Бөтә яңылыҡтар

“Атай, әйттем бит – уҡытыусы булам”

Ныҡышмаллығы арҡаһында теләген тормошҡа ашырған.

Ике тиҫтә йылдан ашыу хәбәрсе йөгөн тартһам да, бер аҙ уҡытыусы ла булып эшләгән кеше бит әле мин. Беренсе тапҡыр дәрес биреүемде, әлбиттә, иҫләйем. Балалар менән ирекле фекер алышҡан саҡтарым да хәтерҙә. Хәйер, малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәре әңгәмәгә ихлас ҡушыла торғайны. “Бәхетле булыр өсөн нимә кәрәк икәнлеген беләһегеҙме?” тип һорағайным бер көн уларҙан. Әлбиттә, бөтәһе лә тиерлек ата-әсәһе янында бәхетле булыуын әйтте. Ә бына әңгәмәсем – Башҡортостандың мәғариф отличнигы, педагогия хеҙмәте ветераны Миңһылыу

АБДУЛЛИНА тыуған Башҡортостанына, туған теленә хеҙмәт итеүе менән үҙен бәхетле тоя.

 

– Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, башта ошо һорауҙы бирге килә – тормош девизығыҙ ниндәй?

– Үкенмәйем үткәнемә, рәхмәт­лемен ғүмеремә, өмөтөм ҙур килер көнгә.

 

– Үткәндәр тигәндән, һеҙ бит байтаҡ ваҡыт уҡытыусы булды­ғыҙ. Бер нисә йыл тәнәфес яһа­ғандан һуң, тағы ла мәктәпкә кил­гәнһегеҙ. Быға нимә булыш­лыҡ итте?

– Былтыр сентябрҙә Өфө ҡала­һының 123-сө лицейына йәнә эшкә саҡырҙылар – башҡорт телен уҡытырға. Йәшем барһа ла, ҡанат­ланып ҡабул иттем был тәҡдимде. Унда ун йыл эшләп киткәйнем. “Әллә талпыныуҙарымды һиҙҙеме коллегаларым?” тигәнерәк уй ҙа аңымды ялт итеп телеп үтте. Яратҡан ғүмерлек һөнәремдән нисек баш тартмаҡ кәрәк?!

Бөгөн I–IV кластарҙа аҙнаһына берәр сәғәт башҡорт теленән уҡы­там. Башланғыс класс уҡыусылары бигерәк һөйкөмлө бит ул! Бәләкәс­тәрҙең алдашыу белмәгән һәм тоғро күҙҙәренә ҡарау тылсымлы арбауға тиң. Ошо ҡыҙ һәм малай­ҙарҙы иртән күргәндән һуң йәшәгән һайын йәшәге килә! Уларҙа тамсы ла хәйлә юҡ, һин һөйләгән мәғлү­мәт­те күңелдәренә ныҡлы һеңде­рәләр, уҡытыусыға тулыһынса ыша­налар. Маҡтанып алайым әле – бына шундай шәп һөнәргә эйәмен!

 

– Бәләкәй саҡта һәр беребеҙ­ҙең хыялы бар ине. Кемдер йы­һанға осорға теләне, икенсе­ләр­ҙең ауыл хужалығында эшләргә уйы ҙур ине, бүтәндәр табип булғыһы, ҡалала төҙөлөштә эшләгеһе килде. Һеҙ ҙур үҫкәс кем булырға теләнегеҙ?

– Мәктәптә уҡый башлаған тәүге көндәремдән үк уҡытыусы булыу хыялы баҙланы күңелемдә. Әммә бер ни тиклем икеләнеү ҙә кисерә инем. Ни тиһәң дә, уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше үҙ иңенә яуаплы бурыс ала бит.

Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Сафия һәм Фәйзрахман Фәссәхетдиновтарҙың ғаиләһендә мин – өлкән бала. Беҙҙә иһә педагогҡа ҡарата һәр саҡ ихтирамлы мөнәсәбәт өҫтөнлөк итте. Шуға ҡарамаҫтан, атайым мине бухгалтер итеп күрергә теләне.

Салауат районының Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенең VIII класын уңыш­лы тамамлағандан һуң, атай мине Өфө финанс техникумына алып килде. Тулы булмаған урта белем танытмаһын, сәләмәтлек тураһын­дағы медицина белеш­мәһен ҡабул итеү комиссияһының өҫтәленә һалғас, ҡапыл документ­тарҙы ҡар­мап ала һалдым да, йүгереп тигән­дәй ишеккә атланым. Бер ни ҙә аңламаған атайым, тышҡа сыҡҡас, миңә һораулы ҡарашын төбәне. “Атай, әйттем бит уҡытыусы булам тип...” – тинем уның күҙҙәренә ҡарап, ялбарыулы тауыш менән.

Шулай итеп, электричкала ауыл­ға ҡайтып киттек. “Эй, ҡыҙым, ҡы­ҙым! Мәсәғүт ҡырын яҡта, транспорт яғы ҡыйын. Атайлы балаларға дөйөм ятаҡҡа урынлашыуға ышаныс юҡ, фатир эҙләргә тура килә­сәк. Техникумға инһәң, поездар йө­рөп тора, ятаҡта урын да би­рер­ҙәр ине. Мәсәғүт педучи­лище­һына инә алмаһаң, Златоуст ҡала­һындағы профтехучилищеға теген­се­гә уҡырға бирәм. Тегенергә яра­таһың”, – тине ғәзиз кешем, оҙаҡ ҡына тыныслана алмайынса. Ҡо­лағым “ҡарп” итеп ҡалды ла, Мәсә­ғүткә барам, әхирәтем Миңзәлә менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ, тинем.

 

– Малаяҙ менән Мәсәғүт араһы әллә ни йыраҡ түгел инде...

–1967 йылдың июле. Көнө буйы фатир эҙләнек, документтарҙы иртәгәһенә генә тапшырҙыҡ. Ярай, ҡабул иттеләр әле. Шул уҡ көндә музыканан имтихан бирҙек. Унан инде рус теленән диктант яҙҙыҡ.

Шулай итеп, уҡытыусы булыу хыялым 15 йәшемдә тормошҡа аша башланы. Дәрестәргә теләп йөрөйбөҙ, йәмле йәй етте. Салауат районының Торналы ауылы урта мәктәбендә ойошторолған пионер лагерында вожатый булып практика үттек. Шунда тәрбиәләнеүсе бик отҡор, ярҙамсыл бер малай хәтеремә ныҡ уйылған. Артур ине уның исеме. Булыр бала биләүҙән, тиҙәр. Артур Әхмәтхановтың ҡайһылай ҙур кеше булғанын, данлы тормош юлы үткәнен беләбеҙ.

Торналы пионер лагерындағы ялыбыҙ тураһында Башҡортостан телерадиокомпанияһы “Йәйғор” тапшырыуын төшөрҙө. Беҙҙе көндәлек эштәребеҙ менән таныштырҙылар, лагерь начальнигы Фәрит Хәйров менән әңгәмә ҡорҙолар, Әй йылғаһында һыу ингәнде күрһәттеләр. Телевизор юҡ саҡта, мәктәп коридорына ҡайҙандыр уны килтереп ҡуйып, тапшырыуҙы ҡарау бәхетенә өлгәштек.

IV курсҡа уҡырға килеү менән, мине һәм курсташым Мәрйәм Кашапованы Дыуан районы хакимиә­тенең мәғариф бүлегенә саҡыртып алдылар. Ҡәҙер һигеҙ йыллыҡ мәк­тә­бенә уҡытыусы таба алмау сә­бәпле, ике әхирәтте уҡытырға ба­рыр­ға өгөтләйҙәр. “Хеҙмәт кенәгәһе асабыҙ, стаж барасаҡ” тигән дәлилдәр ярҙамында күндерҙеләр.

Ҡыҫҡаһы, Мәрйәм Нәжип ҡыҙы – I класта, мин, йәғни Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, V–VIII кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башланыҡ. Таһира әбейҙә фатирҙа торҙоҡ әле. Тағы ла бер йәш уҡытыусы, Роза Яҡуп ҡыҙы ла, беҙҙең менән. Ул немец теленән уҡыта ине. Утын ярабыҙ, мейес яғабыҙ, ныҡ күңелле. Эш рәте белеп үҫкәнлектәнме икән, тормош көтөү ҡатмарлы һымаҡ булып хәтерҙә ҡалмаған. Мәктәп директоры Зөфәр абзый кешелекле, хәстәрлекле ир-егет ине.

– Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, баш ҡалабыҙҙағы студент йылдары хәтерегеҙгә нисек уйылған?

– Башҡорт дәүләт педагогия институтының (бөгөн – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) рус филоло­гияһы факультетына уҡырға индем. Студент йылдары ысын мәғәнә­һен­дә, ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫо­раттарға бай булды. Фәнни-ғәмәли конференциялар, “Иптәш” интернациональ студент төҙөлөш отряды составында Приют ҡаса­баһында (Бәләбәй районы) элеватор төҙөлөшөндә ҡатнашыу. Рек­торыбыҙ Рөстәм Кузеев, дека­ныбыҙ Рэм Порман, шулай уҡ ға­лимдар Давид Гутман, Рахиль Вельц лекциялар уҡыны. Уҡы­тыусы-методистар Николай Подвицкий, Клара Ишемғолова рус әҙә­биәте һәм теленән дәрестәр би­реү серҙәренә, эш алымдарына өйрәтте.

 

– Һеҙ йыш күсенеп йөрөгән­һегеҙ. Бер генә мәктәптә ғүмер бу­йы уҡытыу еңелме, әллә төр­лө урында эшләү отошломо?

– Институтҡа инер алдынан Урмансы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Мәктәп директоры Ғәлимулла Миһранов V класҡа класс етәксеһе итеп тәғәйенләне. Тәрән аҡыллы, итәғәтле, атайым йәшендәге өлкән етәксе, тәжрибәле педагог, уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүемде тағы ла көсәйтерлек кәңәштәре менән дәртләндерҙе, ҡанат ҡуйҙы. Минең ҡарамаҡта – 27 уҡыусы, барыһы ла тырышып уҡыны. Мәктәптә пионер дружи­наһы, пионер отряды исемен йөрөткән герой пионерҙарҙың портреттарын майлы буяу менән төшөрҙөм. Беҙҙең отряд Володя Дубинин исемен йөрөтә ине. Ҡәләм тирбәтеүсе уҡыусыларҙы “Аҡҡош” әҙәби түңәрәгенә тупланым.

Ә 2006 йылдан алып Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы булдым. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр ваҡыт бай тәжрибә тупланым, фекерҙәштәрем күп булды.

 

– Һәр кемдең үҙ иткән шөғөл­дәре була. Һеҙҙеке лә барҙыр?

– Яратҡан шөғөлдәрем күп минең. Тегенергә әүәҫмен, бәйлә­йем. Ғүмер буйы тыуған төбәгем тарихын, шәжәрәләрҙе, милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнәм. “Йүрүҙән” гәзитенең хәбәрсеһе булдым, күп ваҡыт мәҡәләләрем “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә, ғөмүмән, республика матбуғатында йыш баҫылды.

Тыуған Башҡортостаныма, туған телемә хеҙмәт итеүем менән үҙемде бәхетле тоям.

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас в