Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Май 2023, 11:26

Лагерь йыл әйләнәһенә эшләй

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Ватансылыҡ, илһөйәрлек – киң мәғәнәгә эйә төшөнсәләр – бөгөн бигерәк тә көнүҙәк. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәге йәш быуын вәкилдәренең рухи-әхлаҡи үҫешенә, тәрбиәлелегенә бәйле. Был йәһәттән белем биреү ойошмаларының, шул иҫәптән балалар лагерҙарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап уларҙың эшмәкәрлеге йәштәрҙең рухи, интеллектуаль, ижади, физик һәм социаль ихтыяждарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән.

Йәйге лагерҙарҙың эш башлауына ла оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Быйыл мартта Стәрлебаш районы үҙәге Стәрлебаш ауылынан дүрт километр алыҫлыҡта, Урман кордоны эргәһендә урынлашҡан “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагерында ҡыҫҡа ғына ваҡытта сафҡа инмәле корпус төҙөлә башлаған һәм май аҙағында тамамланыр, тип көтөлә. Йәй көндәрендә унда ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы ҡабул итергә йыйыналар.

Лагерь ҡарағайлы урман, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Был иһә спорт, турист ҡоролмалары, бассейн, саф һауа балаларға, ял итеү менән бер рәттән, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү мөмкинлеген дә бирә. Тап шуға ла йыл һайын бында Стәрлебаштан, Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, башҡа район һәм ҡалаларҙан балалар ял итә. Тағы шуныһы үҙенсәлекле:  “Орленок” йыл әйләнәһенә эшләй. Әле лагерҙа ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа инмәле корпус һалына. Ул 50-гә яҡын балаға иҫәпләнгән. Әйткәндәй, Башҡортостан балалар лагерҙары өсөн федераль бюджеттан субсидия алыуға өлгәшкән. 25 майға тиклем Стәрлебаш, Илеш, Шишмә райондары һәм Өфөлә алты яңы корпус төҙөләсәк. Һәр модуль 49 урынға иҫәпләнгән, номерҙарҙың һәр береһендә душ бүлмәләре ҡаралған.

Өфөнән “Альбит” йәмғиәте монтажсылары Ирек Ясавиев, Александр Федоров, Вадим Исламов, электрик Вячеслав Кунгуров корпусты төҙөү менән мәшғүл ине. Улар барлыҡ эште 1 июнгә тиклем тамамларға ниәтләнә.

Әйткәндәй, был – тотош Рәсәй проекты. Республикабыҙ – 15 пилот төбәге иҫәбендә. Федераль программа буйынса Башҡортостанға 123 миллион һум бүленгән, тағы 23 миллион һум республика бюджетынан йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә Стәрлебаш районының “Орленок”, Өфөнөң “Аҡсарлаҡ”, Илеш районының “Орленок” лагерҙарында һәм Шишмә районындағы “Патриот” паркында 49 урынға иҫәпләнгән модулдәр барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл йәй республикала 1663 балалар лагеры үҙ ишектәрен асасаҡ, 500 меңгә яҡын ҡыҙ һәм малай ял итәсәк.

Әйткәндәй, Стәрлебаш районындағы “Орленок” лагерында республикабыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары ял итте. “Йәш лидер” тип исемләнгән программа буйынса смена яҙғы каникул ваҡытында ойошторолғайны. Барлығы 120 бала “Орленок”та сәләмәтлеген нығытты.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: