Уҡытыусы – иң ҡатмарлы, иң ауыр, шул уҡ ваҡытта донъялағы иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙән ул. Бөтә булмышын, ғүмерен балаларға төплө белем биреүгә арнаған райондашыбыҙ, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гүзәлиә Ҡотлогилдинаны үҙ һөнәренең оҫтаһы тип кенә түгел, оҫталарҙың остазы тип әйтергә була.
Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы – тыумышы менән Күгәрсен районының Күгәрсен ауылынан, саф башҡортса һөйләшкән мөғәллимәләрҙең береһе. Ғаиләлә өс ҡыҙ һәм бер малай үҫә. Гүзәлиә апай иһә иң өлкәне.
– Әтей-әнейем ябай колхозсылар булғанға күрә гел эштә, беҙ ҡәрсәйебеҙ ҡарамағында инек. Ул тәүҙә беҙҙең менән бергә йәшәне. Беҙҙе ҡурсалаусы ла, эшкә өйрәтеүсе лә, тәрбиә биреүсе лә булды. Донъяның әсе-сөсөһөн, фажиғәле хәлдәрен күп кисергән ил инәһе ине.
Күгәрсен мәктәбендә VI класҡа тиклем белем алғас, яҙмыш мине Кушнаренко мәктәп-интернатына килтерҙе. Уҡый башлағас, уйламаған ҡаршылыҡтарға осраным: Күгәрсен мәктәбендә ул ваҡытта Татарстандың уҡыу программаһы – Ҡазандан килтерелгән уҡыу әсбаптары буйынса белем алдыҡ. Татарстанда нәшер ителгән “Яшь ленинчы” гәзитен, “Ялкын” журналын бөтә уҡыусылар алдырҙы.
“Ватаныбыҙ – Татарстан” тигән девиз менән белем бирҙеләр. Бигерәк тә тирә-яҡ ауылдарҙан йөрөп уҡыған башҡорт балаларына әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине был хәл. Мин дә, интернатҡа барып уҡый башлағас, республикабыҙҙы – Башҡортостанды – бөтөнләй белмәгәнемде аңланым. Дәрестә Башҡортостан райондарын һанарға ҡушһалар, мин Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Баулы, Минзәлә райондарын әйтәм. Кластағы малайҙар көлә, мин илайым, үҙем оялам.
Бәхеткә күрә, уҡытыусылар бик тә итәғәтле, мәрхәмәтле булды. Ипләп кенә, тауыш күтәрмәй генә аңлаталар, Башҡортостан тыуған республикабыҙ икәнен төшөндөрәләр. Уларҙың йылы, яғымлы мөғәмәләһе ошо һөнәргә ғашиҡ иттергәндер. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған һуғыш ветераны Зәбир Кәрим улы Биктимеров теүәл фәндәр – математика, физика, һыҙма фәндәренән белем бирҙе. Уның педагогия алымдары, уҡыусылар менән тыныс аралашыуы, төплө фекерҙәре әле лә иҫтә.
Дөйөм алғанда, Кушнаренко мәктәп-интернатында белем биргән уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе гел йылы хистәр менән иҫкә алам, – тип бәйән итә Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы бала саҡ йылдары тураһында.
VIII класты гел яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙға һәм бер нисә класташына Өфө авиация техникумына имтиханһыҙ инеү өсөн юллама бирәләр. Тик әсәһе “Унда малайҙар ғына уҡый” тип ризалыҡ бирмәй. Ҡыҙ Өфөләге мәктәп-интернатҡа барып эләгә. Уны уңышлы тамамлағас, уҡытыусыларына ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғоһо Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына алып килә.
– Институтҡа бер йыл эшләгәс керҙем, тәүге йылда ауыл хужалығы институтының иҡтисад бүлегенә имтихандар бирҙем, яҡшы билдәләргә генә тапшырғас, уҡырға ингәнмендер тип, август аҙағында килһәм, исемлектә юҡмын. Аптырап, исемлекте ҡабат-ҡабат ҡарап торғанда, оло ғына ағай эргәмә килеп, нимә эшләп тороуымды һораны ла мине ҡабул итеү комиссияһына алып инде. “Ғаризаны дөрөҫ тултырмағанһың, бухгалтерлыҡҡа тип яҙырға кәрәк”, – тип әйттеләр (минең урынға икенсе кешене алғандарын аҙаҡ ҡына белдем). Ошо институтта агрохимия лабораторияһында эш тәҡдим иткәстәр, бер йыл эшләнем, – тип һөйләй Гүзәлиә Ҡотлогилдина.
Шунан һуң ул маҡсатына өлгәшә – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны тамамлағас, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Хәсән Мәжитов Сирбай мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләй. Бөтә хеҙмәт юлы ошо белем усағында үтә.
– Мәктәптә эшләгән осорҙо һағынам. Ҡыҙылъяр, Етебулаҡ, Үрге Мөрсәләй ауылы балалары йөрөп уҡыны. Балалар тырыш булды. Тел, милләт айырыу кеүек күренештәр бөтөнләй осраманы. Уҡыусыларыбыҙ араһында, төрлө һөнәр алып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүселәр күп.
Эшләй башлаған осорҙа сағыштырмаса йәш булған хеҙмәттәштәрем – Сәмәрә Сәйет ҡыҙы Бәҙәмшина, Фәрхәнә Ҡаһарман ҡыҙы Рәхмәтуллина, Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинова, шулай уҡ беҙҙән һуңыраҡ килеп эш башлаған Асия Ғизетдин ҡыҙы Вәлитова менән әлегәсә аралашабыҙ, кәңәшләшәбеҙ, мәктәптә эшләгән йылдарҙы һағынып һөйләшәбеҙ. Өлкән уҡытыусыларҙан әлеге көндә Ғәйфулла Айытҡолов ағай, Флүрә Арапова апайҙарҙың да хәлдәрен гел белешеп торабыҙ.
