

Бәләбәйҙә башҡорт гимназияһы эшләүе тураһында электән беләбеҙ. Көслө коллективтың белем өлкәһендә лә, ижади яҡтан да ҡаҙаныштары ишетелеп тора. Интернаты ла булыуы тирә-яҡ райондарҙан байтаҡ балаларҙы үҙенә йыйырға мөмкинлек аса. Ниндәй генә ата-әсә балаһының уңайлы шарттарҙа йәшәүен, сифатлы белем алыуын, ижади яҡтан үҫеүен теләмәһен? Шуға ла был уҡыу йортона килергә атлығып торалар.
Төрлө милләт балаларының башҡорт гимназияһында бер ғаилә һымаҡ татыу йәшәүҙәре, уңыштарға өлгәшеүҙәре айырыуса ныҡ һоҡландырҙы. Был белем усағында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендәге саралар үтеп тора. 2019 йылда гимназияның Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе исемлегенә инеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Хәҙер инде тиҫтә йыл Дилбәр Фәтхетдинова етәкселек иткән гимназияла бөгөн 900-ҙән ашыу уҡыусы белем ала.
Рухлы ла, һәләтле лә гимназистар
Тарихын белгән, тыуған илен һөйгән быуындың нигеҙе лә ныҡ. Иң элек иғтибарыбыҙҙы “Аманат” тип исемләнгән тыуған яҡты өйрәнеү музейы йәлеп итте. Бында гимназия тарихы тураһында бай мәғлүмәттәр тупланған. Шулай уҡ боронғо тормош-көнкүреш хаҡында ла ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар йыйылған. Музей етәксеһе Олеся Талибуллина әйтеүенсә, уҡыусылар бында йыш килә. “Балаларға боронғо һауыт-һабаларҙы, башҡа көнкүреш әйберҙәрен ҡарау оҡшай. Күптәре бындай ҡомартҡыларҙы беренсегә күрә”, – тине ул.
Илһөйәр балалар тәрбиәләү ҙә – белем усағының төп маҡсаттарының береһе. Быйылғы уҡыу йылында башҡорт гимназияһында Бәләбәй районында беренсе тапҡыр шайморатовсылар класы ойошторолған. Балалар был класта уҡыуҙың ни тиклем мәртәбәле булыуын аңлай, тип белдерҙе кураторҙары Азамат Аҙнабаев:
–V Б класс уҡыусыларынан шайморатовсылар класы тупланды. Быны атай-әсәйҙәре лә шатланып ҡабул итте. Ысынлап та, класс үҙенең һәр яҡлап өлгөлө, әүҙем булыуы менән айырылып тора, –тине ул.
Был һүҙҙәрҙе класс етәксеһе Нәсихә Сәхибгәрәева ла хупланы.
– Бишенселәрҙең үҙ-ара татыу, берҙәм булыуы һоҡландыра. Был класта уҡыу өсөн талаптар ҙа көслө: иң беренсе тәртипле булырға, яҡшы уҡырға тейештәр. Беҙҙә спортсылар ҙа бик күп. Мәҫәлән, Алина Ғүмәрова йөҙөү буйынса ҡала һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа уңыштар яулай, Николай Иванов көрәш буйынса алдынғы, Мирослав Михайлов та бер ярыштан ҡалмай, – тип класы хаҡында ғорурланып һөйләне уҡытыусылары.
Барыһы ла бер иштән кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙарға ҡарап тороуы кинәнес. “Беҙ шайморатовсылар булыуыбыҙ менән бик ғорурланабыҙ. Тыуған илебеҙҙе яратырға, уның өсөн яуаплылыҡ тойорға тейешбеҙ”, – тигән һүҙҙәр ишеттек гимназистарҙан.
Йолаларҙы белеп үҫһендәр өсөн
Йолаларҙы өйрәнеүгә иғтибар көслө. Был йәһәттән гимназия уҡытыусылары матур тәжрибәләре менән уртаҡлашты. 20 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Гөлназ Ғабдрафиҡова бик уңышлы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне:
– Педагогия фәндәре кандидаты Екатерина Савельева етәкселегендә тәжрибә майҙансығында эш алып барам. Ошо маҡсатта “Башҡорт халыҡ аш-һыуы” тигән уйын-лото булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Бының буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәттем. Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс кластарға тәғәйенләнгән был уйын башҡорт халҡының аш-һыуы менән таныштырыуҙы бурыс итеп ҡуя. Уйын аша аш-һыу исемдәре балаларҙың хәтерендә лә яҡшыраҡ ҡала. Тәмләтеп ҡаратып та милли ризыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ.
Телгә ҡыҙыҡһыныуҙы ла төрлө алымдар аша көсәйтергә тырыша уҡытыусылар. Ҡала мөхитендә был еңелдән булмаһа ла, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшәләр. Мәҫәлән, башҡорт телендә яңылыҡтар, видеороликтар эшләп, “Тамыр” телеканалына ебәреп, үҙҙәрен зәңгәр экрандарҙа күргән ҡыҙ һәм егеттәрҙең күңелендә башҡортса матур итеп һөйләшергә ынтылыш тәрбиәләнә.
