90 йыл элек, 1933 йылда, республикабыҙҙың мәғариф өлкәһендә иҫтәлекле ваҡиға була: уҡытыусыларҙың һөнәри белемен һәм педагогик мәҙәниәтен арттыра торған уҡыу йорто – халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын үҫтереү институты айырым берәмеккә әйләнә. Уның алдына мәғарифты үҫтереү буйынса яуаплы бурыстар ҡуйыла.
Шул ваҡыттан алып Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Мәғарифты үҫтереү институты алдынғы ойоштороу, методик һәм фәнни үҙәк булыу бурысын уңышлы атҡара. Институт мәғарифтың иң яҡшы традицияларын дауам итеп, заман менән бергә атлап, яңылыҡтарҙы яҡшы үҙләштереп кенә ҡалмай, ә белем биреү өлкәһе алдына заман килтереп ҡуйған ҡатмарлы бурыс, һорауҙарға яуап та эҙләй һәм таба. Институт Башҡортостандың белем биреү ойошмалары, ғилми үҙәктәр һәм педагогтар берләшмәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, республика һәм федераль кимәлдәге ҙур проекттарҙы ла тормошҡа ашыра.
Бөгөн “Торатау” конгресс-холында белем үҫтереү учреждениеһының 90 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда дәрәжәле ҡунаҡтар, педагогик хеҙмәт ветерандары, район, ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, мәктәптәр, колледждар, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Институт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт, ведомстволар наградалары тапшырылды.
Уҡыу йортон юбилейы айҡанлы тәбрик итеп, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин: “Институт республиканың төп методик органы булып тора. Һеҙҙең менән бик яуаплы бурысты – уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, урта һөнәри белем биреү системаһындағы уҡытыусы һәм мастерҙарҙың педагогик хеҙмәтен туҡтауһыҙ камиллаштырыуҙы – атҡарабыҙ”, – тип билдәләне.
Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова: “Һеҙҙе юҡҡа ғына “уҡытыусыларҙың уҡытыусылары” тимәйҙәр. Балаларыбыҙҙы уҡытҡан кешеләрҙе уҡытыу – бик ҡатмарлы бурыс, тип иҫәпләйем, – тине. Ул Башҡортостанда мәғарифты үҫтереү институтын һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшеүҙе лә билдәләп китте – әлеге көндә бындай учреждениелар илдең бөтә төбәктәрендә лә бар, тип әйтеп булмай. Рәсәйҙәге иң ҙур белем биреү системаһының береһен методик яҡтан хәстәрләү – мөһим стратегик бурыс, һәм һеҙ уны уңышлы атҡараһығыҙ, тип институт коллективына рәхмәт белдерҙе ул. “Беҙҙең бөтәбеҙҙе ҙур, мөһим бурыс берләштерә – күп милләтле илебеҙҙең ысын патриоттарын, үҙ тарихын белгән, Ватанын яратҡан балалар тәрбиәләү”, – тине Э.Айытҡолова.
Тантанаға килгән башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа институт коллективына ҙур юбилейы айҡанлы ҡотлау-теләктәрен еткерҙе. Иҫтәлекле кисә, әлбиттә, йыр-бейеү менән бергә үрелеп барҙы.
Рәүилә Ғатауллина.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.