Белем һәм тәрбиә
2 Май 2023, 09:32

Себерҙә милли рухты күтәрә

Илһөйәрлек – уның ҡанында.

Илдар Кирәев фотоһы.Илдар Кирәев фотоһы.
Фото:Илдар Кирәев фотоһы.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғрифәт йылына арналды. Тап шунда телем, илем һәм халҡым тип янған Ләйсән ШӘМСЕТДИНОВАны осраттым.

Ләйсән Айҙар ҡыҙы Ханты-Манси автономиялы округындағы ҙур ҡалаларҙың береһе Сорғотта ғүмер кисерә, “Сургутинтерновости” телерадиоком­панияһын­да сауҙа менеджеры. Ғөмүмән, бүтән тарафтарҙа тамыр йәйгән милләттәш­тәребеҙ менән әңгәмәләшкәндә бына нимәгә иғтибар иттем. Уларҙың ихлас­лығы, асыҡ булыуы, һөйләшеүгә әүәҫлеге, тыуған Башҡортостаны тип йән атып йәшәүе һоҡландыра ла, сәмләндерә лә.

– Бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр булып торған хәрәкәтсән тормошта йәшәйбеҙ, көн дә әллә күпме яңылыҡ менән осра­шабыҙ, – тип һөйләй Ләйсән Шәмсетди­нова. – Менеджер эше тиҙлек ярата, был һөнәр һинән хәл-ваҡиғаға оператив баһа биреүҙе талап итә. Ошо сифаттарға эйә булһаң ғына, алға аҙым яһаласаҡ, уңыш йылмаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, эшем ныҡ оҡшай, һәр саҡ хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнау тарҡаулыҡҡа һәм күңелһеҙләнергә юл ҡуймай.

Төп эшенән тыш, Ләйсән Айҙар ҡыҙы – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Сорғоттағы филиалы булған башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең алмаш­тырғыһыҙ ағзаһы. Был үҙәк ҡан-ҡәрҙәш­тәребеҙҙе берләштереү маҡсатында бихисап саралар үткәрә. Бер сара ла Ләйсәнһеҙ үтмәй тиһәм, ысынбарлыҡҡа тап килер.

Ләйсән Шәмсетдинова билдәлә­үен­сә, башҡорттар Төмән тарафтарына күпләп һибелгән, шул иҫәптән ул йәшәгән Сорғотта ла уларҙы йыш осратырға мөмкин. Ситтә төпләнгән милләттәш­тәребеҙҙе, дөйөм алғанда, башҡортос­тандарҙы бергә туплау өсөн ул даими рәүештә төрлө йүнәлештә мәҙәни саралар уҙғара. Ҡалалағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә, Сорғот йәкшәмбе мәктәбендә, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорттары ҡорол­тайында һәм "Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы" йәмәғәт ойошмаһында туған телебеҙҙә ял кисәләре, әҙәби осрашыуҙар уҙғара. Иҫтәлекле көндәргә, тарихи даталарға бәйле, Яңы йыл байрамын, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөн һәм башҡаларҙы төрләндереп ойоштороуға бар көсөн һала.

Хөрмәтле яҡташым һөйләшеү барышында ҡыҙыҡлы фекер әйтте. Баҡтиһәң, тыуған иленән, йәнтөйәгенән ситтә йәшәгәндәр өсөн илһөйәрлек төшөнсәһе айырыуса ныҡ ҡәҙерле. Ул да Баш­ҡортостанға ҡайтырға ашҡынып тора, уңайы сыҡҡанда юҡ сәбәпте бар итеп тә Өфөгә юлланырға һәр саҡ әҙер.

Форсаттан файҙаланып, әңгәмәсемдән башҡорт телен ни рәүешле донъя кимә­лендә танытыуға бәйле һорауҙы бирмәй түҙмәнем. Заманса алымдар ҡулланыуға баҫым яһаны ханым.

– Әлбиттә, был турала үҙем дә уйланам, – тине ул. – Минең шикелле башҡорт телен донъяға танытырға теләүселәр күп. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ғорурлыҡ тойғоһо уята. Күптән түгел ул ғәрәп илдәрендә ҡайһылай матур сығыш яһап ҡайтты. Башҡорт егетенең сит ил сәхнәләрен дер һелкетеүе маҡтауға лайыҡ. Телем тип янған Ринат Рамаҙанов кеүектәр күберәк булһын ине тигән теләгем бар. Шул уҡ этностиль алымын ҡулланып, ҙур концерттар ойошторған Зәйнетдингә һоҡланам. Бында үҙенсәлек шунда: этностиль менән бөгөнгө, заманса алым бергә уҡмашҡан, шуның өсөн дә һәр береһенең концерты юғары кимәлдә үтә. Ысынлап та, бүтәндәр улар аша беҙҙе, башҡорттарҙы, күберәк һәм тәрәнерәк белә.

Туған телебеҙ тигәндән, Ләйсән Сыуаш Республикаһына сәфәре тураһында һоҡланғыс итеп һөйләне. Баҡтиһәң, Чебоксар ҡалаһында супермаркетта йә урамда булһынмы, таксиҙамы, сыуаштар үҙҙәренең телендә рәхәтләнеп һөйләшә. Ләйсәнгә лә башта сыуашса өндәш­кәндәр.

Ләйсән Айҙар ҡыҙы һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу яғында. Ул Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академия­һында (бөгөн – Өфө дәүләт нефть техник университеты) бер нисә йыл уҡығандан һуң, Мәскәү финанс университетының Сорғоттағы филиалына уҡырға күскән. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлаған, "финанс һәм кредит" белгеслеген үҙләштергән.

Ханым белдереүенсә, үҙ өҫтөңдә даими эшләгән осраҡта ғына үҫешкә юл асыласаҡ. Шуны күҙ уңында тотоп, ул Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында белемен камиллаштырған. Шулай итеп, Ләйсән Шәмсетдинова башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы буйынса ҡайтанан әҙерлек үткән. Бер һүҙ менән әйткәндә, юғары белемле яҡташыбыҙ бөгөндән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй ала.

Сорғоттағы йәкшәмбе мәктәбендә Зөһрә Мәүлетҡолова менән Гөлсирә Әбдрәшитова башҡорт теле һәм әҙә­биәтенән уҡыта. Зөһрә Вафир ҡыҙы – Ләйсәндең әсәһе. Борсолорға урын юҡ, өлкәндәрҙең урынына алмаш бар. Киләсәктә ҡаланың йәкшәмбе мәктәбендә йәки бүтән белем усағында Ләйсән Айҙар ҡыҙын да, бәлки, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күрербеҙ  әле.

Ләйсән башҡортса ла, русса ла берҙәй иркен аралаша.

– Бәләкәй генә Березовки ауылында тыуып үҫтем, ул Ғафури районында урынлашҡан, – тине әңгәмәсем. – Унда башҡорттар бик аҙ ине, балалар баҡ­саһына йөрөмәнем, мәктәпкә тиклем тик өйҙә булдым, туған телдә генә һөйләштек. Унан инде, ете йәшем тулғас, Березовки мәктәбенә уҡырға барҙым, – тине ул.

Ғаилә хәле буйынса Ләйсән артабан уҡыуын Сорғотта дауам иткән. Ҡаланың 22-се урта мәктәбендә уҡый, башта бер һүҙ ҙә русса белмәгән. Һуңынан яйлап ҡына  һупалай башлаған, XI класты тамамлағанда рус телен камил белгәндәр араһында уның да исем-фамилияһы булған.

Республикабыҙҙан ситтә ғүмер итеп тә, туған телен онотмаусыларға "афарин"дан башҡа һүҙ юҡ. Ләйсән әйтеүенсә, әсәһе менән тик башҡортса һөйләшә. Бынан тыш, Төмән тарафтарына гас­тролгә килгән башҡорт сәнғәт әһелдәре менән туған телендә рәхәтләнеп аралаша. Өҫтәүенә төрлө мәҙәни сараларҙы ул күбеһенсә башҡортса алып бара, хатта тамада ролен башҡарырға ла өлгөрә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнаша.

Ләйсән Шәмсетдинова "Шатлыҡ" бейеү ансамбленә йөрөгән III класта уҡыған ҡыҙы Аделинаға, биш йәшлек улы Альбертҡа башҡорт теленең нескә­лектәрен өйрәтә. Йөҙимәндә йәшәгән атаһы Айҙар Саттаров менән бәйлә­нешен өҙмәй, йыл һайын ҡайтып, ҡәҙер­леһенең хәлен белешә. Ире Хәйбулла егете Мансур Билалов менән бынамын итеп йәшәп яталар, Сорғот, ғөмүмән, Төмән өлкәһе башҡорттарының рухын күтәреүгә тос өлөш индерәләр.

Илдар АҠЪЮЛОВ 

Читайте нас