– Балалар менән башҡорт телендә социаль роликтар, яңылыҡтар төшөрөп, “Тау-тау хәбәр” тапшырыуына әҙерләйбеҙ. Был эш балаларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тапты. Йылына бер тапҡыр бөтә эштәребеҙҙе йомғаҡлап, республика гимназиялары араһында урындар билдәләйҙәр, һәр саҡ унда лауреат булабыҙ. Әлбиттә, гимназияла бөтә балалар ҙа башҡорт телен яҡшы белмәй. Был проект иһә хатта рус телле балаларҙы ла үҙенә ылыҡтыра алды, сөнки барыһының да үҙҙәрен зәңгәр экрандарҙа күргеләре килә.
Шулай уҡ гимназиябыҙҙа “Ынйылар” исемле гәзит тә сығарабыҙ. Белем усағы тормошонан мәҡәләләр, балаларҙың шиғырҙары унда донъя күрә. Был эште лә уҡыусылар ихлас башҡара. Ғөмүмән, гимназиябыҙ һәр ваҡыт үҫеш юлында. Тынғыһыҙ, эш тип янып йәшәгән директорыбыҙ Дилбәр Ғайса ҡыҙы етәкселегендә уҡыу йорто яңынан-яңы үрҙәр яулай, – тип коллективы өсөн дә һөйөнөсөн белдерҙе уҡыу йорто асылған көндән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Зүлиә Исламова.
Һәр баланың һәләтен асыу – төп маҡсат
Һәр уҡыусының һәләтен күрә белеүҙә лә сағыла педагогтың һөнәри оҫталығы. Гимназиялағы һәр баланы күҙ уңында тотоу өсөн аҙ тырышлыҡ талап ителмәй. Уңыштары, һәләттәре менән гимназия ғорурлығына әүерелгән ҡыҙ һәм егеттәр күп бында.
Үҙаллы баянда уйнарға өйрәнеп, хәҙер моңдары менән төрлө байрам сараларын биҙәгән Максим Калиниченко уҡырға Миәкә районынан килгән. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, үҫмер хәҙер байтаҡ көйҙәр белә. Тыуған ауылына ҡайтҡанда ла үҙенең сығышы менән концерттарҙы биҙәй.
– Баянда уйнауы оҡшай. Үҙем дә көйҙәр яҙам, ноталар өйрәнәм. Киләсәктә үҙемде сәнғәт кешеһе итеп күрәм, – ти башҡортса ла бик матур итеп һөйләшкән Максим.
Йәштәр араһында баянда уйнарға өйрәнеүселәрҙе күреү бигерәк тә һөйөнөслө булды. Тимәк, гармун, баян моңо киләсәктә лә һүнмәйәсәк. Максим уйнаған көйҙәрҙән әллә күпме бай күңел кисерештәре алып, башҡа өлкәләге һәләтле уҡыусылар менән танышыуыбыҙҙы дауам иттек.
IX А класы уҡыусыһы Андрей Климин мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк этабы призеры булып сыҡты. Ул информатика, математика, физика буйынса уңыштар яулай. Астрономия буйынса хатта еңеүгә өлгәшкән. Техник фәндәр менән бер рәттән егет тарихты ла яратып өйрәнеүен белдерҙе.
– Башҡорт гимназияһында I кластан уҡыйым. Бындағы йылы мөхит, сифатлы белем биреүҙәре миңә бик оҡшай, – тип гимназия тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты уҡыу алдынғыһы.
Иң ҙур баһа – әлбиттә, уҡыусыларҙың мәктәптәрен яратыуы, уға атлығып тороуы. Төрлө милләт балаларын туплаған башҡорт гимназияһының йәш быуынды йәлеп итеүенең серен асыҡланыҡ был белем усағында.
Мәктәп үҙидараһы президенты Арсений Кириллов менән дә әңгәмәләшергә тура килде. Был егет – Ю.А. Гагарин исемендәге кубок олимпиадаларының республика этаптары призеры, гимназия тормошонда ла ҡайнап йәшәй. “Гимназиябыҙҙың артабан да сәскә атыуын теләйем. Уҡыу йортобоҙ ҙа матур, уҡытыусылар ҙа һәйбәт, уҡыусылар ҙа тырыш”, – тигән фекерен белдерҙе Арсений.
Гимназия уҡытыусылары һәр баланың күңеленә юл таба белә. IV Б класы уҡыусыһы Игорь Дарин рус теле, математика, тарих, тирә-яҡ мөхит кеүек фәндәр буйынса йыл һайын олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм уңыштар яулай. Әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙ ҡулдары менән ел менән эшләгән генератор булдырған ул. Фәнни-ғәмәли конференцияла ошо эшен яҡлап, муниципаль этапта 3-сө урын яулауға өлгәшкән.
