Белем һәм тәрбиә
13 Май 2023, 12:50

Хеҙмәттәшлек халыҡ-ара кимәлдә буласаҡ

Кампусҡа етди бурыстар йөкмәтелә.

Хеҙмәттәшлек халыҡ-ара кимәлдә буласаҡХеҙмәттәшлек халыҡ-ара кимәлдә буласаҡ
Хеҙмәттәшлек халыҡ-ара кимәлдә буласаҡ

Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең  ШОС һәм БРИКС илдәренең фәнни хеҙмәттәшлек үҙәгенә әүереләсәге тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе:

- Мәскәүҙә уҙғарылған стратегия сессияһы һөҙөмтәләре буйынса халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе иҫәпкә алып, беҙ Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең моделен барланыҡ:  

 1)Даими фәнни дисциплина-ара халыҡ-ара саралар менән ваҡиға үҙәге һымаҡ кампус булдырыу.

 2) Евразия йүнәлешендәге фәнни-белем биреү үҙәген комплекслы стратегия эсендә үҫтереү.

Башҡортостан Евразияның йыйылма нөктәһе сифатында күҙ уңында тотола, шуға ла кампусҡа фәнни һәм белем биреү генә түгел, ә сәйәси, мәҙәни, эшлекле үҙәк роле лә йөкмәтелә. Шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса, шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС илдәре менән, эшсе төркөмөн булдырыу тәҡдим ителде. Бының өсөн беҙ Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытайҙағы Башҡортостан вәкиллектәрендә республиканың  фәнни-белем биреү үҙәге вәкиллеген асыу мөмкинлеген хәстәрләйбеҙ. Шулай уҡ ШОС һәм БРИКС университеттары Ассоциацияһын, республикабыҙҙың фәнни-белем биреү үҙәге нигеҙендә Евразия университеттары Ассоциацияһы вәкиллеген булдырыу планлаштырыла.  

Фото: Маргарита Болычеваның сәхифәһенән.

Хеҙмәттәшлек халыҡ-ара кимәлдә буласаҡ
Хеҙмәттәшлек халыҡ-ара кимәлдә буласаҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас