

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, уҡыусыларҙың йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек тикшерелде.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2023 йылда республикала берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) 11-се класты тамамлаусы 16 183 уҡыусы тапшырасағын хәбәр итте. Төп дәүләт имтиханына 48262 9-сы класс уҡыусыһы теркәлгән. Республикала БДИ 26 майҙан 1 июлгә тиклем, төп дәүләт имтиханы 24 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр уҙа. Имтихандарҙы алдан тапшырыу осоро башланды ла инде һәм ғәҙәти режимда үтә.
– 11-се класс уҡыусылары рус теленән һәм математиканан мотлаҡ Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Һайлау буйынса иң популяр фәндәр – профилле математика, информатика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Ғәҙәттәгесә, биология, физика, химия, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу юғары, – тип билдәләне Айбулат Хажин. – 9-сы класс уҡыусылары аттестат алыу өсөн рус теленән, математиканан һәм һайлау буйынса ике фәндән һынау тота.
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендәге сығарылыш уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының айырым шарттары ҡаралған, тип өҫтәне министр. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан Башҡортостанға килгән өс 11-се класс уҡыусыһы һәм ете 9-сы класс уҡыусыһы аралаш баһалар нигеҙендә имтихандарһыҙ урта белем тураһында аттестат аласаҡ.
Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу өсөн 157, төп дәүләт имтиханы өсөн 391 пункт әҙерләнгән. Республикала имтихандар барышын 100 эш урынына иҫәпләнгән өс ситуация үҙәге контролдә тота. Бынан тыш, 300-ҙән ашыу йәмәғәт онлайн-күҙәтеүсеһен уҡытҡандар. Аккредитлауҙы шулай уҡ 1,5 мең самаһы аудитор күҙәтеүсеһе үтәсәк.
17 майҙа рус, инглиз телдәре һәм информатика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы механизмын һуңғы федераль тест буйынса һынау үткәрелә. Республикала имтихандарға әҙерлек буйынса бөтәһе өс сара уҙғарылған. Ә республика юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәренең иң яҡшы уҡытыусылары дүртенсе йыл рәттән “тере” аралашыу һәм типик хаталарҙы тикшереү форматында бөтә фәндәр буйынса бушлай онлайн-консультациялар үткәргән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәренә сығарылыш уҡыусыларын йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләү буйынса башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Балаларыбыҙға имтихандарҙа уңыштар теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу буйынса республика тотороҡло рәүештә “йәшел зона”ға инә һәм был планканы тоторға кәрәк. Шулай уҡ республика вуздарында белем биреү сифатын арттырыу, башҡа төбәктәрҙән абитуриенттарҙы йәлеп итеү зарур.
Фото: smartik.ru