Уңышты йәрминкәлә лә һаталар
Һәләттәреңде үҫтереү өсөн гимназияла мөмкинлектәр ҙур.Төрлө проекттар менән грант алыу өсөн конкурста әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, инициативалы бюджетлау – уҡыусыларҙың мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт ярҙамын алыуҙа аныҡ мөмкинлек. Конкурсҡа тәҡдим ителгән район мәғариф учреждениелары араһында Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты ла бар.
Апрель айында башҡорт гимназия-интернатында VII – XI класс уҡыусыларынан торған биш команда үҙҙәренең проекттарын яҡлау буйынса көс һынашты. Эштәр бик ҡыҙыҡлы булды. Балалар “Ҡурсаҡтар иле” студияһын ойоштороуға, “Йәшел утрау” мәктәп оранжереяһын төҙөүгә, “Кулинария” студияһын булдырыуға, лингафон кабинетын йыһазландырыуға, “Сәләмәт быуын” заманса спорт майҙансығын ойоштороуға тауыш бирҙе. Күпселек тауыш менән педагог Данил Халиҡов етәкселегендәге “Сәләмәт быуын” заманса спорт майҙансығы еңеп сыҡты. Был проект сиктәрендә заманса воркаут майҙансығы ойоштороу планлаштырыла. Балаларҙың сәләмәтлеген hаҡлау, нығытыу – хәҙерге көндә ата-әсәләрҙе, педагогтарҙы иң борсоған мәсьәләләрҙең берehе. Был спорт майҙансығында уҡыусыларҙың спорт менән әүҙем шөғөлләнеүе фаразлана.
– Беҙҙең тәҡдим бик кәрәкле, сөнки әлеге ваҡытта гимназияла воркаут-майҙансыҡ юҡ. Уны асып, спортҡа hөйөү уятып ҡына ҡалмайса, ҙур еңеүҙәр ҙә яулай алыр инек, – ти гимназия -интернат директоры Дилбәр Ғайса ҡыҙы.
Гимназистарға был проекттарының еңеп сығып, мәнфәғәтен күреүҙәрен теләйбеҙ. Әйткәндәй, бындай сарала Бәләбәй гимназистары быға тиклем дә ҡатнашҡан. Уның ярҙамында Ижади студия булдырыуға өлгәшкәндәр. Динар Минәжев етәкселегендәге был студияны ла күреп сыҡтыҡ. Бында уҡыусылар видеосюжеттар төшөрәләр, йәнһүрәттәр эшләйҙәр, үҙ алып барыусылары, операторҙары бар.
Төрлө үҫентеләр сәсеп, уларҙы тәрбиәләү серҙәренә лә өйрәнә гимназия уҡыусылары. Бының өсөн хатта агрокласс булдырғандар. Хәҙер инде ул дүрт йыл уңышлы эшләп килә. Төрлө үҫентеләр үҫтереүҙәре, балаларҙың уларҙы ихлас тәрбиәләүҙәре лә һоҡландырмай ҡалманы. Башҡорт дәүләт аграр университеты менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Уҡыусылар бында ике йүнәлеш буйынса: үҫемлекселек, йәшелсәселек һәм ландшафт дизайны менән шөғөлләнә.
– Күпселеге VII-VIII класс уҡыусылары йәлеп ителгән. Улар сәсә, төрлө тәжрибәләр уҙғара. Гимназияла ике теплица бар, унда ла йәшелсәләр үҫтерәбеҙ, үҫентеләр сәсәбеҙ. Йәшелсәләр гимназия ашханаһы өсөн ҡулланылһа, шулай йәрминкәлә һатып та файҙаһын күрәбеҙ, – тип һөйләне география уҡытыусыһы Илһөйәр Ғимазетдинова.
Йәйге ялдарын да ойоштора беләләр
Һәр бала күңеленә ятҡан шөғөл таба ала бында.Төрлө йүнәлештәге 23 түңәрәк ойошторолған. Кемдер спортты, йәйәнән уҡ атыуҙы үҙ иткән, тегеү, бәйләү, сигеү, йыр, бейеү һәм башҡа түңәрәктәр ҙә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапҡан.
Гимназияла тормош бер ҡасан да һүрелмәй. Әлеге мәлдә сығарылыш класс уҡыусылары “Һуңғы ҡыңғырау“ байрамына әҙерләнә. Йәйге ялды ойоштороу мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. Гимназия ҡарамағындағы көндөҙгө үҙәктә 100 бала үҙҙәренең һаулығын нығытасаҡ. Бынан тыш, 40 бала хеҙмәт лагерына йәлеп ителәсәк. “Йәйләү” лагерын ойоштороу ҙа традицияға әүерелгән. Халҡыбыҙ йолаларын өйрәнеп, һабантуй байрамдары ойоштороп, бик матур итеп уҙғарыла ундағы ял.
Рухлы балалар тормош юлында ла юғалып ҡалмаҫ. Бәләбәй башҡорт гимназияһында иң элек ошондай балалар үҫеүенә инанып ҡайттыҡ. Былар барыһы ла коллективта тыуҙырылған йылы мөхиттә һалына.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Бәләбәй ҡалаһы