

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, вуз-ара студенттар кампусының тәүге сиратында, йәғни IQ-паркта Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты ете фәнни-белем биреү һәм тикшеренеү үҙәген булдырыуҙы ниәтләй. Проекттарҙың маҡсаты – йәш ғалимдарға үҙҙәренең эш һөҙөмтәһен баҙар өсөн әҙер продукт итеп сығарыуға ярҙам итеү. Икенсе ҡаттағы бындай нөктәләрҙең береһе полимер материалдарының лабораторияһы буласаҡ. Ул студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эштәренә маҡсатланған.
Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты химиктары тарафынан уҙғарылған тикшеренеүҙәр донъяның ғилем кимәлендә лә көнүҙәк булып тора. Был иһә пластик ҡалдыҡтарҙы рациональ ҡулланыуға маҡсатланған. Бурыс - полипропилен, полиэтилен эшләргә һәм ҡабаттан пластмасса әйберҙәрен етештерергә. Бынан тыш, ғалимдар биомедицина тәғәйенләнешендәге материалдар эшләү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, бешкән һәм операциянан һуңғы яраларҙы дауалау өсөн япмалар.
Полимер композиция материалдары лабораторияһы махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
-Бөгөн был бик мөһим бурыс булып тора, сөнки полимер композиттар һуңғы осорҙа айырыуса һорау менән файҙаланыла, - ти Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире Елена Кулиш.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға тиклем 25 заманса кампустан селтәр булдырырға ҡушты. Уларҙың 17-һе тормошҡа ашырыла башлаған. Был иһә “Фән һәм университеттар" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. 2030 йылға тиклем был маҡсатҡа федераль бюджеттан 174 миллиард һум аҡса бүлеү ниәтләнә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.