Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Май 2023, 12:45

“Бындай иғтибар эшкә дәртте артыра”

Йәш ғалим Айрат Мөхәмәтдинов торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярайһы уҡ ҙур ярҙам алған

“Бындай иғтибар эшкә дәртте артыра”
“Бындай иғтибар эшкә дәртте артыра”

Башҡортостанда фәнде үҫтереүгә, ғалимдарға төрлө йүнәлешле ярҙам күрһәтеүгә, йәштәрҙе ғилми эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Белеүебеҙсә, былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм төрлө урындарҙа стажировка үтеүгә 200 миллион һум аҡса бүлеү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Был ярҙам менән байтаҡ йәш ғилми эшмәкәрҙәр ҡуллана алды. Шуларҙың береһе – Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Айрат Мөхәмәтдинов.

Айрат Миҙхәт улы сығышы менән Шишмә районынан. Башҡортостан дәүләт аграр университетының механика факультетын тамамлағас, артабанғы яҙмышын фән менән бәйләргә ҡарар итә. Аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Бына инде тиҫтә йылдан ашыу БДАУ-ҙың мехатрон системалар һәм аграр етештереү машиналары кафедраһында эшләй.

Айрат Миҙхәт улының фәнни эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре төбәк һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә билдәләнгән. Ул – Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары һәм фәнни учреждениеларының йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми эш буйынса конкурстың “Техник фәндәр” номинацияһы еңеүсеһе. “Агрокомплекс” махсуслашҡан күргәҙмәһендә (Өфө ҡалаһы), “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Мәскәү) көмөш миҙалға лайыҡ булған. Шулай уҡ уның ғилми эшмәкәрлеге “Росагролизинг” йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән билдәләнгән.

Йәш ғалим Айрат Мөхәмәтдинов ерҙе эшкәртеү һәм сәсеү менән шөғөлләнгән машиналарҙың эш сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә фәнни эшмәкәрлек алып бара. Ошоға ҡағылышлы 80-дән ашыу ғилми мәҡәлә баҫтырған, дүрт файҙалы моделгә патент алған, ЭВМ программаһы буйынса бер сертификаты теркәлгән.

- Әлеге ярҙамды алыу эшкә дәртте арттырып ебәрҙе. Республикабыҙҙа фәнде үҫтереүгә, йәш ғалимдарға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленеүе – ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификатты былтыр Яңы йыл байрамы алдынан – 30 декабрҙә алдыҡ, был беҙҙең өсөн ҙур байрам бүләге булды, - ти Айрат Миҙхәт улы.

Мөхәмәтдиновтар әлеге сумманы бығаса ипотекаға алынған фатирҙың кредитының арыу уҡ өлөшөн ҡаплауға тотонған. Йәш ғалимдың ғаиләһендә ике бала – дүрт йәшлек Искәндәр менән туғыҙ айлыҡ Эмилия үҫә. Тормош юлдашы Лилиә Рәмил ҡыҙы Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған, ошо уҡ уҡыу йортонда иҡтисадсы булып эшләй. Әлеге көндә кескәй Эмилия менән декрет ялында.

Йәш ғаилә ошондай ҙур ярҙам өсөн республика Башлығына, Хөкүмәткә, Башҡортостан дәүләт аграр университеты етәкселегенә ихлас рәхмәтен еткерҙе.

- Фән тормошто, кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыраҡ итеүгә, үҫешкә хеҙмәт итә. Беҙҙең республикалағы ише ярҙам саралары күрелгән осраҡта, беҙҙең тармаҡ һәр ваҡыт үҫешәсәк, ғалимдар яңынан-яңы ҡаҙаныштарға, һөҙөмтәләргә ынтыласаҡ. Ә был хеҙмәттәр республикабыҙҙы, илебеҙҙе тағы ла көслөрәк, ҡеүәтлерәк итергә булышлыҡ итә, - тине әңгәмә һуңында йәш ғалим Айрат Мөхәмәтдинов.

Фотолар: Айрат Мөхәмәтдиновтың шәхси архивынан.

 

“Бындай иғтибар эшкә дәртте артыра”
“Бындай иғтибар эшкә дәртте артыра”
“Бындай иғтибар эшкә дәртте артыра”
“Бындай иғтибар эшкә дәртте артыра”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: