Белем һәм тәрбиә
2 Май 2023, 09:36

Дарьяға уңыш йылмайҙы

Йәш рәссамдар Ҡазанда йыйылды.

"Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге."Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге.
Фото:"Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге.

Күптән түгел Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Бөтә Рәсәй сәнғәт (донъя художество мәҙәниәте) олимпиадаһының финалы ойошторолдо.

Ярышта теория һәм ижади эштәр буйынса көс һынаштылар. Беренсенән, ҡыҙ һәм малайҙар һүрәттәргә анализ яһаны, икенсенән, йәш рәссамдар төрлө темаға үҙҙәренең проектын яҡланы.

Был юлы ла башҡортостандарға уңыш йылмайҙы. Өфө ҡалаһындағы 42-се лицейҙың IX класс уҡыусыһы Дарья Солоницына призер булды. Әйткәндәй, олимпиадала диплом менән бүләкләнеүселәр илебеҙҙең теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ уҡырға инә ала.

– Беҙҙең лицейҙа уҡытыусылар һәр уҡыусыға ныҡлы иғтибар бүлә, – тип һөйләй Дарья. – Беҙҙең берәй йүнәлештә ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тойомлау менән, улар уны үҫтерә башлай, шуға күрә лә тиҫтерҙәрем һәр саҡ төрлө конкурстарҙа еңеү яулай.

Ҡыҙҙың остазы Римма Яруллина билдәләүенсә, Дарья һәр йәһәттән дә талантлы. Уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәүе, күркәм тәртибе менән бүтәндәргә өлгө күрһәтеүе, яратҡан шөғөлө булыуы – шуға асыҡ миҫал.

Илдар АҠЪЮЛОВ 

Читайте нас