Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Май 2023, 22:27

Заманса мәктәптә ауылдың киләсәге уҡый

Һәләтле уҡыусылар тәрбиәләнә.

А. Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:А. Нурмөхәмәтов фотолары.

Танып улысы башҡорттары нигеҙ һалған Штәнде ауылы 1765 йылдан билдәле. Һәр ауылдың ныҡлы нигеҙен булдырып, киләсәген билдәләгән күрһәткес – ул мәктәп. Штәнде ауылында ла яңы мәктәп эшләй. Мәғариф учреждениеһы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объекттың береһе булараҡ төҙөлгәйне. Был яңы, заманса белем усағы Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, райондың мәғариф өлкәһен талантлы ойошторған Әниф Әкрәм улы Әкрәмовтың исемен йөрөтә. 80 урынлыҡ мәктәп, 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Мәктәп ауылдың үҫешенә йоғонто яһай. Был осраҡта һүҙ белем усағы ауыл йәмғиәтен үҫтереүҙең этәргес көсө булыуы тураһында бара. Штәнде ауылында бөгөн 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Мәктәптә 97 бала уҡый, балалар баҡсаһында 30 сабый тәрбиәләнә. 30-лаған кешегә эш урыны бар.

– Мәктәп төҙөү һөҙөмтәһендә йәштәр ауылда ҡала. Был – бик һөйөнөслө хәл. Себер яҡтарынан да күсеп ҡайтыусылар булды. Уңайлыҡтар булдырылған мәк­тәптә эшләүе бик күңелле. Биш интерактив таҡта, туғыҙ проектор, 28 компьютер, 15 нетбук, ҡыҙҙар өсөн – теген машиналары, кулинария бүлмәһе, малайҙар өсөн станоктар бар. Яңы автобуста күрше Маты, Тушҡыр, Мәнәгәҙ һәм Әрҙәгеш ауылдарынан уҡыусылар йөрөп уҡый. Төрлө конкурстарҙа уңыштарыбыҙ бар, көрәш серҙәрен төшөнәләр, робот техникаһын өйрәнәләр. Шул кимәлдән төшмәй, артабан да ең һыҙғанып эшләргә тырышабыҙ, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты мәктәп директоры Лениза Нуретдинова.

Штәнде мәктәбенең алдынғы уҡыусыларының береһе Юлиә Асрарова, тасуири шиғыр һөйләү кон­курстарында ҡатнашып, ал­дынғы урындар яулай. Быйыл ул Бөтә Рәсәй "Йәнле классика" йәш уҡыусылар конкурсының район этабында еңеүсе булған. Уҡы­тыусылары уның ғилми-тикше­ренеү һәләте булыуын да бил­дәләне. В.И. Вернадский исе­мендәге Бөтә Рәсәй үҫмерҙәрҙең тикшеренеү эштәре конкурсында “Ауылдаштарымдың телмәрендә урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр” тигән эше менән ҡатнашҡан. Уҡытыусыһы Рәмзиә Вәлинурова етәкселегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призеры исеменә лайыҡ булған. Бында тырыш ҡыҙҙың һәләтен күреп, һәр башланғыстарында ярҙам иткән уҡытыусыларының да өлөшө ҙур.

Мәктәптә өҫтәмә белем биреү системаһы әүҙем үҫешә. Был һәр балаға үҙенә оҡшаған шөғөл һайларға мөмкинлек бирә, күп предметтарҙы тәрән өйрәнеү өсөн шарттар булдыра.

Балтас районының белем биреү ойошмаларының мәктәп театр коллективтары араһында “Театр каруселе” район фестиваль-конкурсында Штәнде мәктәбенең “Бала саҡ” театр коллективы беренсе дәрәжә лауреат булған, шулай уҡ "Халыҡ традицияларын һаҡлау өсөн" номинацияһында диплом менән бүләкләнгән.

Мәктәптә патриотик тәрбиә мөһим эш йүнәлештәренең береһе булып тора. Белем усағында уҡыусыларҙың илһөйәрлек рухын нығытыу маҡсатында бик күп саралар ойошторола.

Штәнде мәктәбенән Балтас райо­нын ғына түгел, республиканы ла данлар һәләтле уҡыусылар үҫеп сығыр, тип ышанабыҙ.

Рүзилә ҠОЛОМБӘТОВА

Читайте нас: