Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2023 йылда республикала белем биреү учреждениелары араһында "Уҡыусыларҙың башланғыстарын бюджетлау" проектын тормошҡа ашырыу буйынса конкурс иғлан итте.
Унда Стәрлебаш районының К.Б. Арыҫланғолов исемендәге Иҫке Ҡалҡаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашыу теләген белдерҙе. Проект 14 йәштән өлкән уҡыусыларҙың тәҡдимдәренә нигеҙләнергә тейеш һәм урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
Мәктәптәге инициатив төркөмдәр проекттар төҙөнө, һайлап алынған башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн маҡсаттар, бурыстар билдәләне. Һөҙөмтәлә биш проект әҙерләнде: "Урам сәхнәhе","Мәктәп музейы", "Теннис өҫтәле", "Шахмат-сатраш класы", "Хәрбиләштерелгән ҡаршылыҡтар һыҙаты". VII - IX класс уҡыусыларының был башланғыстары халыҡ хөкөмөнә тәҡдим ителде.
Ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк проекттарға тауыш биреү ойошторолдо. Балалар үҙ эштәрен әүҙем һәм ышаныслы яҡланы. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса "Хәрбиләштерелгән ҡаршылыҡтар һыҙаты" проекты еңеп сыҡты. Уларҙы артабан республика кимәлендәге һынауҙар көтә.
"Унда ла уңышҡа өлгәшһәк, Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә "Хәрбиләштерелгән ҡаршылыҡтар һыҙаты" булдырыласаҡ", ти класташтары исеменән Диана Насирова. Һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә яҙһын!
Зимфира ҠОТЛОШИНА,
Иҫке Ҡалҡаш мәктәбе директоры.
Фото мәктәп архивынан алынды.