Белем һәм тәрбиә
5 Май 2023, 08:04

Үҙебеҙҙә уҡыу яҡшыраҡ!

Быйылғы ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы төп яңылыҡтар.

bashinform.rubashinform.ru
Фото:bashinform.ru

Мәктәптәрҙә тағы бер уҡыу йылының тамамланыуын белдереп сыңлаясаҡ “Һуңғы ҡыңғырау”ға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Артабан инде сығарылыш уҡыусылары өсөн яуаплы һәм мөһим осор башлана: Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу, һөнәр һәм уҡыу йорто һайлау, үҙ киләсәгеңде билдәләү... Быйылғы ҡабул итеү кампанияһында ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо хаҡта.

 

Юғары белем биреүҙең яңы системаһына күсәбеҙ

 

Рәсәй юғары белем биреү һәм фән министры Валерий Фальков матбуғат кәңәшмәһе барышында быйылғы ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы яңылыҡтар менән ур­таҡлашты. Уның әйтеүенсә, ҡайһы бер уҡыу йорттарында юғары белем биреүҙең яңы системаһы һыналасаҡ. “Яңы алымдарҙың ғә­мәлдә нисек эшләп китерен белеү өсөн бер нисә вузда һынау үткәреү мөһим. Ул уҡыу йорттарының төр­лө төбәктәрҙә һәм төрлө йүнәлеш­тәрҙә – техник, классик университеттар булыуы шарт. Был эштәр быйыл уҡ башланыр тип планлаш­тырабыҙ”, – тине Валерий Фальков. 

Әлегә һынауҙың ниндәй уҡыу йорттарында үтәсәге билдәле тү­гел. Шулай ҙа ҡайһы бер вуздар министрлыҡҡа бакалавриат про­г­раммаһын алмаштырыу мәсьәлә­һе менән мөрәжәғәт иткән, әммә был быйылғы абитуриенттарға ҡағылмай. “2023 йылда мәктәпте тамамлаусылар юғары уҡыу йорттарына 2022 йылдың көҙөндә баҫылған уҡыу программалары буйынса инә ала. Бер ниндәй ҙә ҡәтғи үҙгәрештәр көтөлмәй”, – тип аңлатма бирҙе министр. Шулай уҡ был яңылыҡтар әлеге көндәге студенттарға ла йоғонто яһамай, улар уҡырға ингәндә һайлаған программалар буйынса диплом аласаҡ. Быға тиклем тапшырылған бакалавриат һәм магистр дипломдары ла законлы көсөн юғалтмай.

Юғары белем биреүҙең яңы системаһына ныҡлы күсеү киләһе йылдан башлана. Министр үҙгә­реш­тәрҙең яйлап ғәмәлгә инде­реләсәге тураһында айырып әйтте.

 

Документтар тапшырыу

 

Быйыл юғары уҡыу йортона документтарҙы 20 июнгә тиклем тапшырырға мөмкин. 28 – 30 июлдә өҫтөнлөккә эйә булған граждандар (мәҫәлән, олимпиада призерҙары) ҡабул ителә, ә ҡабул итеүҙең төп этабы 3 – 9 августа үтә. Документ­тарҙы элеккесә уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына шәхсән алып барып тапшырырға, почта, интернет йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ебәрергә мөмкин. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа йәштәр документты онлайн алымда тапшырыуҙы хуп күрә. Быйыл “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге “Вузға онлайн инеү” сервисына Рәсәйҙең 1015 юғары уҡыу йорто һәм уларҙың филиалдары тоташҡан.

Рәсәй вуздарындағы бюджет урындарының дөйөм һаны – 626278. Быйыл инженер белгес­лектәре буйынса урындар һаны 1056-ға арттырылған.

 

Башҡортостан вуздары ла мөһим осорға әҙер

 

Май байрамдары алдынан Баш­ҡортостан юлдаш телевидение­һында үткән брифинг барышында ла быйылғы ҡабул итеү кампа­нияһына ҡағылышлы байтаҡ яңылыҡтар тураһында билдәле булды, спикерҙар бихисап һорауҙарға яуап бирҙе.

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова төбәк вуздарында бер юлы документ тапшырыу мөмкин булған белгеслектәр һанының кәметелеүе тураһында белдерҙе. Әгәр былтыр абитуриенттар бер ыңғай 10 белгеслек буйынса документ тапшыра алһа, быйылдан – бишәүгә генә. Шул уҡ ваҡытта элеккесә биш вуз һайлау мөмкинлеге үҙгәрешһеҙ ҡала. Һәр абитуриент үҙе өсөн өҫтөнлөкле булған вузды йәки филиалды, уҡыу алымын (көндөҙгө, ситтән тороп), уҡыу программалары төрөн билдәләргә тейеш.

Министр урынбаҫары респуб­лика­ның юғары уҡыу йорттарына бүленгән бюджет урындары, уларға инеүҙә өҫтөнлөктәр менән файҙа­ланған категориялар тураһында ла ентекле аңлатма  бирҙе. Быйыл Башҡортостан вуздарында 13 541 бюджет урыны бар. Шулай уҡ июнь баштарында өҫтәмә бушлай урындар бүлеү ҡаралған. “Йыл һайын әлеге һан арта бара, Башҡортостан был йәһәттән алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора. Бынан тыш, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттары мәктәпте яҡшы тамамлаусыларҙы йәлеп итә. Әйтәйек, 2021 йылдан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған һәм республиканың ошо үҙәк ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттарының береһенә уҡырға ингән балаларға Башҡортостан Башлығының 150 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған премияһы түләнә”, – тип билдәләп үтте Инесса Васильевна. 

Республиканың юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындары һанын һис тә аҙ тип әйтеп булмай, мәҫәлән, быйыл XI класты тамамлаусыларҙың барыһы ла үҙебеҙҙә ҡалған осраҡта ла, уларҙың 90 проценты түләүһеҙ уҡырға инә ала, тигән һүҙ.

 

Яугир балаларына ярҙам саралары

 

Быйылдан башлап илебеҙҙең бөтә университеттарында ҡабул итеү кампанияһы барышында 10 процентлыҡ махсус квота барлыҡҡа килә. Квота махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бюджет аҡсаһы иҫәбенә төрлө белгеслек программалары буйынса уҡырға инеү мөмкинлек бирә. Был хаҡтағы законға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, ата-әсәһе һәләк булһа йәки хәрби операция барышында яраланһа, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алмайынса ла ҡабул итеүҙәре ихтимал. Льгота Рәсәй Геройҙарына һәм өс тапҡыр Батырлыҡ ордены менән наградланыусыларға, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үткән осорҙа инвалидлыҡ алған хәрби хәрәкәт ветерандарына ла ҡағыла.

Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың сы­ғарылыш уҡыусылары колледжда түләүһеҙ уҡыу хоҡуғына эйә. Әгәр уҡыу өсөн аҡса түләнгән булһа, ул тулыһынса кире ҡайтарыла. Колледж студенттары өсөн туҡланыу ҙа бушлай. Урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын ятаҡта урын менән тәьмин итеү ҡаралған.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас