Белеүебеҙсә, былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм төрлө урындарҙа стажировка үтеүгә 200 миллион һум аҡса бүлеү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Был ярҙам менән байтаҡ йәш ғалимдар ҡуллана алды. Республика етәкселегенең ярҙамы менән стажировка үтеүселәр араһында Башҡорт дәүләт медицина университеты ассистенты Тимер Әбйәлилов та бар. Ул уҡыу йортоноң фармокология кафедраһында эшләй.
Тимер Айрат улы 2017 йылда БДМУ-ның “Дөйөм практика стоматология” белгеслеген тамамлай. Артабан балалар стоматологияһы буйынса – ординатурала, фармакология буйынса аспирантурала уҡый. Әлеге ваҡытта ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
Республика Башлығының указына ярашлы бирелгән аҡсалата ярҙам иҫәбенә Санкт-Петербург ҡалаһындағы В.А. Алмазов исемендәге Милли медицина тикшеренеү үҙәгендә ике аҙна дауамында стажировка үтеп ҡайтҡан.
– Стажировка Башҡорт дәүләт медицина университетында алып барған ғилми эшмәкәрлегемде артабан дауам итеү өсөн файҙалы булды. Был “Өҫтөнлөк 2030” программаһын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Бындай стажировкалар коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашырға ла ярҙам итә. Мин теорияла ла, практикала ла лаборатор хайуандарҙа һынауҙар үткәреү алымдарын өйрәндем, үҙем өсөн күп файҙалы мәғлүмәт һәм тәжрибә алдым, - тине тәьҫораттары менән уртаҡлашып Тимер Айрат улы.
Йәш ғалим ошондай яҡшы мөмкинлектәр өсөн республика Башлығына, Хөкүмәткә, Башҡорт дәүләт медицина университеты етәкселегенә ихлас рәхмәтен еткерҙе.
Фотолар Тимер Әбйәлиловтың шәхси архивынан.