

Халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты, Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институты, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты. 90 йыл эсендә ул ниндәй генә атамалар менән йөрөтөлмәһен, үҙенең төп вазифаһына – халыҡ мәғарифы өлкәһендә республикабыҙҙа берҙән-бер өҫтәмә белем биргән уҡыу йортона тоғро ҡалды. Үҙенең оло юбилейын ҡаршылап, институт әле, Уҡытыусы һәм остаз йылында, тағы ла ҙурыраҡ һәм әһәмиәтлерәк маҡсаттар менән йәшәй.
Институт тарихынан
Республикабыҙҙа уҡыу йорттарында Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған күп саралар уҙа, остаздар һәм педагогтар фәһемле һәм бик кәрәкле тормош тәжрибәһе, белеме, донъяға ҡарашы, уй-хыялдары менән уртаҡлаша. Ә бындай осрашыуҙар, төрлө саралар республикабыҙ мәктәптәрендә һәм колледждарында әүҙем алып барыла. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты – был йәһәттән ысын мәғәнәһендә әйҙәүсе белем биреү ойошмаһы, сөнки уның бар булмышы һәм маҡсаты оҙаҡ йылдар илһамлы уҡытыусылар һәм тәжрибәле остаздар әҙерләү булып ҡала.
Танылған уҡыу йортоноң бер быуатҡа яҡын тарихы республикабыҙҙың халыҡ мәғарифы үҫешенең йылъяҙмаһынан айырылғыһыҙ. Бындай типтағы белем усаҡтарының кәрәклеге Рәсәйҙә 1914 йылда билдәләнә. Ватаныбыҙ ҙур тетрәнеүҙәр алдында торһа ла, Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы уҡытыусы-инструкторҙар, асыҡ дәрестәрҙә алдынғы уҡытыу алымдарын күрһәтерҙәй педагог-методистар әҙерләү кәрәклеген таный. Совет власының тәүге йылдарында уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу кабинеттары булдырыла. Башнаркомпрос коллегияһы 1933 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтын (БИПККНО) булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ә 1938 йылдың 15 ноябрендә, шул уҡ коллегияның ҡарарына ярашлы, уҡыу йорто Башҡортостан уҡытыусыларын камиллаштырыу институты (БИУУ) атамаһы менән йөрөтөлә башлай.
Ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларҙан: 1940 йылда ул республикала ғилми-педагогик конференция ойоштора, 1946 йылда уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу буйынса биш йыллыҡ план ҡабул итә, 1947 йылда милли мәктәптәрҙең рус теле уҡытыусылары өсөн фәнни-ғәмәли конференция үткәрә. 1996 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары нигеҙендә ул Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты тип атала башлай. Уға тиклем бер нисә йыл БИПКРО исеме менән йәшәй. Бөгөнгө атамаһы һәм хоҡуҡи статусы – Өҫтәмә Белем Биреүҙең Дәүләт Автоном Учреждениеһы Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты (ГАОУ ДПО ИРО РБ).
Атамаларҙың йыш үҙгәреп тороуын беҙ БАССР, артабан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең уҡыу йорто эшмәкәрлеге сифатын даими яҡшыртыуға ынтылышы тип баһалайбыҙ. Мәҫәлән, 1998 йылда Хөкүмәтебеҙ Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Концепцияһын раҫлай. 2010 йылда институт базаһында 14 кафедра, туғыҙ үҙәк ойошторола, Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет, Бөрө, Туймазы ҡалаларында, Дыуан районында методик-информация үҙәктәре булдырыла.
БАССР Халыҡ мәғарифы министрлығы, БР Фән һәм мәғариф министрлығы оҙаҡ йылдар институтҡа етәкселек итеүгә һәр яҡлап әҙерлекле мәктәп директорҙарын, район, ҡала хакимиәттәренең мәғариф бүлеге мөдирҙәрен, ғалим-педагогтарҙы йәлеп итә килде. 90 йыл эсендә ошондай 20 мәғариф хеҙмәткәре, танылған педагог-ғалимдар институт директоры, ректоры вазифаларын башҡарҙы.
Уңайы тура килгәндә, шуны әйтәбеҙ: үҙемә шәхсән бер нисә директор һәм ректор менән яҡындан аралашып, республикабыҙ мәғарифына хеҙмәт итеү бәхете тейҙе. 1981 йылдың сентябрь–ноябрь айҙарында миңә, яңы ғына мәктәп директоры булып эшләй башлаған етәксегә, өс айлыҡ директорҙар курсын үтеү яҙҙы. Рәфҡәт Фәтҡулла улы Абдуллиндың хәстәрен күреп, ифрат кәрәкле курста белемебеҙҙе камиллаштырҙыҡ. Теория тыңланыҡ, Өфө мәктәптәрендә дәрестәр ҡараныҡ, методик йәһәттән анализланыҡ, етәкселек серҙәренә өйрәндек. Инде ярты быуат мәғарифта эшләһәк тә, ул замандағы директорҙар курсының әһәмиәтен онотмайбыҙ. Институттың хәстәрлекле ҡарашын “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-1993” республика конкурсында ҡатнашыу һәм еңеүсе булыу, Мәскәүҙә имтихан биреү ваҡытында үҙ иңдәремдә татыным. Роберт Мөтиғулла улы Арыҫлановтың йөрәк йылыһы ине ул.
Ә институттың башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһында доцентлыҡ осором арҙаҡлы ғалим-педагог, дәүләт эшмәкәре Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов дәүеренә тура килде. Ул осорҙа институт гөрләп тора ине. Оҫта, кешелекле етәксенең арабыҙҙан бик иртә китеүе генә мәңге уңалмаҫ яра булып ҡалды. “Рәмил Мәжитов хаҡында һүҙ. Хәтернамә” китабын нәшер итеүҙә ҡатнашыуым йән яраларын төҙәткәндәй була...
