусылар быны күреп, үҙҙәре лә шундай уҡ мөнәсәбәт менән яуап бирә: тырышып уҡыйҙар, бурыстарына яуаплы ҡарайҙар. Мәктәптә уңышлы эшләү өсөн уҡытыусының үҙенең инициативаһы ла кәрәк. Уның уйларға һәм үҙгәрергә әҙер булыуынан күп нәмә тора.
Эшеңә күрә – емеше, ти халыҡ әйтеме. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Л.А. Егошина “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсы еңеүсеһе (2006 йыл).
Людмила Александровнаның тылы ла ныҡ. Тормош иптәше Евгений Егошин Бөрө ҡалаһының эшсе йәштәр мәктәбен тамамлаған, водитель, механик, слесарь булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Тәүлектең күберәк өлөшөн мәктәптә үткәргән ҡатынын һәр ваҡыт аңларға, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша ул. Егошиндар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Улар ҙа әсәләренең юлын һайлаған.
Надежда Евгеньевна Әхмәтйәнова 2001 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 20 йылдан ашыу инде шул уҡ 8-се урта мәктәптә биология фәненән һабаҡ бирә. Биология уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе. Уның да уҡытыусылыҡ эше ябай уҡытыуҙан ғына тормай. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, район, республика этаптарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 2020 йылда әсәле-ҡыҙлы Людмила Александровна менән Надежда Евгеньевна педагогик эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән иң яҡшы уҡытыусыларҙың федераль конкурсында еңеүсе булды.
Надежда тормош иптәше Руслан Әхмәтйәнов менән Юлиә исемле матур ҡыҙ тәрбиәләй. Руслан – Әбйәлил районынан. Ул Әрмәнстанда хеҙмәт иткән, Чечен һуғышында ҡатнашҡан. Надежда Әбйәлилдең матур тәбиғәтенә, күлдәренә ғашиҡ, ихлас, иренең башҡорт туғандарын ярата.
Елена Черемисина уҡытыусылар династияһын дауам итә. Ул мәктәптән һуң Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын тамамлай, 2005 йылда химия һәм биология уҡытыусыһы дипломы алып, хеҙмәт юлын әсәһе уҡытҡан мәктәптә башлай. Киң ҡарашлы йәш белгес 2013 йылда Мәскәү ҡалаһының 1601-се мәктәбенә эшкә күсә. Шул уҡ йылда Зимин конкурсының “Йәш уҡытыусы” грантына эйә була һәм еңеүсе тип таныла. Юғары академик һөҙөмтәләре өсөн Мәскәү ҡалаһы Мәғариф һәм фән департаментының Маҡтау грамоталары һәм район-ара Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы эксперты ла ул.
Уның тормош иптәше Андрей Черемисин – Донецкиҙан. Ул – социология фәндәре кандидаты, Мәскәү элемтә һәм информатика техник университеты доценты (МТУСиТ). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел йәш ғалимдың йөрәге тибеүҙән туҡтаны, заман ауырыуы уны ла урап үтмәне...
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. Был йыл уҡытыусы һөнәренең абруйын тағы ла арттырыр тигән өмөттәбеҙ. Ә Людмила Александровна Егошина һәм уның ҡыҙҙары кеүек үҙ предметын белгән һәм уны киләсәк быуынға бар нескәлектәрендә өйрәтергә тырышҡан уҡытыусылар булғанда илебеҙ ныҡ, киләсәгебеҙ ышаныслы булыр.
Бөрө ҡалаһы.
Ғәлиә ҒӘНИЕВА