Белем һәм тәрбиә
2 Май 2023, 09:35

Сәфәр барыһына ла оҡшаны

Балаларға экскурсия ойошторолдо.

БР Фән һәм мәғариф министрлығы.БР Фән һәм мәғариф министрлығы.
Фото:БР Фән һәм мәғариф министрлығы.

Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбе уҡыусылары өсөн "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәтенә экскурсия ойошторолдо. Ғүмерҙәрен тау эшенә арнағандарҙың һөнәре менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙы уҡытыусылар. 

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошондай саралар "Профессионалитет" федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

– Беренсенән, экскурсияны ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәт, – тип һөйләй ҡыҙ һәм егеттәр. – Икенсенән, тыуған яғыбыҙҙа шундай ҡеүәтле заводты күрҙек, уның эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Сәфәрҙән шул тиклем бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.

Ысынлап та, мәктәп балалары бында беренсе тапҡыр килгән. Йәмғиәттең автотранспорт предприятиеһы айырыуса егеттәргә оҡшаған. Бөгөн бында 700-гә яҡын кеше эшләй. Ул үҙ сиратында  технологик транспорт, хужалыҡ машиналары паркы, ремонт хеҙмәте һәм тимер-бетон һәм бетон әйберҙәр етештереү участкаһына бүленгән.

Уҡытыусылар әйтеүенсә, бындай саралар ҡыҙ һәм егеттәргә һөнәр һайлағанда ныҡ ярҙам итә.

Илдар АҠЪЮЛОВ 

Читайте нас