Ә бөгөн иһә Азат Йәнгировтың ең һыҙғанып ректор вазифаһын атҡарыуына сикһеҙ шатмын. Иҡтисад фәндәре докторы, төбәк һәм милли иҡтисад белгесенең даими үҫә килеүе һоҡландыра.
Азат Вәзир улының башҡорт телен юғары кимәлдә белеүе, иркен аралашыуы – күптәргә өлгө. Күп яҡлы шәхес икәненә тағы бер инанаһың: үҙе музыкант, спортһыҙ йәшәй алмай. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры була. 2020 йылдан – Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уңыштар ҙа бар. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин: “Институт, өҙлөкһөҙ белем биреүҙең мөһим звеноһы булараҡ, төбәк өҫтәмә белем биреүҙең һөҙөмтәле моделен булдырҙы. Өҫтәмә һөнәри белем биреү һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу буйынса дәүләт заданиеһы тотороҡло 25000 кимәлендә һаҡлана. Шуның менән бергә, ул ҡеүәтле ғилми-методик механизм булып тора”, – ти.
Республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, мәғариф, фән, йәштәр сәйәсәте комиссияһы рәйесе, профессор Р.М. Әсәҙуллин былай тип өҫтәй: “Һеҙҙең уңыштарығыҙ күптәргә билдәле, инновациялы проекттарығыҙ – талантлы, үҙ эшенең оҫталары булған уҡытыусы-профессорҙарҙың эш һөҙөмтәһе ул. Ысынбарлыҡта һеҙ – уҡытыусылар остазы!”
Мәғарифты ла үҫтерә, үҙе лә үҫә
Республикабыҙҙың Мәғарифты үҫтереү институты Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә оҙаҡ йылдар һиҙелерлек йоғонто яһай, уның тәҡдимдәре, ғилми-методик асыштары педагогия хеҙмәткәрҙәренә һәр саҡ кәрәк. Мәҫәлән, институт бөгөн педагогтарҙың һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ күтәреүҙе үҙенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип иҫәпләй. Ысынлап та, уҡытыусы уҡыуҙан туҡтаһа, ул уҡытыусы булыуҙан да туҡтай. Шуға ла уҡыу йорто бөгөн 15 төрлө йүнәлештә өҫтәмә белем биреү һәм 160-тан ашыу квалификацияны камиллаштырыу программаларын тормошҡа ашыра. 2022 йылда 14905 педагог төрлө курстарҙа белемен камиллаштырған, шуның 12011-е республика бюджеты иҫәбенә. Был ошо йылда 401 курс ойошторолған тигән һүҙ.
Уҡыу йортоноң уңышы уның ғилми-педагогия кадрҙарының оҫталығына бәйле, сөнки улар – уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы. Уҡытыусы-профессорҙар составының 95 проценты ғилми дәрәжәгә эйә, йәғни ете фән докторы, профессор, 34 фән кандидаты, доцент хеҙмәт итә, тигән һүҙ. Уҙған йылда бында дүрт монография яҙылған, 41 уҡыу-уҡытыу әсбабы әҙерләнгән, ғалим-педагогтарҙың 126 ғилми мәҡәләһе донъя күргән. Институттың үҙендә өс ай һайын ғилми-методик журнал нәшер ителә, уның биттәрендә алдынғы практик уҡытыусыларҙың хеҙмәттәре баҫыла.
Шул уҡ уҙған йылда белем усағында 16 фәнни-ғәмәли конференция әҙерләнгән һәм үткәрелгән. Шуларҙың араһында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй ғилми форумдары ойошторолоуы күпте һөйләй. Бынан тыш, республикабыҙҙа “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Йыл директоры”, “Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле, татар теле йыл уҡытыусыһы” конкурстары даими рәүештә, Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә әҙерләнә һәм юғары кимәлдә уҙғарыла. Ә былар ифрат мөһим эш: һөнәри конкурстар – уҡытыусы һәм остаз үҫешендә мөһим этап. Шулай уҡ инде байтаҡ йылдар институт БДИ, ТДИ тикшереү һәм баһалау үҙәге булып тора.
Бөгөн БМҮ институтының уңышлы эшләп килеүе уның кафедралары эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән. Мәҫәлән, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы заманында бары туған телдәр бүлеге булып торған. Ә хәҙер ул үҙе бер ғилми структура. Бөгөн кафедраға филология фәндәре кандидаты, доцент Э.Ф. Рәхимова уңышлы етәкселек итә. Педагогия фәндәре докторы, профессор В.Ғ. Яфаева етәкселегендәге мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү кафедраһы ла республикабыҙ мәғарифының авангардында бара, башҡаларҙы әйҙәй.
Һуңғы йылдарҙа тарих кафедраһы гуманитар белем биреү кафедраһы тип үҙгәртелде. Кафедраға философия фәндәре кандидаты Ф.Ш. Юлметьева нигеҙ һала. Бөгөн филология фәндәре докторы Н.Ғ. Исҡужина кафедра эшен уңышлы ойоштора.
Йыйып ҡына әйткәндә, үҙенең 90 йыллыҡ эшмәкәрлеген билдәләгән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты республикабыҙ мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул ошондай уҡыу йорттары араһында хаҡлы рәүештә Рәсәйҙә лидер булып килә. Бөгөн, илебеҙҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы иғлан ителгәндә, уның роле тағы ла арта бара, шулай булмау мөмкин дә түгел, сөнки заман йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә яңы талаптар ҡуя. Дәүләтебеҙгә һәм йәмғиәтебеҙгә илһамлы уҡытыусы һәм остаз һәр саҡ кәрәк.
- Фәнзил САНЪЯРОВ