Минән һуңыраҡ килеп эшләй башлаған Зәһүрә Фәйзулла ҡыҙы һәм Наил Сәйет улы Бәҙәмшиндәр тураһында ла әйтеп үтәйек: Наил Сәйет улы балаларға – рус теленән, ә Зәһүрә башҡорт теленән белем бирҙе, ул әлеге көндә лә эшләп йөрөй. Наил Сәйет улы балаларҙың яратҡан педагогы ине, үҙенсәлекле ысулдар ҡулланып, онотолмаҫ дәрестәр үткәргән хөрмәтле уҡытыусы булараҡ хаҡлы ялға сыҡты. Уҡыусыларының күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған абруйлы ир-уҙаман ул.
Хәҙер уйлайым: коллективыбыҙ үҙе бер татыу ғаилә булған икән. Берҙәм, эшсән, бер-береһен ихтирам иткән, миһырбанлы, ярҙамсыл коллективта эшләүемә бәхетлемен. Тормош юлымда остаз булырлыҡ кешеләр байтаҡ булды. Төрлө сетерекле хәлдәр килеп тыуған ваҡытта ла тыныс ҡына, айыҡ аҡыл менән ошо хәлдәрҙән сығырға өйрәткән ағай-апайҙар менән эшләп, тора-бара йәштәргә лә ошо уҡ һабаҡты биреп, матур хеҙмәт юлы үтергә насип булды. Уларҙың барыһына ла мең-мең рәхмәт, – ти әңгәмәсем, йылы хәтирәләрен уртаҡлашып.
Сирбай мәктәбендә эшләп йөрөгән йылдарҙа Үрге Мөрсәләй ауылынан башҡорт егете Кинйәғәле Ҡотлогилдин менән таныша.
– Минән биш йәшкә өлкән ине, тәү күргәс тә, әтейемә оҡшаттым: аҙ һүҙле, ипле, ярҙамсыл кеше булыуы менән йөрәгемде яулағандыр, дуҫлашып киттек. 1980 йылдың аҙағында ғаилә ҡорҙоҡ. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Дөрөҫөрәге, балаларҙы бейемем – ҡәрсәйҙәре ҡараны, ә беҙ гел эштә булдыҡ. Балалар уны әле лә һағынып иҫкә ала.Үкенескә ҡаршы, атайҙары ла хәҙер мәрхүм инде.
Өлкән улыбыҙ Руслан, ауыл хужалығы институтын тамамлап, һөнәре буйынса бер аҙ эшләне лә, әлеге көндә Себер яҡтарында килен менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙыбыҙ Резеда, уҡытыусы һөнәренә эйә булып, биш йылға яҡын Йомағужаның 1-се мәктәбендә эшләне. Ишембай егетенә тормошҡа сығып, ике ҡыҙға ғүмер биреп, әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында йәшәйҙәр, хәрби өлкәлә хеҙмәт итәләр. Кесе улыбыҙ Рәфил – районда полиция өлкән лейтенанты. Өлгөлө һәм абруйлы ғаилә булараҡ та ауылдаштары уларҙы хөрмәт итә.
Бер ғаиләнән өс ҡыҙ уҡытыусы һөнәренә эйә булдыҡ. Бер туған һылыуым Зөлфиә, Күгәрсен мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Санъяп ауылында йәшәгән бәләкәй һылыуым Әлфиә, минең һымаҡ физика-математика факультетын тамамлап, балаларға белем бирҙе. Пенсия йәшендә булһа ла, быйыл, уҡытыусылар етешмәй тип, Волостновка мәктәбенә эшкә саҡырҙылар. Әлеге көндә унда балаларға белем бирә.
Һәр ерҙә уҡытыусыларымдан, курсташтарымдан күп нәмәгә өйрәндем һәм әлегә тиклем уларҙың өлгө алырлыҡ кешеләр булғанына ҡыуанып йәшәйем. Быйылғы йылдың “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип нарыҡланыуын да ҡыуанып ҡабул иттем. Мәғариф өлкәһе миңә бик яҡын, ҡәҙерле. Гәзит-журналдарҙан, социаль селтәрҙәрҙә ошоға ҡағылышлы хәлдәр, яңылыҡтар менән даими танышып торам.
Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы йылдарҙа уҡытыусы абруйы күҙгә күренеп кәмене. Балаларға ныҡлы тәрбиә биреү нигеҙҙәре булып торған пионер, комсомол ойошмалары юҡҡа сыҡты, “Тимур командалары” ярҙамында өлкәндәргә ярҙам итеү, улар менән аралашыу юҡ кимәлдә. Хәҙерге уҡытыусы – дәрес үткәреүсе, ҡағыҙҙар, отчеттар тултырыусы. Бала менән ижади эшләргә ваҡыты ла ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәргә дәүләттең дә, мәғариф идаралығының да иғтибары, ярҙамы бик мөһим.
Уҡытыусылар биргән тормош һабаҡтары күп булды – ыңғайы ла, киреһе лә. Уҡытыусы һөнәренә эйә булыуым да остаздарымдың ыңғай тәьҫире һөҙөмтәһендәлер, тип уйлайым. Һәр хәлдә, ошо һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем, – ти ул. Ә ни өсөн үкенергә? Хоҙай тарафынан бирелгән мөғәллимлек бөтә дәрәжәләрҙән дә өҫтөн, минеңсә.
- Айгөл АЙЫТҠОЛОВА